Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

8 июня - День социального работника

8 Июня 2019
7
0

Хөрмәтле районыбыҙҙың социаль өлкәһе хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө менән ҡотлайым!

Был көндөң әһәмиәтен Һеҙҙең өлкән быуынға, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, мөмкинлектәре сикләнгән райондаштарыбыҙға һәм төрлө сәбәптәр арҡаһында ауыр хәлдә ҡалып, мохтаж булғандарға көндәлек булышлыҡ итеүегеҙ билдәләй. Иң кешелекле һәм иғтибарлы һөнәр эйәләре булараҡ, Һеҙҙең хеҙмәт хәстәрлек күргәндәргә бик кәрәк. Көн дә башҡарылған эштәр менән рәттән йәнле аралашырға, уларҙың хәсрәттәрен күңел аша үткәреп, кәрәк икән кәңәшсе лә булырға тура килә.

Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, рух күтәренкелеге, ғаилә бәхете һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов

 

  • 8 июня - День социального работника