Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

С Днем энергетика!

21 Декабря 2019
4
0

Хөрмәтле энергетика өлкәһе хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Энергетиктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Энергетика – иҡтисадтың төп тармаҡтарының береһе. Был өлкәнең тотороҡло һәм һөҙөмтәле эшләүе райондың социаль-иҡтисади үҫешендә, хужалыҡтарҙың һәм ойошмаларҙың именлегендә сағыла. Һеҙҙең алдығыҙҙа ҡулланыусыларҙы тәүлек әйләнәһенә электр энергияһы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү бурысы тора. Был йүнәлештә киләсәктә лә һынатмаҫһығыҙ, тип ышанам.

Һөнәри байрамығыҙ уңайынан Һеҙгә еңел булмаған көндәлек хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм бәхет теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ғ.М. Манапов

  • С Днем энергетика!