Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Көҙгө муллыҡ байрамы

15 Октября 2018
41
0

Байрам концерты

Республика көнөнә арналған саралар районда 9 октябрҙә үк - район мәҙәниәт һарайында үткән тантаналы концерт менән башланды. Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғ. Манапов, район Советы рәйесе Т. Кинйәбаев халыҡҡа ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, баш ҡалала үткән фестиваль-марафонға концертты юғары кимәлдә итеп әҙерләгән өсөн бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә һәм гранттарға эйә булған, эштәрендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән мәғариф хеҙмәткәрҙәренә наградалар, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Дәртле бейеүҙәр, йырҙар, ҡурай моңдары байрам кәйефе бүләк итте. 

Хеҙмәт геройына таҡтаташ асылды

11 октябрь көнө байрам саралары Иҫке Собханғол мәктәбендә фән һәм техника өлкәһендә СССР дәүләт премияһы лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм 3-сө дәрәжә Хеҙмәт даны ордендары кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған металлургы Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы иҫтәлегенә таҡтаташ асыу менән башланды. Таҡтаташты асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Р. Шәриповҡа, БР Урман хужалығы министры урынбаҫары А. Әхтәмовҡа, район Советы рәйесе Т. Кинйәбаевҡа бирелде.  

Тантанала сығыш яһаусылар И. Әхтәмовтың исемен халыҡ күңелендә мәңгелләштереү, ошондай хеҙмәт геройҙары өлгөһөндә балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә тәрбиәләү кәрәклеген әйтте. 

Хеҙмәт геройының бер туған ҡустыһының ҡыҙы, Иҫке Собханғолда йәшәүсе Гүзәл Баймырҙина ағаһының биографияһына байҡау яһаны. 

- Исмәғил ағайым 1937 йылда Мәндәғол ауылында Хәмит һәм Зәлифә Әхтәмовтар ғаиләһендә 4-се бала булып донъяға ауаз һала. Һуғыш, аслыҡ йылдарында олатайымдың ғаиләһе Мораҡ ауылына күсеп китә. Оло улдары һуғыш яланында ҡала. Атайым Кәлимулла әрме хеҙмәтен үтәгәс, Бөрйәнгә ҡайтып, минең әсәйемә өйләнә һәм уның артынса Әхтәмовтар Иҫке Собханғолға күсеп килә. 

Мәктәпте Мораҡта тамамлаған ағайым хеҙмәт юлын 1955 йылда комбайнер ярҙамсыһы булып башлай. Армиянан ҡайтҡас, Мораҡтағы училищеның механизаторҙар әҙерләү бүлеген тамамлап, 1955 йылдан 1959 йылға тиклем — Мораҡ МТС-ы комбайнеры, 1962—1966 йылдарҙа — Күгәрсен районында СПТУ мастеры була, 1966—2000 йылдарҙа Белорет металлургия комбинатында эшләй. Белорет маталлургия техникумының киске бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлай. Үҙе эшләгән станокка үҙгәрештәр индереп, етештереүсәнлеген тәүҙә 10, аҙаҡ 100 тапҡыр арттырыуға ирешә. 

Бөгөн беҙҙең өсөн айырыуса иҫтәлекле көн. Таҡтаташ асыуҙа булышлыҡ иткән район хакимиәте башлығы Р. Шәриповҡа, почетлы крайҙы өйрәнеүсе, тарих уҡытыусыһы Б. Йәғәфәровҡа һәм инициатив төркөмгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, - тине Гүзәл Кәлимулла ҡыҙы. 

Сарала ҡатнашыусылар таҡтаташ янына сәскәләр һалды, хеҙмәт геройының туғандары иҫтәлеккә фотоға төштө. 

Ағас үҫентеләре ултыртылды

Республика көнөндә райондың төрлө тармаҡ етәкселәре “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары менән берлектә мәктәп янына 300-ҙән ашыу төп емеш-еләк үҫентеләре ултыртты. 
Изге эшкә бер туҡтауһыҙ яуып торған ямғыр ҙа ҡамасау була алманы. Тәбиғәткә, урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатын ҡуйған сарала районға эш сәфәре менән килгән БР Урман хужалығы министры урынбаҫары А. Әхтәмов, район башлығы Р. Шәрипов та ҡатнашты. 

Киләсәктә был ағастар шаулап үҫеп, район үҙәгенә йәм өҫтәр, тип ышанғы килә. 

