Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Отчетный доклад главы Администрации муниципального района Бурзянский район за 2016 год

30 Января 2017
25
0
Скачать (загружено 1 раз)

 

Хөрмәтле Президиум, депутаттар һәм район ойошмалары етәкселәре!

Бөрйән районы муниципаль районы Уставына ярашлы Һеҙҙең иғтибарға район Хакимиәтенең һәм район ойошмаларының 2016 йылдағы эшмәкәрлеге тураһындағы отчетын тәҡдим итәм.

Уҙған йылда муниципаль район Хакимиәте үҙ эшен Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Мөрәжәғәтнамәләре һәм Указдары, федераль һәм республика ҡануниәттәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарҙары, муниципаль район Уставына, район Советы һәм Президиумы ҡарарҙарына, маҡсатлы программаларға  нигеҙләнеп ойошторҙо.

2016 йылда Рәсәй киноһы йылы сиктәрендә бихисап саралар уҙғарылды, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына 7-се саҡырылыш депутаттарын, шулай уҡ муниципаль район Советының 4-се саҡырылыш депутаттарын һайланыҡ.

Йыл дауамында район буйынса билдәләнгән мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш алып барылды.

ДЕМОГРАФИЯ

Халыҡтың тәбиғи үҫеше буйынса Бөрйән районы республикала беренсе урында килә. 2016 йылда 251 сабый донъяға килгән (148  малай, 103 ҡыҙ), 2015 йыл менән сағыштырғанда, тыуым - 57, үлем 7 кешегә кәмегән. Яҡты донъя менән хушлашыусы 161  кеше иҫәпләнә.

Миграция күрһәткестәрен иҫәпкә алғанда, район халҡы яҡынса 75 кешегә артып, 16582 кеше тәшкил итә.  

Отчет йылында 123  пар ғаилә ҡорған (2015 йылда – 130). Республика күрһәткестәре буйынса никахҡа тороусылар уртаса 21-23 йәштәгеләр. 2015 йыл менән сағыштырғанда 6-ға артып, 46 ғаилә айырылышҡан.

Йәш ғаиләләрҙең 56 проценты тәүге биш йыллыҡта социаль ауырлыҡтарға әҙер булмау сәбәпле тарҡалалар.  Шуның өсөн дә тәү сиратта ата-әсәләр, йәмәғәт һәм социаль ойошмалар тарафынан йәмғиәтебеҙҙең нигеҙен тәшкил иткән ғаилә усаҡтарына ваҡытында тейешле кәңәш һәм ярҙам күрһәтеү мөһим. Бөгөнгө көндә ғаилә статусын күтәреү дөйөм бурыстарыбыҙҙың береһе. 

БЮДЖЕТ ҮТӘЛЕШЕ

Райондың социаль – иҡтисади үҫеш кимәлен билдәләүсе төп күрһәткестәрҙең береһе булып йыйылма бюджет иҫәпләнә.

2016 йылда йыйылма бюджетҡа 902,3 млн. һум килем инде (2015 йылда – 750,8 млн.). Уның эсендә райондың үҙ өлөшө 113,5 млн. һум (2015 йылда 102,9 млн. һум, үҫеш 110,3 %), йәғни дөйөм килемдең 12,6 % -ын тәшкил итә.

Райондың үҙ килеменең 60,5 %-ы физик шәхестәр килеменә тәғәйен булған һалымдан (НДФЛ), 12,9 %-ы нефть продукттарын һатыуҙан килгән акциздан, 3 % - ы айырым эшмәкәрлек төрҙәренә һалынған һалымдан (ЕНВД), 6,2  %-ы ер өсөн һалымдан,  3,3 %-ы  мөлкәтте һатыуҙан, 0,8 % -ы дәүләт пошлинаһынан,  5,8 % -ы муниципаль милекте ҡуртымға биреүҙән, 1,7% -ы штраф санкцияларынан, 5,5 % -ы  ябайлаштырылған һалым системаһынан йыйылды.

