Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление Главы Администрации МР Бурзянский район Газиза Манапова с Днем социального работника!

8 Июня 2020
3
0

Хөрмәтле социаль хеҙмәткәрҙәр!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Йыл һайын йәмле июнь айында илебеҙҙә социаль хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә.  Был һөнәр эйәләренең төп сифаты – кешелеклелек, итәғәтлелек һәм иплелек. Улар мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған граждандарға, оло йәштәгеләргә көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтергә ярҙам итә. Көн дә башҡарылған эштәр менән рәттән йәнле аралашырға, уларҙың хәсрәттәрен күңел аша үткәреп, кәрәк икән кәңәшсе лә булырға тура килә.

Барығыҙға ла ҡатмарлы осорҙа мохтаждарға күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Артабан да һынатмаҫһығыҙ, тип ышанам. Һеҙгә еңел булмаған көндәлек хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов  

 

 

 

 

 

 

  • Поздравление Главы Администрации МР Бурзянский район Газиза Манапова с Днем социального работника!