Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Отчетный доклад главы Администрации муниципального района Бурзянский район за 2017 год

30 Января 2018
33
0
Скачать (загружено 1 раз)

Хөрмәтле Президиум, депутаттар һәм район ойошмалары етәкселәре!

Бөрйән районы муниципаль районы Уставына ярашлы Һеҙҙең иғтибарға район Хакимиәтенең һәм район ойошмаларының 2017 йылдағы эшмәкәрлеге тураһындағы отчетын тәҡдим итәм.

Уҙған йылда муниципаль район Хакимиәте үҙ эшен Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Мөрәжәғәтнамәләре һәм Указдары, федераль һәм республика ҡануниәттәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарҙары, муниципаль район Уставына, район Советы һәм Президиумы ҡарарҙарына, маҡсатлы программаларға  нигеҙләнеп һәм халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙе хәл итеү юлдарын эҙләп ойошторҙо.

Йыл дауамында район буйынса билдәләнгән мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш алып барылды.

БЮДЖЕТ ҮТӘЛЕШЕ

Райондың социаль–иҡтисади үҫеш кимәлен билдәләүсе төп күрһәткестәрҙең береһе булып йыйылма бюджет иҫәпләнә.

2017 йылда йыйылма бюджетҡа 586,2 млн. һум килем инде (2016 йылда – 902,3 млн.). Уның эсендә райондың үҙ өлөшө 111 млн. һум (2016 йылда 113,5 млн. һум), йәғни дөйөм килемдең 19% -ын тәшкил итә.

Йыйылма бюджетҡа ингән килемдең кәмеүе Иҫке Собханғол урта мәктәбе төҙөлөп бөтөү сәбәпле финанслауҙың туҡталыуына, һалым түләүсенең икенсе һалым инспекцияһына күсеүенә, шулай уҡ урындағы бюджетҡа ингән акциз өлөшөнөң һәм ставкаларҙың кәмеүенә бәйле.

Райондың үҙ килеменең  71,8 млн. һумы (64,8 %) физик шәхестәр килеменә тәғәйен булған һалымдан (НДФЛ), 10,3 млн. (9,3 %) нефть продукттарын һатыуҙан килгән акциздан, 3,5 млн. һумы (3,2 %) айырым эшмәкәрлек төрҙәренә һалынған һалымдан (ЕНВД), 8,4 млн. (7,6 %) ер өсөн һалымдан,  2,2 млн. һум (2,0 %) мөлкәтте һатыуҙан, 903 меңе (0,8 %) дәүләт пошлинаһынан, 6,5 млн. (5,9 %) муниципаль милекте ҡуртымға биреүҙән, 1,7 млн. һум (1,5%) штраф санкцияларынан, 4,3 млн. һумы (3,9 % )  ябайлаштырылған һалым системаһынан йыйылды.

Муниципаль бюджетты тулыландырыу, эш биреүселәрҙең ваҡытында бюджетҡа түләүҙәрен тәъмин итеү,  халыҡтың ер һәм мөлкәтен иҫәпкә алдырыу маҡсатында 5 ведомство-ара комиссия ултырыштары үтте. Унда 34 шәхси эшҡыуар һәм етәксенең эшмәкәрлеге тикшерелеп, килеп сыҡҡан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмәләр бирелде. 

Бюджеттың теүәл үтәлешен һәм килемде контролдә тотоу маҡсатында квартал һайын килем администраторҙары менән йыйылыштар үткәрелеп, отчеттар һәм касса планы төҙөлдө.

Отчет осоронда финанс идаралығы ревизоры 12 ревизия һәм тикшереү үткәрҙе.

Йыйылма бюджеттың сығым өлөшө 595,4 млн. һум тәшкил итте, шул иҫәптән  9,9 % – дәүләт идараһына, 8,7 % - милли иҡтисад мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелде;  4,9 % – торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, 58,0 % – мәғарифты, 7,6 % – мәҙәниәтте, 4,9 % социаль түләүҙәрҙе һәм 1,3 % спортты финанслауға тотонолдо.

Йыл дауамында финанс идаралығы тарафынан бюджетты тулылландырыу буйынса эштәр алып барылды. Халыҡ тыңлауҙары, комиссиялар үткәрелде. Бөрйән районы муниципаль район бюджетының үтәлешен һәм планлаштырыу сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән бюджет сығымдарын оптималләштереү, һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыу, үҙ килемде арттырыу маҡсатында Комплекслы саралар планы раҫланды.

2018 йылда ла, райондың үҙ килемен арттырыу маҡсатында, өҫтөнлөклө йүнәлеш тип иҫәпләнгән туризм өлкәһендә эшләүселәрҙең бюджетҡа килем индереүен, ауыл хужалығы предприятиеларының ауыл эсендәге иҫәпкә алмай ҡулланған ерҙәрен, халыҡтың иҫәпкә алынмаған ер һәм мөлкәтен асыҡлау, бюджетҡа һалымдарын, ҡуртым хаҡын ваҡытында түләтеүҙе, аҡсаны маҡсатҡа ярашлы һәм файҙалы тотоноуҙы, муниципаль предприятие һәм учреждениеларҙың тотороҡло эшләүен тәьмин итеү бурысы тора.