Бөрйән районы муниципаль район бюджетының үтәлешен һәм планлаштырыу сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән бюджет сығымдарын оптималләштереү, һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыу, үҙ килемде арттырыу саралар планын раҫлау маҡсатында 2016 йылдың 31 майында район хакимиәтенең 415-се һанлы ҡарары ҡабул ителде. Норматив актҡа ярашлы отчет йылында бюджетҡа 13,5 млн. өҫтәлмә килем инеп, сығымдар өлөшө 6,8 млн. һумға экономияланырға тейеш ине. Дөйөмләштереп әйткәндә, ҡарарға ярашлы бюджет 20 млн. һумға артырға тейеш ине, реаль һандар 16,2 миллионға етте.  

Йыйылма бюджеттың сығым өлөшө 907,2 млн. һум тәшкил итте, шул иҫәптән  6,4 % – дәүләт идараһына, 18,3 % - милли иҡтисад мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелде;  2 % – торлаҡ-коммуналь хужалыҡты, 62,3 % – мәғарифты,  4,2 % – мәҙәниәтте, 4,1 % социаль түләүҙәрҙе һәм 0,7 % спортты финанслауға тотонолдо.

Муниципаль бюджетты тулыландырыу, эш биреүселәрҙең ваҡытында бюджетҡа түләүҙәрен тәъмин итеү,  халыҡтан ер һәм мөлкәтен иҫәпкә алдырыу маҡсатында 5 ведомство-ара комиссия ултырыштары үтте. Унда 28 шәхси эшҡыуар һәм етәксенең эшмәкәрлеге тикшерелеп, килеп сыҡҡан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмәләр бирелде. 

2017 йылда ла, райондың үҙ килемен арттырыу маҡсатында, өҫтөнлөклө йүнәлеш тип иҫәпләнгән туризм өлкәһендә эшләүселәрҙең бюджетҡа килем индереүен, ауыл хужалығы предприятиеларының ауыл эсендәге иҫәпкә алмай ҡулланған ерҙәрен, халыҡтың иҫәпкә алынмаған ер һәм мөлкәтен асыҡлау, бюджетҡа һалымдарын, ҡуртым хаҡын ваҡытында түләтеүҙе, аҡсаны маҡсатҡа ярашлы һәм файҙалы тотоноуҙы, муниципаль предприятие һәм учреждениеларҙың тотороҡло эшләүен тәъмин итеү бурысы тора.

МӘШҒҮЛЛЕК

Бөрйән районы Башҡортостан Республикаһында эшһеҙлек кимәле буйынса юғары урында тора.  Районда ҙур сәнәғәт ойошмаларының булмауы, тәбиғи үҙенсәлектәр һәм күпселек шәхси эшҡыуарҙарҙың  эшселәрҙе рәсми теркәмәүе эшһеҙлектең ҙур  булыуына булышлыҡ итә.

 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Көнсығыш район-ара мәшғүллек үҙәгенең Бөрйән районы буйынса бүлегендә 139 граждан иҫәптә тора. 2015 йылдың аҙағында районда рәсми эшһеҙлек кимәле 2,52% булһа, 2016 йылда был күрһәткес кәмеп 1,59 % тәшкил итте.

2016 йылда бүлеккә 469  кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың  225-е – 29 йәшкә тиклемге йәштәр. Дөйөм 351 кешегә эш табылды, 17 кеше төрлө һөнәр буйынса профессиональ әҙерлек үтте, 43 кеше түләүле йәмғиәт эштәренә йәлеп ителде, бәлиғ булмаған 83 үҫмер ваҡытлыса эшкә урынлаштырылды.

Һөнәр һайлау һәм социаль яраҡлашыу буйынса район буйынса мәшғүллек үҙәге тарафынан даими консультациялар ойошторола. Өфөнән “Шатлыҡ төркөмө” исемле ойошма психологтары тарафынан 15 гражданға психологик ярҙам, 16 кешегә социаль яраҡлашыу буйынса дәрестәр үткәрелде. 23 граждан иҡтисад буйынса консультация алып, шуларҙың 2-үһе үҙ эшен асты.

