Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление Главы Администрации муниципального района Бурзянский район Г.М.Манапова с Днем медицинского работника

20 июня 2021
4
0

Хөрмәтле медицина хеҙмәткәрҙәре һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Был матур көндә беҙ изге теләктәребеҙҙе тормошобоҙҙа ауыр минуттарҙа ярҙамға килгән, беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырған һәм иртәгәһе көнгә өмөт уятҡан аҡ халатлыларға арнайбыҙ. Һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙ үҙ антығыҙға тоғро ҡалып, граждандар һәм илебеҙ алдында булған профессиональ бурыстарығыҙҙы намыҫлы үтәүҙән ғибәрәт. Һәр кем алдында оло яуаплылыҡ тойоп, кешегә йәшәү көсө һәм ышаныс табырға ярҙам итәһегеҙ. Һөнәри бурыстарығыҙҙы башҡарыу менән бер рәттән, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә лә Һеҙҙең ролде айырым баһалап китергә кәрәк.

Байрам айҡанлы барлыҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә шифалы ҡулдары һәм ҡотҡарған ғүмерҙәр өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, сабырлыҡ һәм эштәрегеҙҙең һәр саҡ уң булыуын теләйем!

                                                                          Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М.Манапов

 

 

  • Поздравление Главы Администрации муниципального района Бурзянский район Г.М.Манапова с Днем медицинского работника