ИҠТИСАД ҺӘМ ЭШҠЫУАРЛЫҠ

2017 йылда Бөрйән районының иҡтисади күрһәткестәре тотороҡло булды. Район иҡтисадының төп нигеҙен бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, бюджет өлкәһе ойошмалары һәм бюджет ярҙамы тәшкил итте.   

Отчет осоронда 278,7 млн. һумлыҡ урында етештерелгән тауарҙар һатылды һәм хеҙмәтләндереү күрһәтелде. Иҡтисади эшмәкәрлектең сәнәғәт етештереү индексы 107,9 процент булды. Ваҡлап һатыу күләме 651 млн. һум (101,2%) һәм халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәтләндереү күләме 176,6 млн. һум (116,6%) тәшкил итте. Бөтә төр предприятиеларҙа түләнелгән  уртаса айлыҡ эш хаҡы 18956 һум. Был күрһәткес үткән йыл менән сағыштырғанда 8,3 %-ҡа артҡан.

Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә шөғөлләнеүсе 373 субъект, шул иҫәптән 63 микропредприятие, 168 шәхси эшҡыуар һәм рәсми теркәлгән 142 крәҫтиән-фермер хужалығы иҫәпләнә. Отчет йылында һалым органдарында 66 яңы субъект теркәлгән. 

2017 йылда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтан райондың йыйылма бюджетына һалым түләүҙәре 7,9 млн. һум тәшкил итте. Беҙҙең райондан ҙур һалым түләүсе иҫәптән төшөү сәбәпле, был һан уҙған йылға ҡарағанда 1,5 млн. һумға кәмене.

2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата районда 198 (2016 йылда – 195) сауҙа объекты иҫәптә тора. Уларҙың дөйөм майҙаны 9755 кв.м (2016 йылда – 9505), шул иҫәптән сауҙа майҙаны  4519,3 кв.м (2016 йылда – 4451).

2017 йылда сауҙа өлкәһе лә үҙгәрештәр кисерҙе. Районда яңынан-яңы һатыу нөктәләре булдырыла, уларҙа булған тауар ассортименты киңәйә.

Ай һайын район Хакимиәте тарафынан сауҙа нөктәләрендә төп аҙыҡ-түлек хаҡтарына мониторинг үткәрелә. Халыҡты хеҙмәтләндереү сифаты ла яҡшыра бара. Йыл дауамында халыҡтан сифатһыҙ хеҙмәтләндереү тураһында бер ғариза ла ҡабул ителмәне. Отчет йылында ҡануниәт талаптарының артыуы сәбәпле, шулай уҡ халыҡҡа заманса уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында район үҙәгенең күпселек һатыу нөктәләре электрон түләү ҡорамалдары менән тәьмин ителде. Тауар хаҡына ташлама яһаусы карта системаһы ғәмәлгә индерелә башланы.

Районда бөгөнгө көндә 5 йәмәғәт туҡланыу ойошмаһы бар. Йәйге осорҙа Морат туғай ерлегендә һәм юл буйында кафелар эшләне. Туҡланыу ойошмаларының йыллыҡ тауар әйләнеше 10,1 млн. һум булып, 2016 йыл менән сағыштырғанда 91,1 % тәшкил итте. 2017 йылда туристар ағымының аҙ булыуы сәбәпле, был күрһәткес кәмене.

Хакимиәт тарафынан был өлкәгә яңы импульс биреү өсөн муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу,  консультатив аңлатыу эштәре алып барыла, кредит алыуҙа ярҙам күрһәтелә, кәңәшмәләр һәм төрлө саралар үткәрелә.

«2017-2019 йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» муниципаль программа сиктәрендә уҙған йылда республика һәм район бюджетынан конкурс үткәреү юлы менән 13 эшҡыуарға 3 млн. 588 мең һум аҡса бүленде.

Был аҡсалар ауыл хужалығы өлкәһендә үҙ эшен башлаған 4 крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына, туризм һәм икмәк бешереү кеүек йүнәлештәрҙә эшләгән эшҡыуарҙарға тейешле комиссия ҡарарына ярашлы тәғәйенләнде. Отчет осоронда беҙҙең район өсөн яңы булған өлкәләргә лә иғтибар бирелде. Аутсорсинг йүнәлеше буйынса эш башлаусы 3 субъектҡа финанс ярҙам күрһәтелде. Халыҡ күптән һораған автобус маршруты булдырылды.

Бөгөнгө көндә район иҡтисадын үҫтереү йәһәтенән эшҡыуарҙарҙы һәм ошо йүнәлештә эш башларға теләүселәрҙе ваҡытлы һәм актуаль мәғлүмәт менән тәьмин итеп тороу мөһим. Был йүнәлештә йыл дауамында төрлө саралар ойошторолдо. “Стартап автобусы”, эшҡыуарҙар кәңәшмәһе, семинарҙар, мәктәп уҡыусылары менән бизнес-тренинг һәм башҡалар үткәрелде.  