Бөгөнгө көндә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү һәм уны социаль яҡлау факторы булып сығыш яһаған үҙ аллы мәшғүллеккә тейешле иғтибар биреү мөһим. Граждандарҙың күпселеге мал, ҡош-ҡорт аҫрап һәм еләк-емеш үҫтереп табыш ала. Айырыуса ҡортсолоҡ һәм шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡалХәҙерге заманда эшһеҙлек менән көрәшеү бар төбәктең өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе булып тора.  

Киләсәктә аҡса, эш юҡтип зарланып, заман ауырлыҡтары алдында юғалып ҡалмай, маҡсатлы программаларға таянып, бар мөмкинселектәрҙе ҡулдан ысҡындырмай үҙ эшеңде асып, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү ҙә табыш килтерер ине.

ИҠТИСАД ҺӘМ ЭШҠЫУАРЛЫҠ

2016 йылда  Бөрйән районының иҡтисади күрһәткестәре тотороҡло булды. Район иҡтисадының төп нигеҙен бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, бюджет өлкәһе ойошмалары һәм бюджет ярҙамы тәшкил итә. 

Отчет осоронда  300 млн. һумлыҡ урында етештерелгән тауарҙар һатылды һәм хеҙмәтләндереү күрһәтелде. Иҡтисади эшмәкәрлектең сәнәғәт етештереү индексы – 101,3 процент. Ваҡлап һатыу күләме 648 млн. һум (101,5%) һәм халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәтләндереү күләме 118 млн. һум (95%) тәшкил иткән. Бөтә төр предприятиеларҙа түләнелгән  уртаса айлыҡ эш хаҡы 17035, 4 һум.

Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә шөғөлләнеүсе 443 субъект, шул иҫәптән 2 кесе, 61 микропредприятие, 238 шәхси эшҡыуар һәм рәсми теркәлгән 142 крәҫтиән-фермер хужалығы иҫәпләнә. Отчет йылында һалым органдарында 75 яңы субъект теркәлгән. Улар араһында сауҙа, хеҙмәтләндереү, ағас эшкәртеү һәм туризм йүнәлештәре өҫтөнлөк итә.

2016 йылда легаль булмаған шарттарҙа эшләп йөрөүсе 367 граждан легалләштерелде. Был бер яҡтан, халыҡтың социаль мәнфәғәтен яҡлауға килтерһә, икенсе яҡтан, район бюджетын тулыландырыуға этәргес булды. Төрлө өлкәләрҙә 125 яңы эш урыны булдырылды. Элекке “Башлеспром” предприятиеһының базаһында “Березовый Масштаб” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшен башланы, унда  31 кеше эш менән тәъмин ителде. Ағымдағы йылда ла  был йүнәлештәге эштәр дауам итәсәк, ошондай уҡ күләмдәге яңы эш урындарын  булдырырға өлгәшербеҙ, тип ышанам.  

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтан райондың йыйылма бюджетына һалым түләүҙәренән - 9,4, мөлкәтте арендаға биреүҙән, һатыуҙан яҡынса 4 млн. һум килем инде. Уҙған йылда был күрһәткес 11 миллион булғайны.

Район төп капиталға инвестицияларҙың үҫеү йәһәтенән республикала беренсе урында килә. 2016 йылда барлыҡ финанслау сығанаҡтарынан төп капиталға 460 млн. һум сумма инде. 2015 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 5 тапҡырға артҡан.

Ағымдағы йылдың 1 ғинуарына ҡарата бөтәһе 198 сауҙа субъекты иҫәпләнә. Улар биләгән дөйөм майҙан  9755 кв.м, шул иҫәптән сауҙа майҙаны  4519,3 квадрат метр.

Районда бөгөнгө көндә 4 йәмәғәт туҡланыу ойошмаһы бар: «Диана» (50 урын), «Хәләл» (40 урын), «Хазина» (80 урын) кафелары һәм «Шүлгән» ашханаһы (80 урын). Йәйге осорҙа Кейекбай ауылы янында һәм Морат туғай ерлегендә кафелар эшләне. Туҡланыу ойошмаларынын йыллыҡ тауар әйләнеше 10 млн. һум булып, 2015 йыл менән сағыштырғанда 91,5 % тәшкил итте.

