Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Мәктәптәрҙә киләсәк үҫә

16 ноября 2017
138
0

Ошо көндәрҙә Байназар мәктәбендә район ветерандар Советы Президиумының район мәғариф бүлеге менән берлектәге хәрби-патриотик тәрбиә темаһына киңәйтелгән күсмә ултырышы үтте. Сара барышында әйтелгән: “Балалар беҙҙең киләсәк”, “Ни сәсһәң шуны урырһың”, “Киләсәгеңде белгең килһә, йәштәргә ҡара” кеүек ялҡынлы һүҙҙәр йәш быуында тыуған илгә, ергә, уның халҡына, диненә, тарих һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү, патриотик тойғолар тәрбиәләү көнүҙәк мәсьәлә булыуы хаҡында һөйләй.

Сара мәктәптә балалар һәм үҫмерҙәргә тәрбиә биреү, сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында эшләп килеүсе “Любизар” хәрби-патриотик клубының эшмәкәрлеге менән танышыуҙан башланды. Мәктәп алдынан хәрби формалар кейгән егеттәр маршҡа баҫып үткәс, сынығыу мәктәбе клубында шөғөлләнеүсе уҡыусылар ҡыҫҡа ваҡытта сатыр ҡороп, усаҡ яғып, ике ағас араһында һуҙылған арҡан буйлап икенсе ярға сығыу кеүек оҫталыҡтарын күрһәтте. Спорт залында милли көрәш, аэробика, кикбоксинг секцияларына, уҡ атыу түңәрәгенә йөрөүсе уҡыусыларҙың сығыштары ҡаралды.

Артабан ҡунаҡтарҙы ике төркөмгә бүлеп, мәктәп буйынса экскурсия ойошторолдо. Улар тыл ветерандары, башҡорттар Беренсе Ватан һуғышында, ауылдың күренекле шәхестәре, афған ветерандары, чечен һуғышында батырҙарса һәләк булған Филүс Нурғалинға арналған “Батыр исеме үлемһеҙ” стенды, Беренсе Донъя һуғышында башҡорт яугирҙары, хәрби һөнәр һайлаусы уҡыусылар, Бөйөк Ватан һуғышы һәм ветерандары исемлеге буйынса мәғлүмәттәр менән танышты, мәктәп музейын, уҡыусылар башҡарыуында Ф. Аҡбулатованың “Атай икмәге” әҫәренән һуғыш балаларының йәшәйешен сағылдырған  өҙөк ҡаранылар. Материалдар тулы йөкмәткеле, стендтары тәрән уйлап, эстетик зауыҡ менән биҙәлгән булыуы, мәғлүмәттәр менән таныштырыусылар һәр нәмәне ҡыҙыҡлы итеп аңлатыуын барыһы ла ихлас тыңланы.

Пленар өлөш спор залында булды. Мәктәп директоры Йәмил Ҡотлобаев ултырышты асып :

- Мәктәптә сифатлы белем биреү менән бер рәттән уҡыусыларҙы хеҙмәткә лә, спортҡа  һәм сәнғәткә лә ылыҡтырыу мөһим. Хеҙмәт яратҡан сәләмәт шәхестәр тәрбиәләү өсөн бер нисә түңәрәкте үҙ үҙ эсенә берләштергән “Любизар” хәрби-патриотик клубын ойошторҙоҡ. Бер йыл ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, унда бөгөн 5 йүнәлештә эшмәкәрлек алып барыла.

Хәрби хеҙмәттең нигеҙе булып строй әҙерлек (строевая подготовка) тора. Шуны иҫәпкә алып уҙған уҡыу йылында мәктәпкә 24 комплект хәрби форма ала алдыҡ һәм егеттәрҙе әрме хеҙмәтенә лайыҡлы әҙерләү өҫтөндә эш башланыҡ.

Икенсе йүнәлеш – кикбоксинг. Мәктәптең үҙ көсө менән грушалар, башҡа кәрәк яраҡтар алыуға өлгәштек. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тәжрибәле тренер-педагог Илнур Ҡолдобаев ике зона призеры әҙерләй алды.

Беҙҙең мәктәпте тамамлаусы һәр уҡыусы төрлө сетерекле хәлдәрҙән сыға белергә тейеш. Шул маҡсатта профилле лагерь булараҡ “сынығыу мәктәбе” ойоштороп ҡараныҡ һәм әле лә ул даими эшләп килә.

Салауат һәм Сынбулат Юлбирҙиндарҙы саҡырып, мастер класс ҡарап уҡ атыу түңәрәген ойоштороп ебәрҙек. Яндарҙы боронғо башҡорттар кеүек артыш ағасынан, уҡтарҙы ла үҙебеҙ эшләнек. Балалар бик теләп шөғөлләнә, был спорт төрө лә үҫешер тигән ышаныста ҡалам.