Киләсәктә заман ҡуйған яңы талаптарҙан ҡурҡмай, баҙар иҡтисады шарттарын инҡар итмәй, барыбыҙға ла бергәләшеп район иҡтисадының әһәмиәтле тармағы булып торған эшҡыуарлыҡ өлкәһенә иғтибарҙы тағы ла арттырырға кәрәк.

ТӨҘӨЛӨШ

Райондың иҡтисади һәм социаль үҫешендә төҙөлөш комплексы мөһим роль уйнай. Бөгөнгө көндә республика етәкселеге һәм Хөкүмәтенең даими ярҙамы һәм хәстәрлеге арҡаһында төҙөлөш эштәре әүҙем бара.

Иҫке Собханғолда 120 урынлыҡ интернатты реконструкциялауҙың икенсе этабы тамамланды. Төҙөлөштөң өсөнсө этабын йәғни тирә-яғын төҙөкләндереүҙе ағымдағы йылда башҡарыу планлаштырыла. Иҫке Мөсәт һәм Яңы Собханғол ауылдары киҫешкән урында 108 урынлыҡ мәктәп менән 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” проектына индерелеп, төҙөлөш башланды. Ағиҙел ҡасабаһындағы ошондай уҡ 108 урынға иҫәпләнгән мәктәп менән 90 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөү проекты дәүләт экспертизаһын уңышлы үтеп, Республика адреслы инвестиция программаһына индерелде, төҙөлөш эштәрен 2018 йылда башлау планлаштырыла.  Яуымбай мәктәбенең балалар баҡсаһы өлөшө төҙөкләндерелде.

2017 йылда ошо һәм башҡа эштәр менән бер рәттән төрлө дәүләт программаларына ярашлы төҙөү һәм төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.

Урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән проект сиктәрендә Исламбайҙа мәҙәниәт йорто яңыртылды, Байғаҙы ауылында мобиль янғын һүндереү комплексы алынды, Кейекбайҙа мәҙәниәт усағы төҙөкләндерелде, Ҡолғана ауылы мәктәбендә капиталь ремонт, Әбделмәмбәт ауылында мәҙәниәт йортон яңыртыу эштәре башланды.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Балалар спорты” проекты сиктәрендә бүленгән 474 мең һум аҡсаға Байназар урта мәктәбендә баскетбол майҙансығы төҙөлдө. Ошондай уҡ проект сиктәрендә Аҫҡар урта мәктәбенең спорт залын төҙөкләндереүгә 600 мең һум аҡса бүленде. “Реаль эштәр” проекты буйынса Әбделмәмбәт урта мәктәбе һыу менән тәьмин ителде, Нәби филиалының мәктәпкәсә төркөмөндә 102 мең һумға төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, Килдеғол мәктәбенең ҡыйығы алмаштырылды.

Ра­йонда аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға ярҙам итеү йәһәтенән  «Йорт комплекты» программаһы эшләп килә.  Программаның операторы булып коммерцияға ҡарамаған ойошма – Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды тора. Программа сиктәрендә 2017 йылда 4 ғаилә ошо мөмкинлектән файҙаланды. Йорт төҙөтөү өсөн Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы тарафынан 440 кубометр ағас алынды.  Ағымдағы  йылдың  1-се ғинуарына ҡарата исемлектә 15 кеше тора.

Әле Яңы һәм Иҫке Монасип ауылдарын тоташтырып тороусы күпер төҙөү эштәре дауам итә.  Нәби ауылында төҙөлгән күпер проектына үҙгәрештәр инеү сәбәпле республика бюджетынан өҫтәмә 3 млн. аҡса бүленде. Күперҙе төҙөп бөтөү 2018 йылда планлаштырыла.  

2017 йылда Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү идаралығы тарафынан Ҡағы – Иҫке Собханғол йүнәлешендәге юлдың 19,2-21,5, 44,0-44,7 километрындағы участкаларында асфальт яңыртылды. Иҫке Собханғол – Ғәлиәкбәр, Иҫке Собханғол-Мораҡ йүнәлештәрендәге автомобиль юлдары төҙөкләндерелде. 6,8 млн. һум аҡсаға Исламбай ауылына инә торған юлдың 21,5-24,5 километрындағы участкала ремонт эштәре башҡарылды.

Отчет осоронда региональ һәм муниципаль-ара юлдарҙы ҡарау өсөн 54,7 млн., муниципаль юлдарға 4,63 млн. һум аҡса тотонолдо.

Юл фонды (акциз) иҫәбенән бүленгән 11,7 млн. һум аҡсаға 10,1 километр юл төҙөкләндерелде. Шул иҫәптән Нәби һәм Иҫке Монасип ауылдарында 2 саҡырымдан ашыу юлға асфальт түшәлде.

Әле Мәҡсүт, Әбделмәмбәт ауылдарына алып барған юлдарҙың проекттары дәүләт экспертизаһына тапшырылды, был маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн 11,4 млн. аҡса бүленде. Киләсәктә төҙөлөштө башлау өсөн аҡса йүнләү эштәре дауам итәсәк. Иҫке Собханғол – Мораҡ йүнәлешендәге юлдың 16-30 километрындағы  участкаһына асфальт түшәү проекты дәүләт экспертизаһын уңышлы үтеп, төҙөлөш эштәрен 2018 йылда башлау күҙаллана.