Иҫке Собханғол ауылында 96 номер фонды булған «Юлбарс» ҡунаҡханаһы эшләп килә. Ҡунаҡханала 150 урынлыҡ банкет һәм 100 урынға иҫәпләнгән конференц залдар бар.

Хакимиәт тарафынан был өлкәгә яңы импульс биреү өсөн муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу,  консультатив аңлатыу эштәре алып барыла, кредит алыуҙа ярҙам күрһәтелә, кәңәшмәләр һәм төрлө саралар үткәрелә.

«2013-2018 йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» муниципаль программа сиктәрендә уҙған йылда район бюджетынан конкурс үткәреү юлы менән 3 субъектҡа 700 мең һум бүленде.  Ошондай уҡ дәүләт программаһына ярашлы федераль ҡаҙнанан уртаҡ финанслау шарттарында 7 субъектҡа 1,2 млн. субсидия бүленде, бер эшҡыуарҙың лизинг түләүҙәрен ҡаплауға 929 мең һум түләнде. Был аҡсалар малсылыҡ, офис техникаһын хеҙмәтләндереү һәм төҙөкләндереү, ағас эшкәртеү өлкәләрендә, инженер коммуникацияларын төҙөү, парикмахер эше һәм матурлыҡ салоны, аҙыҡ-түлекте килтереү хеҙмәте кеүек йүнәлештәрҙә үҙ эштәрен башлаған, йә иһә дауам иткән эшҡыуарҙарға тейешле комиссия ҡарарына ярашлы бүленде.

Киләсәктә барыбыҙға ла бергәләшеп, район иҡтисадының әһәмиәтле тармағы булып торған эшҡыуарлыҡ өлкәһенә иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Эшҡыуарҙар заман талаптарынан ҡурҡмай, үҙ эштәрендә яңы алымдар ҡулланып берләшеп, маркетинг һәм башҡа ысулдарҙы ҡоралға алып эшләрҙәренә ышаныс бар.

ТУРИЗМ

Райондың иҡтисади үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып туризм тора. Ял итеү маҡсатында беҙгә килгән туристарҙың һаны артыуы һәм был һандың һунғы йылдарҙа тик ынғай динамикала булыуы, киләсәктә туризм өлкәһендә эш иткән эшҡыуарҙарға яңы мөмкинлектәр бирә. 

Бөгөнгө көндә районда төрлө ял итеү һәм күңел асыу программаларын тормошҡа ашырып 6 туристик база эшләп килә. 2016 йылда был өлкәнән бюджетҡа һалым килеме булараҡ 5,1 млн. инде.

Отчет йылында беҙҙең районда 45 мең кеше ял итте, шул иҫәптән 2148 кеше «Ағиҙел» муниципаль унитар предприятиеһы ҡарамағында булған «Аҡбуҙат» туристик кемпингының хеҙмәте менән ҡулланды. 

“Шүлгән-Таш” мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның донъяуи ҡомартҡылар исемлегенә индереү маҡсатында уҙған йылда “Морат туғайы” ерлегендә “Шүлгән-Таш” музей комплексын төҙөүгә проект эштәре башланды.

Районыбыҙҙың туризм буйынса эшмәкәрлеген ойоштороуҙа ағас һырлау, туҙҙан әйберҙәр етештереү, туҡыманы ҡулдан биҙәү, сигеү, кейеҙ баҫыу, керамик әйберҙәр һәм йәдкәр (сувенир) эшләү кеүек халыҡ художество кәсептәре алға әйҙәүсе йүнәлештәрҙең береһе булып тора. “Морат-туғай” ерлегендә сувенир һатҡан кибеттәр эшләп килә.  Һуңғы ваҡытта район халҡының был кәсепкә иғтибарҙы арттырыуы, табыш алыу мөмкинлеге икәнлеген аңлауы ҡыуандыра. Бөгөнгө көндә биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең (прикладное искусство) был төрө менән 30 кеше шөғөлләнә.

