Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

С днем строителя!

11 Августа 2019
4
0

Хөрмәтле төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Төҙөүселәр көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Төҙөүсе һөнәре донъяла иң кәрәклеләрҙән һәм боронғоларҙан һанала. Йылдар дауамында был һөнәргә ихтыяж кәмемәй, арта ғына бара. Райондың үҫеше, халыҡтың йәшәйеше һәм тормош сифаты ла төҙөүселәрҙең уңышлы эшенән тора.

Беҙҙең районда Һеҙҙең көндәлек тырыш хеҙмәтегеҙ менән төҙөлөш эштәре әүҙем бара. Объекттарҙың сафҡа инеүе һәм төҙөкләндерелеп тороуы район иҡтисадының үҫеш билдәһе. Һеҙҙең ауыр, яуаплы эшегеҙҙә артабан да ҙур уңыштар, бәрәкәтле имен тормош, ныҡлы һаулыҡ һәм бәхет-шатлыҡ теләйем!  

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов

  • С днем строителя!