Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

“Көтөргә түгел, әҙер булырға кәрәк”

26 Мая 2020
21
0

COVID-2019 пандемияһы тормошобоҙға үҙгәрештәр алып килде, яңы йәшәү рәүешенә ҡулайлашырға мәжбүр итте. Был үҙгәрештәр еле Бөрйән районына ла үтеп инде. Яңы шарттарҙа халыҡ нисек көн күрә, ниндәй мәсьәләләр борсой, улар нисек хәл ителә – ошо хаҡта район хакимиәте башлығы Ғәзиз МАНАПОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Коронавирус пандемияһы райондың иҡтисади хәленә нисек йоғонто яһай?
– Бөрйәндәге ойошмаларҙың 30 проценты бюджет өлкәһендә эшләй, муниципаль унитар предприятиелар, йылылыҡ, электр селтәрҙәре был исемлеккә ҡарай, шуға күрә эшһеҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалыусылар һаны аҙ. Төрлө ойошмаларын ябырға мәжбүр булған, көнкүреш тауарҙары һатыу менән шөғөлләнмәгән шәхси эшҡыуарҙарға ауырыраҡҡа тура килә. Туҡланыу урындары, туризмға бәйле предприятиеларға Хөкүмәт тарафынан ярҙам ҡаралған.

– Районда ирекмәнлек хәрәкәте бармы? Булһа, нисек эшләй?
– Бар, әлбиттә. Район хакимиәте лә ирекмәндәр хәрәкәтен булдырҙы. Халыҡ үҙе лә, теләк белдереп, беҙгә килеп ҡушылды. Араларында шәхси эшҡыуарҙар барлығы ҡыуандыра, был еңел булмаған мәлдә берләшеп, халыҡҡа ярҙам күрһәтәләр. Улар район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан ауылдарҙа ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә. Мәҫәлән, Гөлназ Кәримова тегеү цехында битлектәр тегеп халыҡҡа тарата, Регина менән Фәнис Нурмөхәмәтовтар, Гөлнара Баҙамшиналар ярҙам эштәрендә әүҙемлек күрһәтә.

Шәхси эшҡыуарҙар район хакимиәте ҡушыуы буйынса түгел, үҙ теләктәре менән берләшеп, кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға ынтылһын ине, килем артынан ғына ҡыуып йәшәп булмай бит.

– Эшҡыуарҙарҙан тыш, дөйөм алғанда, ирекмәндәрҙең һаны күпмегә етә?
– Яҡынса 50 кеше самаһы. Ирекмәндәр хәрәкәтенән тыш та изгелек эшләргә ынтылғандар бихисап. Мәҫәлән, Әбделмәм­бәт ауылында мохтаж булғандарға үҙ теләктәре менән билмән яһап тараталар.

Ҡайһы бер шәхси эшҡыуарҙарыбыҙ артыҡ шау-шыу тыуҙырмай ғына кешегә ярҙам итә. Диндә лә бит ҡылған изгелек хаҡында артыҡ һөйләргә ярамай, сауабы булмай, тиҙәр.

– Коронавирустан һаҡланыу эше алып барыламы?
– Вирустан ҡасып, сит төбәктәрҙән, оло ҡалаларҙан Бөрйәнгә ҡайтҡан кешеләр күп. Уларҙың барыһы менән дә ауыл хаки­миәттәре аша һөйләшеү, аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Сит илдән ҡайтыусылар ҙа айырым күҙәтеү аҫтында, уларҙан анализдар алына. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында дауалан­ғандарҙың исемлеге төҙөлдө, уларҙан да анализдар алынды, һөҙөмтәләре билдәле булғансы, өйҙәренән урамға сығып йөрөү тыйылды. Һәр бер ауылда махсус төркөм булдырылған, улар шик аҫтындағыларҙы күҙәтеүҙә тота.

– Бөрйән районында дистанцияла уҡыу торошо нисек? Ҡытыршылыҡтар бармы?
– Бар, әлбиттә. Ҡайһы бер төпкөл ауылдарға интернет барып етмәй, Ғәлиәкбәр, Үрге Нөгөш ауылдарында кеҫә телефоны бәйләнеше лә юҡ. Дистанцияла уҡыу башланғас та, онлайн тәртибендә уҡыу ҡыйынлыҡтар тыуҙырыуы иҫәпкә алынды.

