Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

День работников бытового обслуживания населения и жилищно-коммунального хозяйства

13 Марта 2020
13
0

Хөрмәтле торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Бөгөнгө көндә торлаҡ-коммуналь хужалығының хеҙмәтләндереү сифаты күтәрелеүе, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәт күрһәтеүҙең яҡшырыуы районыбыҙҙың үҫешендә мөһим роль уйнай. Һеҙҙең иңдәрегеҙҙә халыҡтың көндәлек ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, уңайлыҡтар тыуҙырыу буйынса ҙур яуаплылыҡ ята. Һәр кешенең йәшәйеше, ойошма һәм предприятиеларҙың тотороҡло эшләүе лә Һеҙ башҡарған хеҙмәткә бәйле.

Артабан да шулай уңышлы эшләүегеҙҙе, районыбыҙҙың үҫешенә тос өлөш индереүегеҙҙе теләйем!

Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдереп, барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаиләләрегеҙҙә именлек һәм уңыштар юлдаш булһын!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов

  • День работников бытового обслуживания населения и жилищно-коммунального хозяйства