Баҙал микрорайонында автомобиль юлдарын төҙөү, Аҫҡар һәм Ҡурғашлы ауылдарында һыу үткәреү, Байназар, Нәби һәм Иҫке Монасип ауылдарында Ағиҙел йылғаһын таҙартыу һәм уның төбөн тәрәнәйтеү буйынса проект эштәре дәүләт экспертизаһын уңышлы үтте. Әлеге ваҡытта ошо күләмдәрҙе федераль һәм республика маҡсатлы программаларына индереп, аҡса йүнләү буйынса эштәр бара.

2017 йылда  район Хакимиәтенең баш архитекторы 228 капиталь төҙөлөшкә, 261 ер участкаһының төҙөлөш  планына  рөхсәт бирҙе, әсәлек капиталына таянып, торлаҡ төҙөүҙе раҫлау өсөн 15 акт төҙөнө.

 Отчет осоронда 23213 кв.м. капиталь төҙөлөш бинаһы һәм 7500 кв.м. дөйөм майҙандағы  шәхси объекттар сафҡа инде.

Район территорияһының күпселек өлөшөн урман фонды ерҙәре алып торғанлыҡтан халыҡҡа йорт төҙөү, эшҡыуарлыҡты һәм райондың инфраструктураһын үҫтереү өсөн буш ер бүлемдәренең булмауы актуаль проблемаларҙың береһе булып ҡала кил  ә.

2017 йылда Иҫке Собханғол ауыл биләмәһенең генераль планын актуалләштереү (актуализация) буйынса эштәр башланды. Генераль план Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология, Ауыл хужалығы министрлыҡтары  тарафынан раҫланғандан һуң,  Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе территорияһында халыҡҡа шәхси йорт төҙөү өсөн өҫтәмә ер участкаларын бүлеп биреү мөмкинлеге буласаҡ.

Һәр ауыл биләмәләренең территорияларын артабан урман фонды ерҙәре иҫәбенә генә киңәйтергә мөмкин. Рәсәй Урман хужалығы агентствоһы территорияларҙы урман фонды ерҙәре иҫәбенә киңәйтеүгә рөхсәт бирмәү сәбәпле, ауыл биләмәләренең генераль пландары минималь киңәйтеүҙе иҫәпкә алып эшләнгән. Отчет осоронда Әтек һәм Ҡолғана ауыл биләмәләренең генераль пландарына төҙәтмәләр индерелеп, киңәйтелгән территорияларҙан ҡурсаулыҡ һәм урман фонды ерҙәре алынды. Байғаҙы һәм Ғәлиәкбәр ауыл биләмәләренең күпселек өлөшө урман фонды ерҙәре иҫәбенә киңәйтелгәнлектән, генераль пландар раҫланманы. Рәсәй Урман хужалығы Урман кодексының 25-се статьяһына һылтанып урман фонды ерҙәрен ауыл биләмәләренә күсереүгә рөхсәт бирмәне. Киләсәктә лә был юҫыҡтағы эштәр дауам итәсәк. Әлеге ваҡытта Урман хужалығы министрлығына, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм республика етәкселегенә мөрәжәғәт итеп был һорауҙы хәл итеү юлдары эҙләнә.  

ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ

Торлаҡ-коммуналь хужалығы социаль-иҡтисади үҫештә мөһим роль уйнай. Беҙҙең йорттарҙағы таҙалыҡ һәм урамдарҙағы тәртип, кешеләрҙең йәшәү сифаты һәм яҡшы кәйефе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының тотороҡло эшләүенә бәйле.

2017 йылда район үҙәгендә 1,3 км оҙонлоғондағы йылылыҡ селтәрҙәре реконструкцияланды, Ленин урамында урынлашҡан күп фатирлы йортта 390 мең һумлыҡ электр линияларына капиталь ремонт үткәрелде.

 Халыҡты күптән борсоған “Әүжән-Байназар” ВЛ-110 кВт резервлы электр линияһын төҙөү буйынса проект эштәре башланды.     

Газпром йәмғиәте менән берлектә «2020 йылға тиклем районды газификациялау программаһына» ярашлы Иҫке Собханғол – Ырғыҙлы йүнәлешендәге газ селтәрҙәрен төҙөү өсөн проект эштәре башланды. Был проект киләсәктә шул зонала урынлашҡан ауылдарҙы тәбиғи газ менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тотоп эшләнә. Шулай уҡ Иҫке Собханғол ауылының Шишмә, Ерекле һәм Ҡояшлы урамдарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу өсөн проект эштәре башланды.

2017  йылда «Алағуян» муниципаль унитар предприятиеһы Иҫке Собханғол ауылында 19 учреждение һәм ойошманы, 96 фатирҙы йылылыҡ менән тәъмин итте. Предприятие  тарафынан ҡулланыусыларға 3571 гигакалорий йылылыҡ тапшырылды, шул иҫәптән ауыл халҡына 1088 Гкал. Отчет йылында ойошма 9,9 млн. килем алған. Ойошманың халыҡтан 2017 йылдың аҙағына 408 мең һум аласағы ҡалған.

