Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

30 апреля - День пожарной охраны

28 апреля 2018
10
0

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе янғын һағы көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Янғын һүндереү хеҙмәте – Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составындағы ҙур оператив хеҙмәт. Уның иңенә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, бәлә-ҡаза була ҡалһакешенең ғүмерен һәм мөлкәтен ҡотҡарыу буйынса яуаплы бурыстар һалынған. Батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм юғары профессионализм, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер тороу Һеҙгә  хас сифаттар.

Бөгөнгө көндә йәшәйешебеҙҙе, кешеләр ғүмерен һәм уларҙың мөлкәтен хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау, янғынды һүндереү, уны булдырмау йәһәтенән ауылдарҙа ойошторолған ирекле янғын һүндереү дружиналарының ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. 

Артабан да ышанып йөкмәтелгән бурыстарға яуаплы ҡарап, янғындарҙы иҫкәртеүҙә, утлы һәләкәткә ҡаршы көрәштә намыҫлы хеҙмәт итерһегеҙ, тип ышанам.

Байрам айҡанлы Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм тынғыһыҙ хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

 

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов

 

 

  • 30 апреля - День пожарной охраны