Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Район хакимиәте башлығы Р.Д. Шәриповтың Яңы 2019 йыл менән ҡотлауы!

30 Декабря 2018
17
0

Һеҙҙе Яңы 2019 йыл менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!

Яңы йыл – барыбыҙҙың да яратҡан байрамы. Ул һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана. Байрам алдынан үткән йылға йомғаҡ яһала, алдағы көндәргә яңы маҡсаттар ҡуйыла.

Уҙып барған 2018 йыл беҙҙең район өсөн ҡыуаныслы ваҡиғаларға бай булды. Республика етәкселегенең ярҙамы, ойошмалар һәм халыҡтың тырышлығы менән районыбыҙҙың үҫеше өсөн күп эштәр башҡарылды.

Республика буйынса беҙҙең районда ғына “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” проекты сиктәрендә дүрт объект төҙөлә. Яңы Собханғол ауылында 108 урынлыҡ мәктәп менән 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы сафҡа инде, Яңы йыл байрамдарынан һуң балаларҙы ҡабул итәсәк. Ағиҙел ҡасабаһында ла ошондай уҡ мәктәп-балалар баҡсаһы, Морат туғайында "Шүлгәнташ" мәмерйәһенең күсермәһе, йәғни музей-комплексы төҙөлә. Дүртенсе юбилей объекты - Район мәҙәниәт һарайын реконструкциялау ҡаралған.

2018 йыл дауамында шулай уҡ Иҫке Собханғолда Ағиҙел йылғаһы яры яҡтыртылды, Әбделмәмбәт ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө, Иҫке Монасип ауылында мәҙәниәт йорто яңыртылды. Бынан тыш ауылдарҙа юлдар, күперҙәр төҙөкләндерелде, газ һәм һыу линиялары һалынды, мәҙәниәт һәм белем усаҡтарында төҙөкләндереү башҡарылды.

Эт йылы матур байрамдарға ла бай булды. Республика, район кимәлендәге бик күп саралар уҙғарылды.

Район халҡына фиҙакәр хеҙмәте, терәк-таяныс булып ярҙамы өсөн оло рәхмәтемде еткерәм. Башҡарыласаҡ эштәрҙе артабан да бергәләп тормошҡа ашырырбыҙ, тип ышанам.

Киләсәккә яҡты өмөттәр һәм ышаныс менән йәшәйек, алдағы йылдар тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға, шатлыҡлы һәм бәхетле минуттарға байыраҡ булһын!

Яңы йыл һеҙгә яңы шатлыҡтар, яңы ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр алып килһен. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйем!

Яңы йыл, яңы бәхет менән!

Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Р.Д. Шәрипов

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Район хакимиәте башлығы Р.Д. Шәриповтың Яңы 2019 йыл менән ҡотлауы!