Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

С Днем работников дорожного хозяйства

19 Октября 2019
3
0

Хөрмәтле юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым!

Юлдар төбәк-ара бәйләнештәрҙең үҫешендә, халыҡты оло донъя менән бәйләүҙә һәм йәшәйеш кимәлен күтәреүҙә ҙур урын алып тора. Уларҙың ниндәй торошта булыуы юл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең тырышлығына бәйле. Тәбиғәттең ҡырыҫ миҙгелдәренә ҡарамаҫтан, Бөрйән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре юлдарҙы рәткә килтереү, уларҙы тейешле тәртиптә тотоу һәм яңыларын төҙөү эшен уңышлы башҡара. Улар юлдарыбыҙ тағы ла яҡшыраҡ һәм уңайлыраҡ булһын өсөн артабан да тырышып эшләрҙәр, тип ышанам.

Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов

 

  • С Днем работников дорожного хозяйства