Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Булат Әбдрәхимов кубогына рус шашкаһы буйынса ярыш

20 апреля 2021
8
0

Иҫке Собханғол урта мәктәбендә шашка спортын үҫтереү, көслө спортсмендарҙы асыҡлау, сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында 17 апрель көнө район хакимиәте ҡарарына ярашлы районда ғына түгел республикала билдәле спортсмен -шашкасы, көрәшсе Әбдрәхимов Булат Батыр улы кубогына рус шашкаһы беренселеге уҙҙы. Отҡорлоҡто, зиһенде, интеллектуаль үҫеште арттырыусы был уйында 9 йәштән 13 йәшкә тиклем, 14 йәштән 18 йәшкә тиклем һәм һәм 19 йәштән өлкәндәр көс һынашты. Эйе, шашка боронғо уйын булыуға ҡарамаҫтан был спорт төрө менән мауығыусылар һаны арта. Беренсенән, спорт һөйөүселәр бергә йыйылып, аралашыу бәхетенә ирешә, икенсенән шашка уйындары шәхестең интеллектуаль потенциалын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ярышты асып кадрҙар һәм социаль мәсьәләләр урынбаҫары Венера Фәрит ҡыҙы Вәлиева: - Спортты яратҡан Булат Батыр улы кубогына ярыш йылда үтеп тора. Беҙҙең Бәрйәнебеҙҙә шундай билдәле спортсмен булыуы бик ҡыуаныслы, бындай ярыштар район кимәлендә генә түгел, республика кимәлендәлә киләсәктә үтәсәк тине. Ярышка килгәндәргә спортҡа һәйәү тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәм балаларҙы алып килгән тренерҙарға рәхмәт белдерҙе, һаулык һәм һәм сәмле уйын теләне. Ярыш булһала, был сара шундай йылы, дуҫтарса атмосферала үтте. Шулайҙа урын аҙағында еңеүселәр билдәләнде. Ир - егеттәр араһында: 1се урын - Заһир Дәүләтбирҙин (Иҫке Монасип), 2 се урын – Рәис Кабиров (Иҫке Собханғол), 3 се урын - Хәбәр Йомағолов (Яңы Монасип). Ҡатын - ҡыҙҙар араһында: 1се урын - Гүзәл Йәғәфәрова (Яңы Монасип), 2 се урын - Нәсимә Сәғитова (Яңы Монасип), 3 сө урын - Дилә Хисмәтуллина (Яңы Монасип). 14 - 18 йәшкәсә араһында егеттәр араһында 1се урын – Тимур Татлыбаев (Иҫке Собханғол), 2 се урын – Фәнүз Норотҡолов (Иҫке Собханғол), 3 сө урын – Рамаҙан Мәжитов (Яңы Усман) алһа, ҡыҙҙар араһында: 1се урын Нәзифә Йомағолова (Яңы Монасип), 2 се урын – Рәсилә Ҡасҡынбаева (Яңы Мөсәт), 3 сө урын – Эльвина Ырыҫҡолова (Яңы Усман) алды! Ә кескәйҙәр төркөмөндә 1се урын - Зәлиә Йомағолова (Яңы Монасип), 2се урын - Ҡәҙриә Ҡыуандыҡова (Яңы Монасип), 3сө урын - Нәзилә Ҡыуандыҡова (Яңы Монасип) лайыҡ булдылар Малайҙар арыһында 1се урын - Данис Насыров (Мәһәҙей), 2се урын – Динислам Кинйәбаев (Иҫке Собханғол), 3сө урын – Эльмир Аллабердин (Иҫке Собханғол) алып ҡыуанды! Иң оло ҡатнашыусы Яңы Монасиптан Хәмдиә Һатыбалова һәм Тимер ауылынан биш йәшлек Ансар Үлмәҫбаевта уйында һынатманы!

Рухлы, әүҙем кешеләрҙе туплаған турнир был спорт йүнәлешендә лидерҙарҙы асыҡларға ярҙам итте. Шулай итеп Иҫке Монасип ауыл хакимиәтенән 12 кеше ҡатнашып 9 миҙал, 4 кубокты алып ҡайттылар. Афарин! Заһир Дәүләтбирҙин, Гүзәл Йәғәфәрова, Тимур Татлыбаев, Нәзифә Йомағолова, Данис Насыров, Зәлиә Йомағолова - күсмә кубок быйыл уларҙа! Еңеүселәрҙе

йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетының миҙалдары һәм грамоталар, Булат Әбдрәхимовтың туғандарынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Йәшләй генә бакыйлыҡҡа күскән ҡустымдың рухы шатланып ҡайтҡандыр. Сөнки нәҡ ошондай ярыштар тормошона дәрт -дарман, илһам бирҙе, үҙенә ышаныс уятты. Яулаған еңеүҙәре уны ҡанатландырҙы, яңынан – яңы үрҙәргә этәрҙе. Булат бәләкәйҙән Өфө шашкасыларының йыйылма командаһы ағзаһы булараҡ, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпионаттарында ҡатнашып килде. Рязань, Мәскәү, Санкт- Петербург, Силәбе, Ханты-Мансийск һәм башка Рәсәй ҡалаларында шашка буйынса Башҡортостан команда составында сығыш яһап призлы урындар яуларға өлгәште. Булат дзюдо буйынсала Рәсәй һәм халык – ара чемпионаттарҙың көмөш призеры, спорт мастеры, “ҡара билмау” эйәһе ине. 1997 йылда Литваның Вильнюс ҡалаһында үткән ярышта икенсе урын алып, көмөш миҙал алып ҡайтты! Урал аръяғы райондары буйынса барған шашка ярыштарында ул һәр ваҡыт беренсе урындарға лайыҡ булды. Булат Әбдрәхимов кубогына үткәрелгән шашка ярышын ойоштороусы район хакимиәтенә, бергә ярышка йөрөгән бөгөнгө уйында баш судья Мөхәррәм Ҡаскынбаевҡа, Хәбир Йомағолов һәм Рәис Кәбировҡа, йылы аш ойошторорға ярҙам иткән туғандарға, мәктәп директоры ағайым Әхәт Әбдрәхимовҡа оло рәхмәтемде еткерәм! Уйында катнашыусыларға яңынан яңы еңеүҙәр һәм һаулыҡ теләйем!

Ф.Мырҙағолова

  • Булат Әбдрәхимов кубогына рус шашкаһы буйынса  ярыш
  • Булат Әбдрәхимов кубогына рус шашкаһы буйынса  ярыш