Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

С Днем учителя!

5 октября 2021
4
0

Хөрмәтле уҡытыусылар һәм мәғариф ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Был матур көндә беҙ уҡыусыларына тәрән белем, әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр өләшкән уҡытыусыларыбыҙҙы тәбрикләйбеҙ. Уҡытыусы беҙҙе белем донъяһына алып инеүсе, ҙур тормош юлына сығарыусы һәм һәр кемдең күңел түрендә һаҡлап йөрөткән кешеһе лә. Кешене кеше иткән аң-белемде беҙ мәктәп партаһы артында алабыҙ, киләсәктә кем булыуыбыҙ, ниндәй һөнәр һайлауыбыҙ – барыһы ла тиерлек уҡытыусы ҡулында. Барлыҡ уңыштарыбыҙ өсөн беҙ, иң беренсе сиратта, хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға бурыслыбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ.

Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади ҡомар, һөнәри бейеклектәр, Һеҙҙең хеҙмәтегеҙҙе баһалаған рәхмәтле уҡыусылар теләйем!

Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов  

 

 

  • С Днем учителя!