Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

С Днем физкультурника!

10 Августа 2019
3
0

Хөрмәтле спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, физик культура уҡытыусылары һәм спорт һөйөүселәр!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Физкультурниктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Спорт – ул сәләмәтлек сығанағы. Ул кешеләргә көс һәм күтәренке кәйеф бирә, характерҙы нығыта һәм ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Бөгөн йәштәрҙең күбеһе сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Улар төрлө кимәлдә уҙғарылған ярыштарҙа районыбыҙҙың данын яҡлап, уңышлы сығыш яһайҙар, яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәләр. Беҙ спортсыларыбыҙҙың уңыштарына ихлас ҡыуанабыҙ һәм ғорурланабыҙ. Улар артабан да һынатмаҫ, тип ышанам.

Байрам айҡанлы Һеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, ғаиләләрегеҙгә именлек, яңынан-яңы үрҙәр һәм ҡаҙаныштар теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов

  • С Днем физкультурника!