Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

С днем ветеринарного работника

30 Августа 2019
6
0

Хөрмәтле ветеринария хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Ветеринария хеҙмәте – ауыр, тынғыһыҙ һөнәр ул. Һеҙ ауыл хужалығының малсылыҡ өлкәһендә иң әһәмиәтле урынды алып тороусы эште башҡараһығыҙ. Ветеринария хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы менән район биләмәһендә тотороҡло эпизоотик хәл һаҡлана, төрлө ауырыуҙарҙың киң таралыуына юл ҡуйылмай. Был иһә халыҡты ла төрлө сирҙәрҙән ҡурсалай, биологик таҙа продукттар менән туҡланыуын тәьмин итә.

Киләсәктә лә яуаплы эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яҡшы һөҙөмтәләр һәм ғаилә именлеге теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов

  • С днем ветеринарного работника