Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление Главы Администрации муниципального района Р.Д. Шарипова с Днем медицинского работника

14 Июня 2018
14
0

                           Хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙ үҙ яҙмышығыҙҙы кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ, хәстәрлек һәм  итәғәтлелек талап иткән һөнәрҙәрҙең береһе менән бәйләгәнһегеҙ.

Гиппократ антына тоғро ҡалып, халыҡҡа иң ауыр минуттарҙа ярҙамға киләһегеҙ, донъялағы иң мөһим байлыҡ – кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалаһығыҙ. Һеҙҙең һөнәри оҫталыҡ, иғтибарлы ҡарашығыҙ тормош ауырлыҡтарын еңергә ярҙам итә, йәшәүгә көс һәм өмөт бирә. Артабан да һайлап алған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып, халыҡ һаулығы мәнфәғәтенә тырышып эшләрһегеҙ,  тип ышанам.

Байрам айҡанлы Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, тынғыһыҙ эшегеҙҙә уңыштар теләйем!  

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов

 

 

  • Поздравление Главы Администрации муниципального района Р.Д. Шарипова с Днем медицинского работника