Районда йыл әйләнәһенә туристарҙы йәлеп итерлек сараларҙы үткәреү туризм өлкәһенен үҫтереүҙең бер шарты булып тора. Был йәһәттән районда “Бөрйән балы –башҡорт даны” этнофестивале, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған ат сабыштары  үткәрелде. Бындай саралар сит өлкәләрҙән ҡунаҡтарҙы йәлеп итеп кенә ҡалмай, халыҡҡа үҙе етештергән тауарҙарҙы һатып, килем алыуға, ғөмүмән, баҙар иҡтисады шарттарында йәшәүгә булышлыҡ итә.

Туристарҙы йәлеп итер мөғжизәләр районыбыҙҙа етәрлек. Шуға ла туризм матди файҙа килтерһен өсөн дөрөҫ реклама, күберәк кешене эш менән тәъмин итеп хеҙмәтләндереү кимәлен заманса үҫтереү һәм киңәйтеү яғын уйлар кәрәк. 

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уны тәртиптә тотоу йәһәтенән районда «Таҙа Ағиҙел», «Рәсәй һыуы», «Йәшел Башҡортостан» һәм «Парктар маршы» акциялары уңышлы үтте, бынан тыш тәбиғәтте һаҡлауға арналған түңәрәк өҫтәлдәр, кәңәшмәләр, экологик өмәләр ойошторолдо. Был сараларҙарҙа 2500 кеше һәм 30 берәмек техника ҡатнашып, бөтәһе 35 тонна сүп-сар сығарылды.

2016 йылда Башҡортостан  Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгесе  тарафынан 10 планлы һәм 5 пландан тыш тикшереү үткәрелде, 53 административ язаға тарттырыу тураһында ҡарар сығарылып, 809 мең  һумлыҡ штраф йыйылды. Административ саралар ҡулланылмайынса ла экологияның торошо кешенең үҙенән, һәр йорттан, урамдан башланырға тейеш.

Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Указына ярашлы, 2017 йыл Рәсәйҙә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителде. Был хоҡуҡи акт йәмәғәтселектең иғтибарын илдең экологик үҫеше, биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләренә йәлеп итеү маҡсатында сығарылды.

Тирә-яҡ мөхит проблемалары йылдан-йыл киҫкенләшә барған мәлдә махсус йыл үткәреү көнүҙәк сараларҙың береһе. Бөгөн завод-фабрикалар менән бер рәттән, транспорт саралары күбәйҙе, улар тарафынан тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килә. Эсәр һыуыбыҙ бысрана, тупраҡ составы ярлылана, йәшеллек кәмегәндән-кәмей, урмандарҙы һаҡлау һәм яҡлау эштәре тейешле кимәлгә ҡуйылмаған.

Әлбиттә Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы беҙҙең районға иғтибарҙы тағы ла нығыраҡ арттырасаҡ. Федераль кимәлдәге ике ҡурсаулыҡ, бихисап тәбиғи-ресурстар бары беҙҙә генә.

 Барыбыҙ ҙа тәбиғәтте әүҙем һаҡларға, ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә бурыслыбыҙ. Үҫеп килгән йәш быуынды тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашта тәрбиәләүҙе лә онотмаҫ кәрәк. Экологияны, тәбиғәт шарттарын юғары кимәлдә тотһаҡ, йәшәү сифатыбыҙ ҙа яҡшырыр, тәбиғәтебеҙҙең гүзәллеге киләһе быуынға мираҫ итеп ҡалдырылыр.

УРМАН ХУЖАЛЫҒЫ

        Урман – Бөрйәндең төп байлыҡтарының береһе, ул дөйөм майҙандың 82 процентын биләп тора. Райондың иҡтисадын, халыҡ хужалығын, көнкүрешен үҫтереүҙә лә ул төп таянысыбыҙ.

