Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

15 мая - Международный день семьи

15 мая 2021
5
0

Хөрмәтле райондаштар!

Бөгөн, 15 май көнө, Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙҙың ҡото булған барлыҡ ғаиләләрҙе байрам менән ихлас ҡотлайым!

Ғаилә — ул донъялағы иң йылы урын, йәшәү усағы, кешене шәхес итеп формалаштырыусы һәм үҫтереүсе мәктәп. Халҡыбыҙ борон-борондан ғаилә ҡороп, балалар үҫтереүҙе йәшәйештең төп маҡсаты тип ҡараған. Илдең киләсәге һәм үҫеше лә ғаилә именлеге, ныҡлығы менән билдәләнә. Йәмғиәтебеҙҙә өлгөлө ғаиләләр ни тиклем күберәк булһа, илебеҙҙең бөгөнгөһө яҡты, киләсәге өмөтлө була.

Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, ғаилә бәхете һәм балалар ҡыуанысы теләйем! Ғаиләләрегеҙҙә һәр ваҡыт татыулыҡ, ырыҫ һәм хөрмәт булһын!

      Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов                                                                            

  • 15 мая - Международный день семьи