Ниндәй башҡорт атһыҙ булһын тигәндәй, һуңғы йүнәлеште аттарға бәйле ойошторҙоҡ. Бөгөнгө көндә атты егә, эйәрләй белгән балалар юҡ тиерлек, ә һыбай йөрөү һаулыҡҡа ла файҙалы, балалар өсөн икеләтә шатлыҡ булыуын аңлап, был йүнәлеште тормошҡа ашырыу эштәрен башланыҡ. Әлбиттә, башҡараһы эштәр күп, шулай ҙа беҙ һәр мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләйбеҙ, коллектив берҙәм, һәр кем тырыша.

Уҡытыусыларҙан тыш элекке мәктәп етәкселәре, ағинәйҙәр ҡоро, ветерандар советы, ауыл хакимиәте, ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр барыһы-бырыһы ла балаларҙы үҫтереү, тәрбиәләү йәһәтенән һәр саҡ ярҙам итәләр, уларға ҙур рәхмәт, - тине.

Байназар мәктәбенең Мәһәҙей филиалының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәйҙә Сәйәхова хәрби-патриотик клубҡа йәштәрҙең күңелендә халҡыбыҙҙың батырлығына, ныҡлығына һоҡланыу тойғоһо уятырлыҡ, ата-олатайҙарҙың даны менән ғорурланырлыҡ, батырлыҡҡа юл ярып барырылыҡ “Любизар” исемен ҡушыу тураһында һөйләне.

Район Ветерандар Советы рәйесе Самат Аратов: “Кешене “кеше” итеп тәрбиәләү мәсьәләһе мөһим. Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелһә лә, тәрбиә мәсьәләһе оло проблемаға әүерелеп бара, телевизор, ундағы мәғәнәһеҙ рекламалар, кинолар, интернет селтәренә бәйлелек, халыҡтың әҙәби китаптарҙы әҙ уҡыуы ҙур борсолоу тыуҙыра”, - тине.

Йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен өйрәнеү дәресе уҡытыусыһы Айрат Сәлихов мәктәптәрҙә илгә һөйөү, патриотизмды үҫтереү йәһәтенән хеҙмәт ветерандары, яугир интернационалистар, хәрби һөнәр һайлаусы курсанттар һәм башҡалар менән осрашыуҙар, 9 май парады кеүек төрлө саралар үтеүе, йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәрен өйрәнеү дәрестәрендә һәм йыл һайын үткән 5 көнлөктә әрме сафына әҙерләү эштәре барыуы хаҡында сығыш яһаны. 

- Рухи ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм һаҡлау, уҡыусыларҙа тарихҡа, тыуған яҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу менән бергә музейҙар ҙур ғилми-ағартыу һәм уҡытыу-тәрбиәүи эштәр башҡара, - тине Ырғыҙлы урта мәктәбенең Ғәҙелгәрәй филиалы етәксеһе Әҡлимә Сафина һәм 2007 йылда Ғәҙелгәрәй мәктәбендә ойошторолған музей менән таныштырҙы.

Байназар ауылы имам-хатибы Данияр Буранбаев дин патриотизм, тәрбиә төшөнсәләре менән бәйле булыуы хаҡында һөйләне. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Шәрипов Байназар мәктәбендә башланғыс алған матур сара бүтән мәктәптәрҙә лә үтәсәге хаҡында еткерҙе.

 Көн тәртибенән тыш, сарала ошо темаға арнап сығыш яһаусылар байтаҡ булды. Кәңәшмәне йомғаҡлап, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айҙар Әлибаков рухи ҡиммәттәр алмашынған ваҡытта йәш быуынды дөрөҫ алымдар ҡулланып ҡурсалау, ямандан-яҡшыны айырырға өйрәтеү, рухи ҡиммәттәргә һаҡсыл ҡараш булдырыуға берҙәм көс һалырға саҡырҙы. Халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телен һаҡлауға, тарихын тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны һәм “Йәйләү” профилле сменаһын үткәреүҙә тос өлөш индергәндәре өсөн Сәйҙә Сәйәхова, Әхәт Әбдрәхимов, Ришат Шәриповҡа БР-ҙың мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Дәүләт бюджет өҫтәлмә белем биреү, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәгенең рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Д. Байназаров.

Автор фотолары

  • Мәктәптәрҙә киләсәк үҫә
  • Мәктәптәрҙә киләсәк үҫә
  • Мәктәптәрҙә киләсәк үҫә
  • Мәктәптәрҙә киләсәк үҫә