Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление Главы Администрации муниципального района Бурзянский район Р.Д. Шарипова с Днем физкультурника

11 августа 2017
7
0

Хөрмәтле спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, физик культура уҡытыусылары һәм спорт һөйөүселәр!

 

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Физкультурниктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Спорт – ул сәләмәтлек сығанағы. Ул кешеләргә көс һәм күтәренке кәйеф бирә, характерҙы нығыта һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә.

Районыбыҙҙа сәләмәт тормош алып барған көслө егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ бик күп.  Улар төрлө кимәлдәге ярыштарҙа районыбыҙҙы лайыҡлы күрһәтә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә һәм Бөрйәнебеҙҙе данлай. Беҙҙең спортсыларыбыҙҙың сафы Алдар батыр тоҡомоноң данын төшөрмәгән бил бирмәҫ батырҙар һәм сая рухлы ҡыҙҙар менән тағы ла тулыланыр, тип ышанам.

Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ көс һәм дәрт, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д.Шәрипов

 

 

  • Поздравление Главы Администрации муниципального района Бурзянский район Р.Д. Шарипова с Днем физкультурника