Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление Главы Администрации муниципального района Р.Д. Шарипова с Днем работников дорожного хозяйства

20 Октября 2018
8
0

Хөрмәтле юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре!

         Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!

Бөгөнгө көндә йәшәйешебеҙҙе юлһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Яҡшы юлдар төбәк-ара бәйләнештәрҙең, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы эшмәкәрлегенең үҫешенә булышлыҡ итә. Халыҡты оло донъя менән бәйләүҙә лә ул ҙур урын алып тора.

Юлдарҙың ниндәй торошта булыуы юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығына бәйле. Был йәһәттән районыбыҙҙа юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы ваҡытында рәткә килтереү, уларҙы халыҡ ихтыяждары талаптарына ярашлы сифатта тотоу, яңыларын һалыу эшен башҡара. Улар киләсәктә лә тармаҡ алдында торған бурыстарҙы намыҫ менән үтәр, тип ышанам.

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов

 

 

     

 

  • Поздравление Главы Администрации муниципального района Р.Д. Шарипова с Днем работников дорожного хозяйства