Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление Главы Администрации муниципального района Р.Д. Шарипова с Днем работника торговли

27 Июля 2018
8
0

Хөрмәтле сауҙа хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе  ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ - сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө  менән ҡотлайым!

Бөгөн сауҙа – иҡтисадтың йылдам үҫешеүсе тармаҡтарының береһе. Йәшәйешебеҙҙе лә сауҙаһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ул халыҡты киң ассортиментлы тауарҙар менән тәьмин итә.

Районыбыҙҙа 172 сауҙа нөктәһе, «Иҫке Собханғол» муниципаль унитар предприятиеһы халыҡтың тормош-көнкүрешен яҡшыртыу, сифатлы хеҙмәтләндереү буйынса тырыш хеҙмәт күрһәтә. Төрлө мәҙәни саралар һәм спорт ярыштары ла уларҙың ярҙамһыҙ үтмәй.

Киләсәктә лә эштәрегеҙҙә уңыштар, емешле хеҙмәт юлдаш булһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм именлек теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов

 

  • Поздравление Главы Администрации муниципального района Р.Д. Шарипова с Днем работника торговли