Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Һабантуй

3 Июня 2019
27
0

Район һабантуйы быйыл яңы урында үтте. Күҙәмбәт яланы халыҡты байрамса ҡаршы алды: һул яҡта тигеҙ рәткә теҙелгән тирмәләр, уң яҡта сауҙа, дөйөм туҡланыу нөктәләре, уртала спорт ярыштары, уйындар, аттракциондар майҙаны. Тирмәләр тирәһенән зәңгәр күккә таҫмалай һуҙылған усаҡ төтөндәре, сәхнә тирәһенән ағылған йыр-моң – барыһы ла яҡшы кәйеф өҫтәй, байрамға саҡыра.

Байрамдың рәсми өлөшө һабантуйҙың мәртәбәле ҡунағын – Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировты ҡаршы алыуҙан башланды.

Һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы быйылғы сәсеү эштәре еңеүселәренә бирелде. Бына улар:

-“Сәйәхов” КФХ-һы механизаторы Илшат Шаһимырҙанов;

-“Билалов” КФХ-һы механизаторы Рәил Билалов;

-“Ғәлин” КФХ-һы механизаторы Әхмәт Ғәлин;

-“Шәрипов” КФХ-һы механизаторы Ринат Вәлиев.

Гимндар яңғырағандан һуң һабантуй парады башланды. Байрам парадын Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән «Терра Башҡортостан» турнирының 3-сө этабында һыбайлы ат ярышын асыу тантанаһында ҡатнашып ҡайтҡан, район ат сабышы ярыштарында тәүге урындар яулаған ярыш аттары башланы.

Парадты ауыл хакимиәттәре, райондағы ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре дауам итте.

-Бөрйән ере – Башҡортостандың иң матур урындарының береһе. Һабантуйҙы бөрйәндәр матур уңыштар менән ҡаршылай.

Барығыҙға ла уңыштар, һаулыҡ теләйем, -тине Радий Фәрит улы, халыҡты матур байрам менән ҡотлап.

- Яҙ етеү менән халыҡ үҙ баҡсаһында, яландарҙа сәсеү эштәре алып бара. Һабантуй – ауыл эшсәндәренең хеҙмәтенә дан йырлау, халыҡ йолаларын киләсәк быуынға тапшырыу байрамы ла ул.

Бөгөн беҙҙең район даими иғтибар үҙәгендә. Республикабыҙҙа айырым урын биләп, көндән-көн үҫешә, матурая. Республика буйынса беҙҙең районда ғына 4 юбилей объекты төҙөлә. Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдары киҫешкән урында 108 урынлыҡ мәктәп һәм 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы сафҡа инде. Ағиҙел ҡасабаһында ла ошондай уҡ мәктәп-балалар баҡсаһын төҙөү дауам итә, уны 2019 йылдың авгусында сафҡа индереү планлаштырыла. Морат туғайы ерлегендә «Шүлгәнташ» музей-комплексын төҙөү, район мәҙәниәт һарайын реконструкциялау эштәре бара.

Бөгөн – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө. Шул уңайҙан балаларҙы ҡотлайым. Беҙҙең район демография буйынса республикала тәүге урында килә, - тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов халыҡты күркәм байрам менән тәбрикләү һүҙендә.

Артабан баҫыу батырҙары бүләкләнде.

Яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр:

Хужалыҡтар араһында:

Беренсе урында – “Сәйәхов” КФХ-һы (етәксеһе Фәнис Сәйәхов);

Икенсе урында – “Билалов” КФХ-һы (ет. Айҙар Билалов);

Өсөнсө урында - “Ғәлин” КФХ-һы (ет. Әхтәр Ғәлин).

Механизаторҙар араһында:

Беренсе урында - “Сәйәхов” КФХ-һы механизаторы Илшат Шаһимырҙанов;

Икенсе урында - “Билалов” КФХ-һы механизаторы Рәил Билалов;

Өсөнсө урында - “Ғәлин” КФХ-һы механизаторы Әхмәт Ғәлин; “Шәрипов” КФХ-һы механизаторы Ринат Вәлиев.

Еңеүселәргә дипломдар һәм премиялар тапшырылды.

Артабан сәхнәгә “Мәсемташ” халыҡ ҡурайсылар ансамбле сыҡты. Уларҙы “Саған балын тәмләтеү” театрлаштырылған тамашаһы алыштырҙы. Район оҫталарының, балаларҙың матур бейеүҙәре байрам кәйефен бермә-бер арттырҙы.

Һабантуй йәме – бәйге

Яңы урында ат ярыштары өсөн майҙан да бик уңайлы – уларҙың тотош маршрутын күҙәтергә мөмкинлек булды. Быйылғы ярыштарҙың иң иҫтә ҡалғаны – Яңы Собханғол ауылынан ҡатнашҡан йәш бәйгесенең сығышы булғандыр. Бирешмәне егет, афарин. Ағайҙарынан әллә күпме артта ҡалһа ла, дистанциянан сыҡмай, маршрутты киҫеп булһа ла эйәреп йөрөгән был бәләкәй малайҙы тамашасылар алҡыштарға күмде. Иң мөһиме, бәйге сәме бар егеттә!

Ат ярыштарының алыштырғыһыҙ комментаторы Шәфҡәт Мәзитовтың бәйгене шаярыу ҡатыш алып барыуы ла кәйефтәрҙе күтәреп, бәйгене тотош байрамға әйләндереүгә өлөшөн индерҙе. “Наташа Абдуллинаны ҡыуыусы егеттәр” хаҡындағы лөғәте генә ни тора!