«Бөрйән урман хужалығы» автономлы учреждениеһы, Башҡортостан Республикаһының «Урмансылыҡтар менән идара итеү» ойошмаһының Бөрйән урмансылығы бүлеге район биләмәһенә ингән  дәүләт урман фонды ерҙәрен рациональ ҡулланыу, яңынан тергеҙеү һәм һаҡлау буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып бараБөрйән урмансылығы 7 участка лесничествоһына бүленә. Бөтәһе 696 квартал иҫәпләнә, һәр кварталдың уртаса майҙаны 461 гектар.

Районда тулайым ағас запасы 46,6 млн. кубометр, шул иҫәптән ылыҫлы урман-16 млн. кубометр.   2016 йылда билдәләнгән йыллыҡ урман ҡырҡыу иҫәбе 322,5 мең кубометр, уның 71,7-һе - ылыҫлы, 230,7-һе япраҡлы ағасҡа һәм 20,1 меңе ҡаты төр ағасҡа тура килә.

Бөрйән урмансылығы бүлегенә шәхси йорт төҙөү өсөн ағас һорап ғариза яҙыусылар һаны йыл да арта. Отчет йылында мөрәжәғәт итеүселәргә 15634  кубометр ылыҫлы һәм 54,2  мең кубометр япраҡлы ағас бүленде. Ағасты муниципаль һәм дәүләт мохтажлығы өсөн һатыу-һатып алыуға - 11, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты сырье менән тәъмин итеү өсөн 16 аукцион үткәрелеп, 5463 – ҡарағай, 37 мең кубометр япраҡлы ағас һатылды.

Урман сәнәғәте өлкәһендә 8 арендатор 147  мең кубометр урманды эшкәртә, был күләмдең 49 меңе ҡарағайлыҡ. Арендаторҙар тарафынан ҡырҡынды ер ылыҫлы ағас буйынса - 52, япраҡлы ағас 20% -ҡа үтәлгән.

Урман хужалығынан алған дөйөм килем 23,5 млн. һум тәшкил итте, шул иҫәптән федераль бюджетҡа – 8,8, республика бюджетына 14,7 млн. һум.

622 гектар майҙанда урман культуралары ултыртылды, шул иҫәптән арендаторҙар тарафынан 512 гектарҙа.

Отчет йылында 18 урман янғыны теркәлгән, дөйөм 56,03 гектар майҙан янып, урман фондына 4,5 млн. һум зыян килгән.

«Бөрйән урман хужалығы» автономлы учреждениеһы тарафынан 285,2 гектар майҙанда һайланма санитар ҡырҡыу, 800 гектарҙа урмандың патологияһын тикшереү эштәре башҡарылды; 150 ҡырмыҫҡа иләүе кәртәләнде,  110 га майҙанда үҫентеләр ултыртылды, 1,2 гектар питомникта орлоҡ сәселде һәм башҡа төрлө урманды тергеҙеү буйынса эштәр башҡарылды. 

Үкенескә күрә, урман сәнәғәтендә ҙур хужалыҡтар эшләмәү сәбәпле, ағас эшкәртеү районда түбән кимәлдә. Районда урман сәнәғәтенең ҡеүәтен арттырыу өсөн мөмкинселектәр әле байтаҡ. Был йәһәттән заманса технологияларҙы үҙләштереп, яңы төр һорауы булған әҙер продукцияларҙы етештереүҙе яйға һалыр кәрәк. 

ТӨҘӨЛӨШ

Райондың иҡтисади һәм социаль үҫешендә төҙөлөш комплексы мөһим роль уйнай. Көрсөк булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы ике-өс йылда төҙөлөш эштәре яңы һулыш ала. 2016 йылда һәр ауылда тиерлек төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәре эшләнелде. 

Иҫке Собханғол ауылында 550 урынлыҡ мәктәп, Ырғыҙлыла мәҙәниәт усағы төҙөлдө. Ҡотанда башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы реконструкцияланды, район үҙәгендә 120 урынға иҫәпләнгән интернатты реконструкциялау эштәре дауам итә.   