Яҡшы тауар үҙен-үҙе маҡтай

Ошо халыҡ мәҡәлен тағы бер раҫланы Республика көнөндә үткән район йәрминкәһе. 

Шыңшып ямғыр һибәләп торһа ла, иртәнсәктән ауылдарҙан йөк тулы ылауҙар район үҙәгенә ағыла, һатыу нөктәләре рәткә килтерелә, һатыласаҡ тауарҙар кәштә-өҫтәлдәргә теҙелә лә башланы. 

Кеше фантазияһының иге-сиге юҡ: мәктәп-баҡсаларҙың һатыу нөктәләрен йыһазландырыу маһирлығы йылдан-йыл арта, заманға яраҡлаша. Милли ерлекте иҫәпкә алып, ағымдағы йылға ауаздаш биҙәү-йыһазландырыу саралары ҡулланып, орнамент, дәүләт символикалары, ырыу атрибуттары, көҙгә хас нағыштар менән иғтибарҙы йәлеп итеүгә лә ҙур көс һалғандар. Ғәҙелгәрәйҙәр уңышбикә Сөмбөләне биләмә сигенә һаҡҡа ҡуйған. Ҡабаҡ-кәрзиндәр уның биҙәкле итәгенә таҫмалар аша тоташҡан, байлыҡтарҙы һаҡлаусы ҡабаҡ-пират көҙгө ямғыр тауышына ойоп ултырғандай... 

Ғәлиәкбәр мәктәбе Башҡортостанды ҙурлаған – республикабыҙ исеме ямғырлы күктең үҙенә олғашып, “Бына мин ниндәй!” тип хаҡлы рәүештә маһайып, ғорурлығын һаҡлап торғандай. Нәбиҙәрҙең “Ҡуян” кафе-киоскыһында нимә генә һатылмай ҙа нимә генә бешмәй! Яңы Усмандарҙың биләмәһендә ваҡыт үҙе артҡа тәгәрәгән – Ленин бабай ҡулын алға һоноп нотоҡ уҡый. Иҫке Монасиптарҙың сувенирҙары, нағыш-биҙәкле икмәк турағыстары йонсоу көндө баҙығайтып ебәргәндәй. Яңы Мөсәттәрҙең кәрәҙ-лавкаларына теҙелгән йәшелсәләр иғтибарҙы тарта. Байназарҙар биләмәһен генә түгел, үҙҙәрен дә биҙәгән – бал ҡорто костюмындағы һатыусыларҙы күреп, болотло көн үҙе оялғандай. Әбделмәмбәттәр, билдәле, үҙенсәлеккә ынтылмай булдыра алмай – оҫтаханаларында заманса ҡорамалдарҙа етештерелгән әйберҙәре менән зыу килеп һатыу итәләр. 
Ауыл биләмәләре, шәхси һәм күмәк хужалыҡтар араһында һандап-һандап итен, тоҡлап-тоҡлап иген-картуфын, малының ағын һатыусылар бихисап. 

Эйе, тауары бар – һатып, аҡсаһы бар алып ҡыуанды был көндә. Сауҙа гөрләне, ямғыр йырланы, халыҡ геүләне генә. 

Район үҙәгендә төҙөлөп ятыусы “Фурҡан” мәсете төҙөлөшөнә ярҙам итеү маҡсатынан ойошторолған “Хәләл” кафеһы янынан да кеше өҙөлмәне – берәүҙәр тәмле билмән, былау менән һыйланды, икенселәр башҡа төрлө һый-ниғмәттәр һатып алды. Ҡырҡ мең һумдан ашыу аҡса эшләй алды мосолман ҡәрҙәштәр. Аллаһ ризалығын өмөт итеп башҡарған эштәре дауамлы һәм хәйерле генә булһын, тип теләргә ҡала. 