Отчет йылында Иҫке Собханғол линия-техник цехы 41 телефон станцияһының һәм Интернет селтәренә инеү мөмкинлеге биргән 85 берәмек ҡоролманының туҡтауһыҙ эшләүен тәьмин итте. Ойошма тарафынан 293 абонент Интернет селтәренә, 205-е IP-телевидениеға тоташтырылды, 128 райондашыбыҙ телефон бәйләнешенә эйә булды.

Корпоратив абоненттарға оптик-сүс кабелдәрен төҙөү буйынса, шулай уҡ Мультирум (2 һәм унан күберәк телевизорҙарҙы бер линияға тоташтырыу) һәм Метрофон (виртуаль АТС) кеүек хеҙмәттәрҙе күрһәтеү йәһәтенән эштәр башҡарылды.

“Үрге Әүжән-Аҫҡар-Исламбай” станция-ара бәйләнеше 170 метр оҙонлоғондағы Магнитогорск-Стәрлетамаҡ-Ишембай газ линияһы аша юғары баҫымлы оптик-сүс бәйләнеш линияһына күсерелде. Баҙал микрорайонында АDSL бәйләнеше 170 пар линияға яңыртылды. Әлеге ваҡытта районда 35 абонент “Изернет” технологияһы буйынса Интернет селтәренә тоташтырылған.

Отчет осоронда Морат туғай ерлегендә кәрәҙле элемтә бәйләнеше булдырылды, шулай уҡ Яңы Мөсәт һәм Үрге Нөгөш ауылдарында «3G селтәрен таратыусы «фемтосот» махсус бәләкәй база станцияһы урынлаштырылды. Үрге Нөгөш ауылы халҡы Wi-Fi –интернет менән тәьмин ителде.

Бөрйән районы электр селтәрҙәре ойошмаһы тарафынан отчет йылында 203 йорт һәм яңы етештереү объекты электр селтәрҙәренә тоташтырылды. Һарғая, Ғәлиәкбәр, Аҫҡар һәм Кейекбай йүнәлешендәге 71 га майҙандағы селтәр трассалары үҫентеләр һәм ағастарҙан таҙартылды. «Байназар», «Бөрйән» һәм «Әүжән» трансформатор подстанциялары төҙөкләндерелде. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 2 миллиондан ашыу аҡса сарыф ителде. Морат-туғай ерлегендә һәм Аҡбулат ауылы янындағы яңы бирелгән ер участкаларында 2 трасформатор подстанцияһы төҙөкләндерелеп тоташтырылды, һәр ауылда ла тиерлек юғары вольтлы линиялар төҙөлдө.

«Башҡортостан энергетика һатыу компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Бөрйән районындағы клиент офисы 6900 –гә яҡын граждан-ҡулланыусы һәм 290 юридик шәхесте хеҙмәтләндерә. 2017 йылда ойошма тарафынан бөтәһе 50 млн. һум электр энергияһы һатылған, 21,1 млн. киловатт-сәғәт электр энергияһы ҡулланыусыларға еткерелгән. Отчет осоронда 236 мең һумлыҡ түләүле хеҙмәттәр күрһәтелгән, 40 бер фазалы иҫәпләү приборы алмаштырылған. 2017 йылдың аҙағына ойошманың халыҡтан 2,5 млн. һум аласағы ҡалған.

«Газпром газораспределение Уфа» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет ҡалаһындағы филиалының Бөрйән комплекслы хеҙмәте газ селтәрҙәренең техник яҡтан төҙөк булыуын һәм ҡулланыусыларҙы зәңгәр яғыулыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Бөгөнгө көндә райондың 9 ауылында 1361 йортҡа  тәбиғи газ  индерелгән. 402 йорт газ баллоны ҡулайламаһы менән файҙалана.

2017 йылда Бөрйән комплекслы хеҙмәте тарафынан 870 тәбиғи газ үткән, 66 газ баллоны ҡулайламаһы менән ҡулланыусы йорттарҙа төҙөкләндереү һәм техник хеҙмәтләндереү эштәре башҡарылды. 90 йорт һәм 4 коммуналь-көнкүреш объекты тәбиғи яғыулыҡ төрөнә тоташтырылды. Бынан тыш Иҫке Собханғол, Нәби, Иҫке Монасип, Иҫке Мөсәт һәм Байназар ауылдарында төҙөкләндереү, яңы приборҙар урынлаштырыу эштәре башҡарылды.

«КомЭнергоСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Иҫке Собханғол һәм Ишдәүләт ауылдарындағы, шулай уҡ Яңы Собханғол ауылының Йәштәр урамындағы электр линияларын хеҙмәтләндерә, 2223 хужалыҡтың һәм 127 юридик шәхестең электр энергияһы менән ҡулланыуын тәъмин итә. 

