Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Ирекмәндәр ярҙамға килә

25 Октября 2019
6
0

Һанлы телевидениеға күсергә ярҙам итеү өсөн республика буйынса 4 меңдән ашыу волонтер эшләй. Беҙҙең районда ла улар әүҙем эш алып бара. Иҫке Собханғолда 15 волонтер иҫәпләнә.

Ошо көндәрҙә ирекмәндәр Айнур Хәкимов һәм Сыңғыҙ Әминев район үҙәгендә йәшәүсе Софья Туленкованың йортона  барып, приставкаһын һанлы сигналға көйләп биреүҙә ярҙам иттеләр. 

-  Егеттәрҙең хеҙмәтләндереүе менән бик ризамын, яҡшы итеп аңлаттылар. Бөтә мәғлүмәтте тик телевизорҙан алам. Сәйәси темаларға ҡағылышлы тапшырыуҙарҙы үҙһенмәйем, әммә яңылыҡтарҙы ҡалдырмайым. Үҙемә ҡыҙыҡлы тип табылған тапшырыуҙарҙы эҙләп алам да ҡарайым, - ти Софья Туленкова. 

- Ике аҙна элек мине яуаплы куратор итеп тәғәйенләнеләр. Өфөгә, Белоретта һанлы телевидениеға тоташтырыу, уның үҙенсәлектәре тураһында уҡыуҙа булып ҡайттым. Күберәк оло кешеләргә ярҙам итәбеҙ, уларҙың барлыҡ һорауҙарына аңлайышлы яуаптар бирергә тырышабыҙ. Айырыуса БСТ каналын ҡарап буламы, тигән һорауҙарҙы йыш ишетергә тура килә. Һанлы телевидениела әлегә ул канал юҡ, шуның өсөн аналог тапшырыуҙарҙа тап БСТ каналы ҡалды. Йәғни, уны әле ябай антенна менән ҡарап була, - тип аңлатты Айнур.  

Ә. ЮЛСУРИНА.

 

  • Ирекмәндәр ярҙамға килә