Уҡытыусылар балаларға Whats­App, “Бәйләнештә” селтәрҙәре аша эштәр ебәрә, ә үрҙә һанап үтелгән, интернет аша аралашыу мөмкинлеге булмаған ауылдарҙа заданиеларҙы ҡағыҙ варианттарҙа уҡыусыларҙың өйөнә илтәләр. Коронавирус инфекцияһының әйберҙәрҙә бер тәүлек йәшәүен иҫәпкә алып, ҡағыҙҙар алдан әҙерләнә, уҡыусылар уларҙы тәүлек үткәс кенә аса. Эштәрҙе кире йыйғанда ла, уларға шул уҡ ваҡыт арауығында тейергә рөхсәт ителмәй.

Бөрйән районында күп балалы ғаиләләр ҙә байтаҡ, бер ғаиләлә биш бала уҡыған осраҡтар бар. Ҡайһы берҙәре, килеп тыуған ҡыйынлыҡтар арҡаһында, “уҡытмайбыҙ” тип ҡул һелтәргә лә уйланы, улар менән һөйләшеүҙәр, аңлатыу эштәре алып барҙыҡ.

Быларҙан тыш, мәктәп уҡыусыһы булған һәр ғаиләгә аҙыҡ-түлек таратыу эшен дә яйға һалдыҡ, уларҙы аҙнаһына бер тапҡыр тапшырабыҙ. Мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ғаиләләргә аҙыҡ-түлек нормаһы күберәк бүленгән. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә Башҡортостанда етештерел­мәгән аҙыҡ-түлек ҡулланыу осраҡтары ла булды, был етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, хәҙер уҡыусыларҙы үҙебеҙҙең республикала етештерелгән ашамлыҡтар менән тәьмин итергә тырышабыҙ.

– Ҡурғашлы ауылындағы Гагарин урамы ситтә, тау янында урынлашыу сәбәпле, унда йәшәгән халыҡ өйҙәренә интернет үткәрә алмай, кеҫә телефоны бәйләнеше лә насар. Махсус ойошма­ларға хәбәр итеүҙәре лә һөҙөмтә бирмәй, улар “өйҙәргә интернет үткәрер өсөн шарттар юҡ” тиҙәр. Дистанцияла уҡыу өсөн бәйләнешкә сығыр өсөн балалар тау башына менә, оҙаҡ ултырып, һыуыҡ тейҙереп ауырый...
– Бер нисә йыл элек был проблеманан сығыу юлын хәл итеү еңелерәк булды, сөнки ул ваҡытта районда интернетты “Башинформсвязь” ойошмаһы үткәрҙе, улар эш барышын үҙҙәре контролдә тота ине, хәҙер был вәкәләтте “Ростелеком” башҡара. Ҡайҙалыр интернет үткәрергә шарттар булдырыу өсөн эш федераль кимәлдәге программаға инергә тейеш, ә бының өсөн күп ваҡыт талап ителә. Был осраҡта, кеҫә телефондары аша бәйләнешкә сыға алмаһалар, эштәрҙе ҡағыҙ варианттарҙа алып килеү эшен яйға һалдыҡ.

– Мәктәп уҡыусыларына эштәрҙе алып килеп бирерҙәр ҙә, ә ауылда ҡырҙа уҡып йөрөгән студенттар ҙа бар. Уларҙың бар бәйләнеше – интернет аша...
– Урынлы һорау бирҙегеҙ. Төрлө варианттарҙы уйлап ҡарарға кәрәк. Студенттарға ла район хакимиәтенең мәғариф бүлеге аша уҡыу йорттары ҡушҡан эштәрҙе ҡағыҙ варианттарға күсереү юлын булдырыу фарыз.

