Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

27 сентября - День воспитателя и всех дошкольных работников

27 Сентября 2019
6
0

Хөрмәтле балалар баҡсаһы тәрбиәселәре һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым!

Балалар баҡсаһына сабыйҙың ниндәй кеше булып үҫеүенә нигеҙ һалынған иң яуаплы осор тура килә. Тап ошо ваҡытта уның характеры формалаша, донъяны танып-белеү һәләте үҫешә, мәктәпкә әҙерлек башлана. Балалар баҡсаһында алған тәрбиә нигеҙе баланың киләсәк тормошона ла юл һала.

Бөгөнгө көндә районыбыҙҙың 8 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында, 22 мәктәп нигеҙендәге мәктәпкәсә төркөмөндә үҙ һөнәренә тоғро хеҙмәткәрҙәр эшләй. Улар иңенә һәр балаға һөйөү, иғтибар һәм оло яуаплылыҡ талап иткән мөһим бурыстар һалынған. Артабан да Һеҙҙең оҫталыҡ һәм тәжрибәгеҙ был бурыстарҙы лайыҡлы атҡарып сығырға ярҙам итер, тип ышанам.

Байрам айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхет-шатлыҡтар һәм еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы  Р.Д. Шәрипов

  • 27 сентября - День воспитателя и всех дошкольных работников