Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

С Днем знаний!

1 сентября 2021
2
0

Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре

 һәм ата-әсәләр!

Һеҙҙең барығыҙҙы ла Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡайнар ҡотлайым!

Белем көнө һәр беребеҙҙең тормошонда иң матур һәм сағыу байрамдарҙың береһе. Сөнки барыһының да хәтерендә шатлыҡлы мәктәп йылдары һаҡлана, һәр кем уны оло яуаплылыҡ менән ҡаршы ала.

Иң беренсе сиратта, бөгөн белем тауының тәүге баҫҡысына аяҡ баҫҡан – беренсе класс уҡыусыларын ҡайнар ҡотлайым! Яҡшы билдәләр алып, тырышып уҡыуҙарын теләйем!

Барлыҡ уҡыусыларға белем баҫҡыстарын яулауҙа ныҡышмалылыҡ, ата-әсәләргә - именлек һәм балаларының бәхетле киләсәгенә ышаныс, ә уҡытыусыларға ижади уңыштар теләйем!

Яңы уҡыу йылы Һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм яңы белемдәр менән байытһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек юлдаш булһын!

                                                               Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов

 



  • С Днем знаний!