Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе

23 Сентября 2019
11
0

19 сентябрь көнө Яңы Мөсәт ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең сираттағы семинар-кәңәшмәһе булып үтте. Йыйылышты башлап Бөрйән районы мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева үтеп барған йылға дөйөм эштәр буйынса йомғаҡтар яһаны. Район мәҙәниәт һарайы директоры Гөлнур Ғәле ҡыҙы Нәҙершина “Йылытыу сезонына әҙерлек” темаһына телмәр тотто. Шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мөһим үҙгәрештәр тураһында һөйләне. Йыйылышты дауам итеп, район мәҙәниәт һарайының әйҙәүсе белгесе Гөлсинә Ураз ҡыҙы Сәғитова “Агитбригадалар һәм агитация – художество театрҙары хәрәкәте” темаһына лекция менән сығыш яһаны, видеопрезентациялар күрһәтте. Йыйылыштың һорау-яуап өлөшөнән һуң, әүҙем эшләп килгән ауыл мәҙәниәт йорттарының клуб эштәре буйынса белгестәре Гөлнара Иштуған ҡыҙы Көҫәпова (Ырғыҙлы ауылы) һәм Дилара Абдулхай ҡыҙы Баймөхәмәтова (Әтек ауылы) уңышлы эш тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.

Иң аҙаҡтан, мәҙәниәт өлкәһендә тырышып, ең һыҙғанып эшләүселәр Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының рәхмәт хаттары һәм матур сәй сервиздары менән бүләкләнделәр. Был хаттарға Байназар ауыл мәҙәниәт йорто аккомпаниаторы – Ә.З.Хәсәнов, Әтек ауылы мәҙәниәт йортоноң клуб эштәре буйынса белгесе Д.А.Баймөхәмәтова, Яңы Собханғол мәҙәниәт йорто культорганизаторы Ә.Ғ.Манапова, Исламбай ауылы мәҙәниәт йортоноң клуб эштәре буйынса белгесе В.Я.Ғәлиуллина, Яңы Монасип мәҙәниәт йорто культорганизаторы В.Ғ.Ҡыуандыҡова лайыҡ булдылар.

 Беҙҙең райондың ижади коллективтары район, төбәк, республика кимәлендә үткән фестиваль, конкурс, күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, лайыҡлы урындар алып киләләр. Йылдан-йыл ижади  өлгөләрҙең киңәйә һәм ҡыҙыҡлыраҡ була барыуы ҡыуаныслы. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ижадтары, һөнәрҙәренә тоғро булғандары, арымай-талмай эшләүҙәре, кешеләргә шатлыҡ бүләк итә белгәндәре өсөн ҙур рәхмәт белдереп, яңынан-яңы уңыштар, һөнәри үҫеш, ижади үрҙәр теләйбеҙ! 

А.Уразаева

  • Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе
  • Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе
  • Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең кәңәшмәһе