Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление Главы Администрации Р.Д. Шарипова с Днем работника автомобильного транспорта

26 Октября 2018
9
0

Хөрмәтле автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре!

         Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!

Автомобиль күптән инде йәшәйешебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән. Ул һәр төбәктең транспорт инфраструктураһында, социаль-иҡтисади үҫешендә мөһим роль уйнай.

       Тармаҡтың йыл әйләнәһенә өҙлөкһөҙ эшмәкәрлеге был һөнәр эйәләренең оҫталығына бәйле. Һеҙҙең иңдәрҙә ҙур яуаплылыҡ, иғтибарлылыҡ, хәүефһеҙлек һәм юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, иҫән-һау юл йөрөү бурысы ята. Артабан да үҙегеҙҙең профессиональ оҫталыҡҡа таянып, ышанып тапшырылған бурыстарҙы лайыҡлы атҡарырһығыҙ, тип ышанам.

Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, төҙөк техника һәм юлдарҙа бәлә-ҡазаһыҙ йөрөүегеҙҙе теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д.Шәрипов

 

 

 

 

  • Поздравление Главы Администрации Р.Д. Шарипова с Днем работника автомобильного транспорта