Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

1 июня - Международный день защиты детей

1 июня 2018
17
0

Ҡәҙерле балалар! Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙе матур байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайым!

Бала саҡ – ул тормош һуҡмағындағы онотолмаҫ мәлдәрҙең береһе, сафлыҡ һәм ихласлыҡ иле. Был ҡабатланмаҫ сихри мəл икəнен кеше олоғайғас ҡына аңлай. Шуға күрə бөгөнгө көндә балаларҙы дөрөҫ итеп тәрбиәләү, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, именлеген тәьмин итеү, һəр көнөн файҙалы һәм иҫтə ҡалырлыҡ итеп үткəреү өлкəндəрҙең, ата-əсəлəрҙең бурысы булып тора.

Илебеҙҙең киләсәге булған балаларыбыҙ бәхетле, тәүфиҡлы һәм һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн барыһы ла беҙҙең ҡулда.

Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, бәхет-шатлыҡтар һәм матур йәйге ял теләйем! Был көндө һәр йорт балалар йылмайыуына һәм шатлығына күмелһен!

Бөрйән районы мунциипаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов