Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

С Днем физкультурника!

14 августа 2021
3
0

Хөрмәтле спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, физик культура уҡытыусылары һәм спорт һөйөүселәр!

Һеҙҙе спорт һәм һаулыҡ байрамы – Физкультурниктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Спорт – ул сәләмәтлек сығанағы. Ул характерҙы нығыта, һәр кемгә көс һәм күтәренке кәйеф бирә, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Бөгөн йәштәрҙең күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Улар төрлө кимәлдә уҙғарылған ярыштарҙа районыбыҙҙың данын яҡлап, уңышлы сығыш яһайҙар, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр. Беҙ спортсыларыбыҙҙың уңыштарына ихлас ҡыуанабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Халҡыбыҙҙың данын күтәргән, Алдар батыр кеүек бил бирмәҫ батырҙарыбыҙҙың, сая һәм көслө ҡыҙҙарыбыҙҙың сафы киләсәктә тағы ла тулыланһын!

Байрам айҡанлы Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, ғаиләләрегеҙгә именлек һәм яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов

 

 

  • С Днем физкультурника!