Отчет осоронда региональ һәм муниципаль-ара юлдарҙы ҡарау өсөн 41,9 млн. аҡса тотонолдо. Йылайыр-Кананикольск-Иҫке Собханғол йүнәлешендәге юлдың Әтек ауылына төшкән тау өлөшөн һөҙәгәйтеү эштәре тамамланды, Иҫке Монасип ауылының халыҡ телендә «Кепес» тип йөрөтөлгән яғына юл һалынды. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн  федераль бюджеттан 59,7 млн., республика бюджетынан 39 млн. аҡса тотонолдо.

Ҡағы – Иҫке Собханғол йүнәлешендәге 2,1 км. оҙонлоғондағы юлдың асфальты яңыртылды. Урындағы автомобиль юлдарын төҙөкләндереү  өсөн республика бюджетынан бүленгән 7,1 млн. аҡсаға “Брәтәк” йылғаһы аша күпер, Әбделмәмбәт-Ҡолғана-Хәмит, Байназар-Мораҙым йүнәлештәрендәге автомобиль юлдары, Исламбай, Яңы Усман, Иҫке Монасип ауылдарындағы урам юлдары төҙөкләндерелде. Район үҙәгендә 1142 метр оҙонлоғондағы йылылыҡ селтәрҙәре реконструкцияланды, Ленин урамында урынлашҡан күп фатирлы йортта электр линияларына капиталь ремонт үткәрелде, Яңы Усман ауылында ғәҙәттән тыш хәл сыҡҡанда халыҡты ашығыс хәбәрҙар итеү комплекслы системаһы сафҡа инде.

Юл фонды (акциз) иҫәбенән бүленгән 11 млн. һум аҡсаға 10,9 километр юл, шул иҫәптән Ҡолғана ауылында “Үҙән”, Яңы Собханғолда “Уй” йылғалары аша, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында күперҙәр төҙөкләндерелде.

2016 йылда бөтәһе 18,3 км оҙонлоғондағы урындағы юлдар һәм урамдар төҙөкләндерелде. Был маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн 18,2 млн. һум аҡса сарыф ителде.

Тимер ауылының С.Юлаев урамында 1,3 км. газ линияһы һалынды. Яңы Монасип ауылында Ағиҙел йылғаһы аша күпер һалыуға “Баймаҡ” ПМК-һы менән контракт төҙөлөп, эштәр башланды. Әле Нәбиҙә күпер төҙөү эштәре дауам итә, уны 2017 йылда сафҡа индереү ҡаралған.

Отчет йылында Яңы Собханғол ауылында һәм Ағиҙел ҡасабаһында 108 урынлыҡ мәктәп менән 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөүгә проект эшләнде. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыр өсөн  республика ҡаҙнаһынан  5,4 млн. һум аҡса бүленде.

Байназар, Нәби һәм Иҫке Монасип ауылдарында Ағиҙел йылғаһын таҙартыу һәм уның төбөн тәрәнәйтеү, Иҫке Собханғол – Мораҡ йүнәлешендәге юлдың 14,0 - 30,1 километрындағы участкаһын төҙөкләндереү буйынса проект эштәре башланды.

2016 йылда урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән проектта, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектында  ҡатнашыу күп кенә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә ярҙам итте.

Урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән проект сиктәрендә Байғаҙы ауылында Һәүәнәк йылғаһы аша күпер, Кейекбайҙа спорт, Әтек һәм Һарғая ауылдарында балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөлдө, Килдеғол һәм Яңы Собханғол ауылдарында юл һалынды, Тимерҙә ябыҡ спорт майҙансығының икенсе төҙөлөш этабы тамамланды.

“Реаль эштәр” проекты сиктәрендә Әбделмәмбәт урта мәктәбенең, Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре алмаштырылды, Әтек клубына спорт кәрәк-яраҡтары, Әбделмәмбәт урта мәктәбенең Ҡолғана филиалына видеопроектор алынды, Аҫҡар һәм Ғәлиәкбәр мәҙәниәт усаҡтары музыкаль аппаратуралы булды, Мәһәҙей, Иҫке Монасип ауылы клубтары, Мәндәғол башланғыс мәктәбе, Иҫке Монасип балалар баҡсаһы төҙөкләндерелде, Яңы Собханғол һәм Тимер ауылдарында хоккей коробкалары, Иҫке Собханғолда балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлдө.

