Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

С Днем отца!

17 октября 2021
8
0

Хөрмәтле атайҙар!

Быйылғы йылдан Рәсәй Президентының Указына ярашлы октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә яңы байрам - Атайҙар көнө билдәләнә.

Халҡыбыҙҙа “Атайлы бала — арҡалы” тигән бик аҡыллы мәҡәл бар. Әсәйҙәребеҙ ғаилә усағын һаҡлаусы булһа, атай – ул ғаиләнең төп яҡлаусыһы һәм терәге. Бала бер үк кимәлдә атаһының да, әсәһенең дә һөйөүенә һәм  иғтибарына мохтаж. Ғаиләлә атаһының абруйын күреп, уның ышанысын һәм һөйөүен тойоп үҫкән бала ҙур тормошҡа аяҡ баҫҡас та, юғалып ҡалмай, үҙ көсөнә ышанып, киләсәккә өмөт менән ҡарай.

Районыбыҙҙың барлыҡ ғаилә башлыҡтарын – атайҙарҙы ошо матур байрам менән ихлас ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм ер йөҙөндә ғаиләһе, балалары өсөн өҙөлөп торған атайҙарҙың күберәк булыуын теләйем!

                                                                        Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов

  • С Днем отца!