Ит, һөт, бал мул булды

Йәрминкәлә 2,5 тонна ит, 20 тонна фураж, 5 тонна бесән, 20 кубометр утын, 0,6 тонна бал, 20 тонна кәбеҫтә, 7 тонна һуған һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһы һатыуға ҡуйылды. Йыл да ошондай сарала ҡатнашыусы шәхси хужалыҡтар көҙгө муллыҡ байрамынан ситтә ҡалманы. Мәҫәлән, бал байрамдарының һәм йәрминкәләрҙең береһен дә ҡалдырмаған Кейекбай ауылынан Рәхилә Йәникова бал, һитә балы, балыҡ, һөт ризыҡтары, бройлер тауыҡ ите, йомортҡа һ.б. продукцияһын һатыуға алып килһә, Иҫке Монасиптан Зәбир Муллағолов 4 һарығын һуйып, итенең килоһын 270 һум менән тәҡдим итте. Исламбайҙан Рузил һәм Филиә Ғәлиуллиндарҙың һатыу нөктәһенән дә кеше өҙөлмәне. Уларҙа тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ, йылҡы иттәре, ҡаҙы, тултырма, боролған ит һәм башҡа һөт ризыҡтары бик үтемле булды. Байназар уңғанбикәһе Фәриҙә Әйүпова быйыл да йәрминкәгә 15 өс литрлы банка менән аҡ бәшмәк тоҙлап алып килгән. Улар 1 мең һум менән тәҡдим ителде. Ә инде 30-ҙан ашыу ваҡ банкалағыһы төшкә тиклем һатылып та бөттө. Бынан тыш, һырғанаҡтан, йәшел тубырсыҡтан эшләгән ҡайнатмалары, әлморон тамыры ла үтемле булды. Ит, һөт ризыҡтарын тәҡдим итеүсе Килдеғолдан “Билалов” КФХ-һының һатыу нөктәһендә тана ите тиҙ арала һатылып бөттө. Благовар, Учалы яҡтарынан килтерелгән тауыҡтар ҙа (килоһы 250 һум менән) һатып алыусылар араһында ҙур ихтыяж менән ҡулланды. 

Иң әүҙемдәр баһаланды

Еңеүселәрҙе комиссия ағзалары түбәндәгесә билдәләне: 

Баҡса-мәктәптәр араһында 1-се урынға – Баҙал биҫтәһе, 2-се урынға – Яңы Монасип мәктәп-баҡсаһы, 3-сө урынға “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы лайыҡ булды. Төп мәктәптәр һәм филиалдар араһында 1-се урынға – Байназар мәктәбе менән Нәби филиалы, 2-се урынға – Иҫке Монасип мәктәбе менән Яңы Усман филиалы, 3-сө урынға Ырғыҙлы мәктәбе, Ғәлиәкбәр менән Ғәҙелгәрәй филиалдары сыҡты. 
Ауыл хужалығы предприятиелары һәм ауыл хакимиәттәре араһында 1-се урынды Байғаҙы ауыл биләмәһе, 2-се урынды – Тимер ауыл биләмәһе, 3-сө урындарҙы Иҫке Монасип менән Байназар ауыл биләмәләре яуланы. Әтек, Кейекбай, Ҡолғана, Иҫке Собханғол, Ырғыҙлы, Ғәлиәкбәр ауыл биләмәләре дәртләндереү призына лайыҡ булды. 

КФХ-лар араһында 1-се урынға Ҡолғананан Рәмзилә Ғәйетбаеваның, 2-се урынға Әтектән Гүзәл Сәлихованың, 3-сө урынға Яңы Собханғолдан Фазыл Кинйәбаевтың хужалыҡтары лайыҡ тип табылды. Дәртләндереү призы Килдеғолдан Айҙар Билаловҡа, Мәһәҙейҙән Фәнис Сәйәховҡа, Яуымбайҙан Фәһим Хәйбуллинға, Ғәҙелгәрәйҙән Рөстәм Йомағужинға, Тимерҙән Азамат Үлмәҫбаевҡа, Мораҙымдан Фидәил Моратшинға һәм Әхтәр Ғәлинға тәтене. 

Шәхси хужалыҡтар араһында Исламбайҙан Мәрғиә Ғәлиуллинаға 1-се, Мораҙымдан Нәфисә Тулыбаеваға – 2-се, Ырғыҙлынан Наилә Ғәлина менән Ҡотандан Римма Асылбаеваға 3-сө урындар бирелде. Йәрминкәлә әүҙем ҡатнашҡан Рәхилә Йәникова (Кейекбай) дәртләндереү призына лайыҡ булды. 
Көҙгө муллыҡҡа мәҙхиә йырлаусы йәрминкәлә берәүҙәр уңышын һатып, икенселәре ҡышҡылыҡҡа запас туплап ҡыуанды. 

Т. БАҺАУЕТДИНОВА, А. ҒАРИФУЛЛИНА, А. АҠЫЕВА.