2017 йылда инвестицион программаға ярашлы район үҙәгенең Салауат, Һ.Ишкилдин һәм Ленин урамдарында 1,74 км. оҙонлоғондағы юғары вольтлы линиялар төҙөкләндерелде. 85 ҡулланыусы “КомЭнергоСервис”ойошмаһының электр селтәрҙәренә тоташтырылды. Ҡабул ителгән 9,4 млн. кВт электр энергияһының, 7 млн. кВт-ы абоненттарға тапшырылған. Ойошма электр энергияһын селтәрҙәре буйлап тапшырыуҙан  22  млн. һум, халыҡты һәм ойошмаларҙы һалҡын һыу менән тәьмин итеүҙән  2,5 млн. һум, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын урынлаштырыуҙан 1,1 млн.  һум килем алған. “КомЭнергоСервис” тарафынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм утилләштереү йәһәтенән 227 килешеү төҙөлгән.

Бөгөнгө көндә район территорияһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарының рәсми рәүештә теркәлмәүе, лицензиялары булмауы күп ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙең тейешле документтары, тәртиптә тотоусы ойошманың лицензияһы булмағанлыҡтан уларҙы теркәү мөмкинлеге юҡ.

Әлеге ваҡытта был һорауҙы хәл итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә эштәр алып барыла.

ТУРИЗМ ҺӘМ ТИРӘ-ЯҠ МӨХИТТЕ ҺАҠЛАУ

Туризм – райондың иҡтисади үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Ял итеү маҡсатында беҙгә килгән туристарҙың һаны һуңғы йылдарҙа артыуы туризм өлкәһендә эш иткән эшҡыуарҙарға яңы мөмкинлектәр бирә.

Бөгөнгө көндә туризм өлкәһендә 16 эшҡыуар шөғөлләнә. 2017 йылда был өлкәнән район бюджетына һалым һәм һалым булмаған  килем булараҡ 5 млн. һум сумма инде. Районыбыҙҙың туризм буйынса эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу, ағас һырлау, йәдкәр (сувенир) эшләү кеүек халыҡ художество кәсептәре алға әйҙәүсе йүнәлештәрҙең береһе булып тора.

Рәсми булмаған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, отчет йылында беҙҙең районда 40 меңгә яҡын кеше ял итте. «Шүлгәнташ» мәмерйәһен күрергә теләүселәр 31 мең кеше булды, уларҙың 17 меңе Башҡортостандан,  9400-е Рәсәй  Федерацияһынан, 4800-е беҙҙең райондан,  ҡалғаны сит илдән. 600 кеше «Ағиҙел» муниципаль унитар предприятиеһы ҡарамағында булған «Аҡбуҙат» туристик кемпингының хеҙмәте менән ҡулланды.  Киләсәктә туризм өлкәһе район эшҡыуарҙарына һәм  халыҡҡа иҡтисади яҡтан отошло булһын өсөн, был күрһәткесте тағы ла арттырыу мөһим.

2017 йылда Морат туғай ерлегендә кәрәҙле элемтә бәйләнешенең булыуы килгән туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса мөмкинлектәр асты.  Хәҙер ҡурсаулыҡҡа килеүселәр онлайн режимда фотолар, видеолар менән уртаҡлашып, сәйәхәт тураһында баһаларын ҡалдыра ала.

Районда йыл әйләнәһенә туристарҙы йәлеп итерлек сараларҙы үткәреү туризм өлкәһенен үҫтереүҙең бер шарты булып тора. Был йәһәттән районда “Бөрйән балы –башҡорт даны” этнофестивале, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ат сабыштары, ҡышҡы балыҡ тотоу буйынса фестиваль үткәрелде. Бындай саралар сит өлкәләрҙән ҡунаҡтарҙы йәлеп итеп кенә ҡалмай, халыҡҡа үҙе етештергән тауарҙарҙы һатып, килем алыуға, ғөмүмән, баҙар иҡтисады шарттарында йәшәүгә булышлыҡ итә.

Һуңғы йылдарҙа ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы ышаныслы темптар менән үҫешә. Был өлкәлә шөғөлләнеүсе эшҡыуарҙарҙың һаны артыуы ҡыуандыра, продукцияларҙың ассортименты киңәйә, халыҡты хеҙмәтләндереү сифаты ла яҡшыра.

Киләсәктә лә туризм өлкәһе берҙәм йүнәлешле эш алып барыуҙы күҙ уңында тота, шуның өсөн дә республикала тормошҡа ашырылған төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнашып, райондың килемен арттырыр өсөн маҡсатлы хеҙмәт итергә тейешбеҙ.

Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 2017 йыл Рәсәйҙә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Был хоҡуҡи акт йәмәғәтселектең иғтибарын илдең экологик үҫеше, биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләренә йәлеп итеү маҡсатында сығарылды.

Был йәһәттән отчет осоронда районда «Таҙа Ағиҙел», «Рәсәй һыуы», «Йәшел Башҡортостан», «Ағас ултырт», һәм «Парктар маршы» акциялары «Саф ер» фестивале уңышлы үтте, бынан тыш тәбиғәтте һаҡлауға арналған түңәрәк өҫтәлдәр, кәңәшмәләр, экологик өмәләр ойошторолдо. Был сараларҙарҙа 668 кеше һәм 38 берәмек техника ҡатнашып, бөтәһе 15 тоннанан ашыу сүп-сар сығарылды.

