Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление Главы Администрации МР Бурзянский район Г.М. Манапова с Последним звонком

22 мая 2021
6
0

Хөрмәтле сығарылыш класс уҡыусылары!

Барығыҙҙы ла Һуңғы ҡыңғырау байрамы менән ихлас ҡотлайым! 

Бөгөн һәр белем усағы сығарылыш класс уҡыусыларын оло тормош юлына оҙата. Һеҙ ҡыңғырау тауышы, мәктәп, уҡытыусылар, дәреслектәр менән хушлашаһығыҙ. Алда Һеҙҙе ынтылаһы үрҙәр, яулайһы бейеклектәр һәм үҙ аллы тормош көтә. Дәүләт имтихандарын тапшырып ҡулығыҙға өлгөргәнлек аттестаты аласаҡһығыҙ. Ошо яуаплы бурыстар Һеҙгә һөнәр һайларға, тормошта үҙ урынығыҙҙы табырға ярҙам итәсәк. Һынауҙарҙы уңышлы үтеп, был донъяла юғалып ҡалмай, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхестәр булып үҫеп етерһегеҙ, тип ышанам.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, сабырлыҡ, уңыштар һәм барлыҡ хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем!

Аҡ юл һеҙгә!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов  

 

  • Поздравление Главы Администрации МР Бурзянский район Г.М. Манапова с Последним звонком