Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление Главы Администрации муниципального района Р.Д. Шарипова с Днем работников торговли, бытового обслуживания населения и жилищно-коммунального хозяйства

16 Марта 2018
10
0

Хөрмәтле сауҙа, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Бөгөн сауҙа, торлаҡ-коммуналь хужалығының хеҙмәтләндереү сифаты күтәрелеүе, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәт күрһәтеүҙең яҡшырыуы социаль-иҡтисади үҫештә мөһим роль уйнай.

Һеҙ халыҡтың көндәлек ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерәһегеҙ, оло һәм мөһим мәшәҡәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, кешеләрҙә яҡшы кәйеф тыуҙырыуға булышлыҡ итәһегеҙ.

Районыбыҙҙа 113 шәхси эшҡыуарҙың сауҙа нөктәһе, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүсе 42 эшҡыуар, “Бөрйән” ҡулланыусылар кооперативы, “Иҫке Собханғол” сауҙа-унитар предприятиеһы, торлаҡ-коммуналь хужалығының “КомЭнергоСервис”, “Алағуян” ойошмалары халыҡты сифатлы аҙыҡ-түлек, йылылыҡ, яҡтылыҡ һәм башҡа көнкүреш шарттары менән даими тәьмин итә.   

Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

                                                                                               Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р. Д. Шәрипов

  • Поздравление Главы Администрации муниципального района Р.Д. Шарипова с Днем работников торговли, бытового обслуживания населения и жилищно-коммунального хозяйства