3 йәшкә тиклемге

аттар ярышы һөҙөмтәләре:

-1-се урында - Илнур Мөхәмәтйәнов (Баймаҡ);

-2-се урында - Илназ Мостафин (Баймаҡ);

-3-сө урында - Винарис Вәлиев (Баймаҡ).

Өлкән аттар

ярышы һөҙөмтәләре:

-1-се - Ғәзинур Өмөтҡужин (Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы);

-2-се урында – Рәзиф Әхмәров (Баймаҡ);

-3-сө урында – Динис Байғужин (Баймаҡ).

“Бәйге” һөҙөмтәләре:

-1-се урында – Роберт Баймөхәмәтов (Әтек);

-2-се урында – Инсур Баймөхәмәтов (Әтек);

-3-сө урында – Риф Нурутҡолов (Яңы Усман).

Афарин, атһөйәрҙәр! Киләсәктә лә еңеү сәме ташламаһын!

Тирмәләрҙә –халыҡ рухы

Һабантуйҙың айырылғыһыҙ атрибуттарына әйләнгән тирмәләр тотош байрамға ҡот, йәм өҫтәп, әллә ҡайҙан балҡып, күҙ ҡыуанысы булып ултырҙы. Тирмә-күргәҙмәләр тирәһенән халыҡ өҙөлмәне. Халҡыбыҙҙың боронғоһон, тарихын сағылдырған экспонаттар, милли аш-һыу, көнкүреш әйберҙәре, ат егеү өсөн кәрәк-яраҡтар, тегелгән, бәйләнгән, сигелгән ҡул эштәре, ағастан оҫталап эшләнгән әйберҙәр – барыһы ла бар ине. Тирмәләр янында самауырҙар быуын бөркә, усаҡтарҙа ҡаҙандарҙа аш бешә. Ә табындар һыйҙан һығылып тора. Ошо үҙе түгелме тыныслыҡ, муллыҡ, бәрәкәт күрһәткесе. Шөкөр, байрам итергә дәрте лә, самаһы ла бар халҡыбыҙҙың!

Тирмәләр конкурсында Гран-при эйәһе - Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе тирмәһе. Байғаҙы һәм Байназар ауыл биләмәләренә – 1-се, Кейекбай, Аҫҡар, Ырғыҙлы ауыл биләмәләренә – 2-се, Әтек, Тимер, Иҫке Монасип, Ғәлиәкбәр, Ҡыпсаҡ ауыл биләмәләре ҡорған тирмәләргә 3-сө урын бирелде. Байназар урта мәктәбе, урман хужалығы, ҡурсаулыҡтар дәртләндереү призына лайыҡ булды.

Милли көрәш

Бил бирмәҫ батырҙар көрәш майҙанында алышты. Уҡыусылар араһында 65 килограмға тиклемге ауырлыҡта быйыл да Денис Ғабдулхаев еңеүсе, Иҙрис Ғәлиев – икенсе, Эдуард Саттаров өсөнсө урынға сыҡты. 65 килограмдан юғары категорияла Нурбулат Вәлиев еңеүсе, Руслан Ғәҙәмшин – 2-се, Ирәндек Килдейәров 3-сө урын яуланы. Өлкәндәр араһында 65 килограмға тиклемге көрәшселәрҙән быйыл да Әсхәт һәм Артур Ямғурсиндар беренсе һәм өсөнсө урындарға сыҡтылар. Рәмис Байназаров – икенсе, 75 килограмға тиклемге ауырлыҡта Юнир Газин 1-се, Рифат Баймурзин – 2-се, Айнур Ғәлиев 3-сө урындарға сыҡты.

75 килограмдан юғары категорияла Илшат Ғазин иң көслөһө тип табылды. Наил Хәмиҙуллин – 2-се, Руслан Бикембәтов 3-сө урын алды.

Һабантуй батыры – абсолют чемпион исемен алған Илшат Ғазинға - тәкә, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Мәргән уҡсы

Бөрйәнебеҙҙең данлыҡлы уғатарҙары Сынбулат һәм Салауат Юлбирҙиндар беренсе һәм икенсе, Илдар Ишморатов өсөнсө урынға сыҡты. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әлиә Ишморатова – 1-се, Гүзәл Боҫҡонова – 2-се, Алһыу Шәмиғолова – 3-сө урында. Шулай уҡ балалар ҙа мәргәнлеккә көс һынаштылар.

Ҡул көрәше

Армспорт бәйгеһендә ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар төрлө ауырлыҡ категорияларында көс һынашты. Беренсе урындарҙы Ринат Сәйфетдинов, Артур Иманғолов, Рифат Мөхәмәтғәлин, Гөлзифа Айытбаева, Нурания Йәғәфәровалар яуланы.

Ҡолғаға менгән 11 кешенең 8-е бүләктәр алып ҡыуанды.

Балалар ҙа байрам итте

“Мәсем” балалар һәм үҫмерҙәр клубы үткәргән уйындарҙа бала-сағалар ихлас ҡатнашты.

Аттракциондар эргәһенән сираттар өҙөлмәне. Балалар бассейнда тын тултырылған шар эсендә йүгерҙе, батутта һикерҙе, каруселдә әйләнде, машиналарҙа, аттарҙа йөрөнө.

Ялан буйлап теҙелеп киткән сауҙа рәттәрен ҡыҙырып, кәрәк-ярағын һатып алырға ла, дөйөм туҡланыу нөктәһе ойоштороусыларҙан шашлыҡ, былау, төрлө ҡамыр ризыҡтары алып, самауыр сәйе менән һыйланырға ла, матур концерт ҡарарға ла өлгөрҙө халыҡ.

Т. БАҺАУЕТДИНОВА,

Ә. ЮЛСУРИНА.

Б.ТИМЕРҒӘЛИЕВ фотолары