Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

С Днем пчеловода Республики Башкортостан!

10 августа 2018
17
0

Хөрмәтле ҡортсолар!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһының Умартасылар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Элек-электән ҡортсолоҡ башҡорт халҡының төп шөғөлдәренең береһе. Ул тәрән тарихи тамырҙарға, бай тәжрибәгә һәм күп быуатлыҡ традицияларға эйә булыуы менән үҙенсәлекле булып тора.

Бөгөн беҙҙең район үҙенең танылған ҡортсолары менән дан тота. Ә сифатлы бөрйән балы һәм ҡортсолоҡ продукттары ҙур һорау менән файҙалана. Һеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙ ярҙамында киләсәктә лә бал етештереү алға китер, халҡыбыҙҙың изге йолалары юғалмаҫ, тип ышанам.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, сыҙамлылыҡ талап иткән шөғөлөгөҙҙә уңыштар, ҡулдарығыҙҙан ҡот китмәүен теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов

 

  • С Днем пчеловода Республики Башкортостан!