– Коронавирустан башҡа ла хәл итәһе көнүҙәк мәсьәләләр күп. Мәҫәлән, ялған араҡы һатыу проблемаһы. Был кәсеп төрөнә республикала күптән көрәш иғ­лан ителгәйне. Бөрйән районында ошо йәһәттән ниндәй эштәр баш­ҡарыла?
– Ауыл биләмәһе хакимиәте башлыҡ­тарына закон боҙоусыларҙы табып, район хакимиәтенә отчет биреп торорға ҡушыл­ғайны. Кем, ниндәй ауылда алкоголь һата – күптән исемлек төҙөлгән. Бында проблема уларҙы тотоуҙа. Ауыл хакимиәте үҙаллы рәүештә кәсепселәрҙе фашлай алмай, был сара өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарының булыуы кәрәк, шуның өсөн башта уларға сигнал ебәрелә, контроль һатып алыу ойошторола. Бәләкәй ауылдарҙа ят кешеләрҙән шикләнәләр, уларға эсемлек һатмайҙар. Ғәлиәкбәр ауылында, мәҫәлән, ундағы алкоголь һатыусыларҙың дүрт кенә клиенты бар, башҡалар улар аша ғына һатып ала.

Икенсе проблема – законһыҙ рәүештә алкоголь һатыусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн күп кенә талаптар бар. Минең шәхси фекерем – был кәсеп менән шөғөлләнгәндәрҙе тотоу процедураһын ябайлаштырырға, ә язаны ҡатыраҡ итергә. Яңыраҡ Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән дә был хаҡта һөйләшеү булды. Киләсәктә закон боҙоусыларҙы 15 тәүлеккә иректән мәхрүм итеү сараһы ла ҡулланылыр, тип уйлайым. Бынан тыш, район гәзитендә, социаль селтәрҙәрҙә уларҙың шәхестәрен фашлап яҙып сығырға кәрәк.

– Бәлки, кемдеңдер алкоголь һатҡан ауылдашы хаҡында тейешле органдарға еткергеһе киләлер ҙә, әммә исеме сығыуҙан ҡурҡалыр. Был осраҡтарҙа ни эшләргә?
– Район хакимиәтендә лә, полиция бүлегендә лә аноним бәйләнеш эшләй, шылтыратыуҙар ҡабул итәбеҙ.
Мин район хакимиәте башлығы булып тәғәйенләнгәс (Ғәзиз Манапов ошо йылдың ғинуарында эш башланы – авт.), ғөмүмән, был мәсьәлә йәһәтенән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре менән кәмендә өс йыйылыш үтте, унда алкоголь һатып тотолғандарҙың, штрафтан тыш, бая әйтеп үткәнемсә, 15 тәүлеккә иректәренән мәхрүм ителеү мәсьәләһе лә ҡаралды, бында инде законға үҙгәреш индерелгәнен көтөргә кәрәк.

Законһыҙ рәүештә алкоголле эсемлектәр һатыусыларға штраф һалыу хәлдән сығыу юлы түгел. Өйҙән араҡы һатыусылар, үҙ сиратында, штрафты түләй ҙә артабан алкоголь һатыуын дауам итә.

– Пандемиянан һуң да тормош дауам итер. Бөрйән районында киләсәктә ниҙәр күҙаллана?
– Алла бирһә, был афәт үтеп китеп тә, сит илдәргә юл ябылһа, беҙ Бөрйән районына күпләп туристар килер тип көтәбеҙ. Республика етәкселеге тарафынан да туризм өлкәһендәге үҫештәргә ҙур өмөт бағлана. Мәғлүм булыуынса, Шүлгәнташ мәмерйәһе янындағы Морат туғайында ҙур комплекс төҙөлөү өҫтөндә, был район кешеләрен яңы эш урындары менән тәьмин итәсәк. Беҙгә археологтар, тарихсылар, экскурсоводтар кәрәк буласаҡ.

Киләһе йылда был объект менән бер рәттән Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО ҡомартҡылары иҫәбенә индерәсәкбеҙ. Бер типтағы ҡунаҡханалар, туҡланыу урындары төҙөләсәк, этнотуризмды үҫтереүгә бәйле туҡталҡалар барлыҡҡа киләсәк, быларҙың барыһы ла бер милли стилдә буласаҡ. Шуға ла киләсәктә Бөрйән районы күп ҡунаҡтарға үҙ ишектәрен асасаҡ.
Автор: Айгөл ҒӘБИТОВА
  • “Көтөргә түгел, әҙер булырға кәрәк”