        Йыл дауамында “Тәбиғәт минең күҙаллауымда” фото күргәҙмәһе, “Был минең тыуған ерем” плакаттар конкурсы,“Ағиҙел” ял һәм һауыҡтырыу лагерында экологик смена, “Ҡанатлы Аҡбуҙат” район-ара конкурсы һәм башҡа төрлө саралар уҙғарылды.

Шулай уҡ районда ауылдарҙы төҙөкләндереү йүнәлешендә эштәр башҡарылды. Юлдар, майҙандар, күперҙәр, йәмәғәт урындары, торлаҡ йорттар һәм шәхси ихаталар эргәһендәге биләмәләр тәртипкә килтерелде. Шишмәләр таҙатылды, ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылды.

Барыбыҙ ҙа тәбиғәтте әүҙем һаҡларға, ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә бурыслыбыҙ. Шулай уҡ үҫеп килгән йәш быуынды тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта тәрбиәләүҙе лә онотмаҫ кәрәк. Экологияны, тәбиғәт шарттарын юғары кимәлдә тотһаҡ, йәшәү сифатыбыҙ ҙа яҡшырыр, тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеге киләһе быуынға мираҫ итеп ҡалдырылыр.

УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ

Урман – Бөрйәндең төп байлыҡтарының береһе, ул дөйөм майҙандың 82 процентын биләп тора. Райондың иҡтисадын, халыҡ хужалығын, көнкүрешен үҫтереүҙә лә ул төп таянысыбыҙ.

Бөгөнгө көндә «Бөрйән урман хужалығы» автономлы учреждениеһы, Башҡортостан Республикаһының «Урмансылыҡтар менән идара итеү» ойошмаһының Бөрйән урмансылығы бүлеге район биләмәһенә ингән  дәүләт урман фонды ерҙәрен рациональ ҡулланыу, яңынан тергеҙеү һәм һаҡлау буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып бара.

 Бөрйән урмансылығы 7 участка лесничествоһына бүленә. Бөтәһе 696 квартал иҫәпләнә, һәр кварталдың уртаса майҙаны 461 гектар.

Районда тулайым ағас запасы 46 млн. кубометр, шул иҫәптән ылыҫлы урман-16 млн. кубометр.   2017 йылда билдәләнгән йыллыҡ урман ҡырҡыу иҫәбе 322,5 мең кубометр, уның 71,7-һе - ылыҫлы, 230,7-һе япраҡлы ағасҡа һәм 20,1 меңе ҡаты төр ағасҡа тура килә.

Отчет йылында ағас һорап мөрәжәғәт итеүселәргә 16954  кубометр ылыҫлы һәм 15,5  мең кубометр япраҡлы ағас бүленде. Ағасты муниципаль һәм дәүләт мохтажлығы өсөн һатыу-һатып алыуға - 9, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты сырье менән тәъмин итеү өсөн 20 аукцион үткәрелеп, 304 кубометр – ҡарағай, 52,4 мең кубометр япраҡлы ағас һатылды.

Урман хужалығынан алған дөйөм килем 21,7 млн. һум тәшкил итте, шул иҫәптән федераль бюджетҡа – 9,1, республика бюджетына 12,6 млн. һум.

430 гектар майҙанда урман культуралары ултыртылды, шул иҫәптән арендаторҙар тарафынан 280 гектарҙа.

Отчет йылында 651 кубометр күләмдә урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙың 38 осрағы асыҡланған. Урман фондына бөтәһе 6,3 млн. һумлыҡ зыян килгән. (2016 йылда 45 осраҡ, зыян 7,6 млн.). Дөйөм 22,56 гектар майҙанда 6 урман янғыны теркәлгән.

«Бөрйән урман хужалығы» автономлы учреждениеһы тарафынан 250,2 гектар майҙанда һайланма санитар ҡырҡыу, 800 гектарҙа урмандың патологияһын тикшереү эштәре башҡарылды, 150 га майҙанда үҫентеләр ултыртылды һәм башҡа төрлө урманды тергеҙеү буйынса эштәр эшләнде.

Урман сәнәғәте өлкәһендә 7 арендатор 147 мең кубометр урманды эшкәртә, был күләмдең 49 меңе ҡарағайлыҡ. Арендаторҙар тарафынан ҡырҡынды ер ылыҫлы ағас буйынса - 42, япраҡлы ағас 17% -ҡа үтәлгән.

Район территорияһында ағасты ҙур күләмдә арендаға алыусылар булып “Селена” һәм “Өфө фанера комбинаты” йәмғиәттәре тора. Бөгөнгө көндә улар тарафынан ағас эшкәртелмәүе район Хакимиәте өсөн көндәлек мәсьәләрҙең береһе булып тора. Был мәсьәләне хәл итеү йәһәтенән “Селена” һәм “Өфө фанера комбинаты” йәмғиәтенең етәкселеге һәм республика Хөкүмәте менән даими һөйләшеүҙәр алып барыла.

