Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление главы Администрации муниципального района с Днем местного самоуправления

21 Апреля 2017
9
0

 

Хөрмәтле урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе Урындағы үҙидара көнө менән ихлас ҡотлайым!

Бөгөн муниципаль кимәлдә граждандарҙың көндәлек тормошондағы мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләр хәл ителә. Райондың социаль-иҡтисади үҫешен яҡшыртыу, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу яуаплылығы урындағы үҙидара органдарының иңенә һалынған. Депутаттар корпусы район һәм ауыл Советтарында урындағы әһәмиәтле һорауҙарҙы хәл итә, үҙҙәренең округтарында йәшәгән граждандарҙың мәнфәғәтен яҡлай. Урындағы үҙидаралыҡтың башҡарма органдары ауыл биләмәләренең, райондың көндәлек йәшәйеше менән идара итә, бөтә төр эшмәкәрлек өлкәләре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Шуға ла муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән тәрән белем, заманса киң даирә, оло яуаплылыҡ һәм тырышлыҡ талап ителә. Улар халыҡтың ышанысын аҡлай икән, тимәк урындағы үҙидара органдарының, депутаттарҙың роле ҙур тигән һүҙ.

Беҙҙең төп маҡсатыбыҙ – власты халыҡҡа яҡынайтыу. Урындағы үҙидара органдары һәр кешене борсоған һорауға айырым иғтибар бүлеп, барлыҡ маҡсаттарҙы киләсәктә лә уңышлы атҡарыр, тип ышанам.

Хөрмәтле урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре! Һеҙ үҙегеҙҙе еңел булмаған, яуаплы эшкә бағышлағанһығыҙ.  Намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуығыҙ өсөн рәхмәт! Ихлас күңелдән барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, районыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәтегеҙҙә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйем!