Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

3 декабря - Международный день инвалидов

2 декабря 2016
17
0

 

Хөрмәтле мөмкинлектәре сикләнгән граждандарыбыҙ!

    Һеҙҙе Халыҡ-ара инвалидтар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Берләшкән Милләттәр ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы тарафынан 1992 йылда билдәләнгән был көн мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең проблемаларына иғтибарҙы йәлеп итеүгә, уларҙың хоҡуҡтарын һәм именлеген яҡлауға саҡырылған. Уларҙың мөһим мәсьәләләрен хәл итеү, социаль мәнфәғәттәрен яҡлау мөһим бурыстарыбыҙҙың береһе булып тора.

  Районыбыҙҙағы меңдән ашыу иҫәпләнгән төрлө категориялы инвалидтарға дәүләт яҡлауын булдырыусы ойошмалар тарафынан күп кенә  ярҙамдар ойошторола: коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн компенсациялар түләү; инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәгә эш урындарын булдырыу һәм  сығымдарын ҡаплау; өҫтәлмә профессиональ белем, техник реабилитация сараларын, санаторийҙарға һәм дауаханаларға юлланмалар алыуҙа ярҙам күрһәтеү кеүек социаль программалар эшләй.

Халыҡ-ара инвалидтар көнө айҡанлы барығыҙға ла рух ныҡлығы, күңел көрлөгө, ғаилә бәхете һәм ихтыяр көсө теләйем! Һәр иртәне йылмайып ҡаршы алып, тормоштан йәм һәм ҡыуаныс табып  именлектә һәм һаулыҡта йәшәргә яҙһын Һеҙгә!

                                                                                                               Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы   Р.Д. Шәрипов

                                                                                      

 

 

 

 

 

 

  • 3 декабря - Международный день инвалидов