Бөгөнгө көндә район территорияһында эшмәкәрлек алып барған «Бөрйән» урман хужалығы компанияһы», «Нөгөш» йәмғиәте һәм «Бөрйән урман төҙөү компанияһы» әҙер продукция етештерә. Йорт комплекттары, брус, штакетниктар һәм утын әҙерләү кеүек эштәр башҡара. Киләсәктә евровагонка, шпунтлы таҡта һәм башҡа төр продукцияны ла етештереү күҙаллана.

Районда урман сәнәғәтен йәйелдереү өсөн мөмкинселектәр әле байтаҡ. Был йәһәттән заманса технологияларҙы үҙләштереп, яңы төр продукцияларҙы етештереүҙе яйға һалыр кәрәк. 

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ

Бөгөнгө көндә районда ауыл хужалығы продукцияһын етештереп һатыу менән 2 ауыл хужалығы кооперативы, 80-дан ашыу крәҫтиән-фермер хужалығы һәм 5 меңдән ашыу шәхси хужалыҡ шөғөлләнә. 

         2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата бөтә төр хужалыҡтарҙа 15 077 баш эре, 17185 ваҡ мөгөҙлө мал,  3611 йылҡы, 6310 ҡорт күсе иҫәпләнә.

         Отчет йылында бөтә төр хужалыҡ продукттарының тулайым етештереү күләме 840,5 млн. булды.

         2017 йылда район буйынса барлыҡ хужалыҡтарҙа 15770 центнер  (101 %) һөт, 1824 ц (99%) ит етештерелде. Һәр һыйырҙан 3625 литр һөт һауып алынды, тауар сығышы (товарность) 75%, уртаса һөттөң һатыу хаҡы 17 һум. Йәйге осорҙа 9 крәҫтиән-фермер хужалығы тарафынан 267 ц ҡымыҙ етештерелде.

        2017 йыл ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн бик ҡатмарлы булды. Оҙайлы ямғырҙар, һалҡын көндәр район аграрийҙарына, халыҡҡа ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Әммә ҡатмарлы һауа шарттары булыуына ҡарамаҫтан, ауыл хужалығы эшсәндәре мал аҙығын әҙерләү һәм ҡырсылыҡ өлкәһендә ярайһы ғына һөҙөмтәләргә ирештеләр. Отчет осоронда 528 гектар майҙандан 1270 центнер  бөртөклө иген культураһы йыйып алынды. Уртаса гектар ҡеүәте 24 центнер тәшкил итте.

        2018 йыл уңышы өсөн 86 га майҙанда арыш, 43  гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр сәселде, шулай уҡ 600 гектар (100%) сәсеүлек майҙаны туңға һөрөлдө. Ағымдағы сәсеү осорона дөйөм 112 тонна (100%) орлоҡ тупланған.

         Хужалыҡтар тарафынан һәр шартлы малға 25 центнер аҙыҡ берәмеге, шул иҫәптән 7072 тонна бесән, 1087 т сенаж әҙерләнде.

         Бөгөнгө көндә һыйыр һәм йылҡы ите ҙур һорау менән ҡуллана. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ла ит малсылығына һәм йылҡысылыҡҡа ныҡлы иғтибар итә башланылар, ләкин һыйыр ите етештереү буйынса ихтыяж ҡәнәғәтләндерелмәй.

Йыл дауамында ит етештереүселәр өсөн даими йәрминкәләр ойошторолдо. Әлеге мәлдә район үҙәгендә ит ҡабул итеү пунктының эшен йәйелдереү буйынса эштәр бара. 

2017 йылда Иҫке Собханғол ауылында асылған һөт ҡабул итеү пункты уңышлы эш башлап ебәрҙе. Отчет осоронда пункт тарафынан 170 тонна һөт ҡабул ителде. Әтек, Байназар, Байғаҙы һәм Ҡолғана ауыл биләмәләре халыҡтан һөт йыйыу эшен әүҙем алып барҙылар. Был эшкә киләсәктә ҡалған ауыл биләмәләре лә ҡушылыр, тип ышанам.

        Әлеге ваҡытта районда ҡортсолоҡ киң масштабта үҫеш ала, йылдан-йыл хужалыҡ итеүҙең был төрөндә шөғөлләнеүселәр арта. 2017 йылда бөтәһе 132,5 центнер бал етештерелде. Бөтәһе 5 тоннанан ашыу бал һатыуға сығарылды.

        Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, ауыл хужалығы кооперативтарында быҙау алыу һаны 502 баш (2016 йыл менән сағыштырғанда 100%) тәшкил итте.

Был юҫыҡта эште яйға һалыу маҡсатында ветеринар станция базаһында эшләп килгән малдарҙы яһалма ҡасырыу пунктында 669 баш мал яһалма ҡасырылды, шул иҫәптән 6 баш ауыл хужалығы кооперативы, 34 – крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, 629 шәхси сектор малдары. Киләсәктә лә барлыҡ хужалыҡтар тара