2017 йылда ла урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән проектта ҡатнашыу дауам итәсәк. Уға ярашлы Мәһәҙей ауылында балалар өсөн уйын майҙансығы, Ырғыҙлыла балалар-үҫмерҙәр өсөн спорт комплексын  төҙөү, Исламбайҙа мәҙәниәт йортон яңыртыу, Яңы Усман ауылы мәктәбен, Әтек балалар баҡсаһын төҙөкләндереү, Ҡолғана ауылына янғын-техник ҡоролмаһы,Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһенә коммуналь техника алыу күҙаллана. 

Ра­йонда аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға ярҙам итеү йәһәтенән  «Йорт комплекты» программаһы уңышлы эшләп килә.  2016 йылдың 1 ғинуарынан программаның операторы булып коммерцияға ҡарамаған ойошма – Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды тора.

Программа сиктәрендә 2016 йылда 10 ғаилә ошо мөмкинлектән файҙаланды. Йорт төҙөтөү өсөн “Селена” ойошмаһынан 1100 кубометр ағас алынды.  Ағымдағы  йылдың  1-се ғинуарына ҡарата исемлектә 15 кеше тора.

Район Хакимиәтенең баш архитекторы ер бүлеменең планын төҙөү, капиталь объекттарҙы төҙөүгә һәм сафҡа инеүенә рөхсәт биреү кеүек эштәр башҡара. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш документтарын  контролдә тотоп, уларҙың дөрөҫ ҡулланылышын тикшерә. 2016 йылда ул 272 капиталь төҙөлөшкә, 274 ер участкаһының төҙөлөш  планына  рөхсәт бирҙе, әсәлек капиталына таянып торлаҡ төҙөүҙе раҫлау өсөн 20 акт төҙөнө.

 Отчет осоронда 9606,3 кв.м. капиталь төҙөлөш бинаһы һәм 8200  кв.м. дөйөм майҙандағы  шәхси объекттар сафҡа инде. 7 ауыл биләмәһенең генераль планы федераль органдарҙың иҫкәрмәләрен иҫәпкә алып эшләнеү стадияһында. Шулай уҡ 2 ауыл биләмәһенең ерҙе ҡулланыу һәм төҙөлөш эшенә ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде.

ЙӘШӘЙЕШТЕ ТӘЪМИН ИТЕҮ ИНФРАСТРУКТУРАҺЫ

Торлаҡ-коммуналь хужалығының хеҙмәтләндереү сифаты күтәрелеүе, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәт күрһәтеүҙең яҡшырыуы социаль-иҡтисади үҫештә мөһим роль уйнай. Һәр йорттоң, һәр ғаиләнең именлеге был өлкәнең тотороҡло, ышаныслы эшләүенә, хужалыҡ эшселәренең һөнәри оҫталығына һәм яуаплылығына бәйле.

2016  йылда «Алағуян» муниципаль унитар предприятиеһы Иҫке Собханғол ауылында 19 учреждение һәм ойошманы, 96 фатирҙы йылылыҡ менән тәъмин итте. Предприятие  тарафынан ҡулланыусыларға 3815 гигакалорий йылылыҡ тапшырылды, шул иҫәптән ауыл халҡына 1091,70 Гкал. Күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәрҙән предприятиеның сығымдары 92 % -ҡа ҡапланды.  Ойошманың халыҡтан 2016 йылдың аҙағына 345 мең һум аласағы ҡалды.

Иҫке Собханғол линия-техник цехы тарафынан бәйләнеш сараларын үҫтереү маҡсатында “Морат туғайы” ерлегенә һәм Шүлгән-Таш мәмерйәһенә тиклем 7 километр оҙонлоғонда оптик бәйләнеш линиялары  һалынды. Отчет йылында интернет абоненттары – 2821, IP-телевидение  ҡулланыусылар – 2137, телефон бәйләнешенә эйә булыусылар һаны 3716-ға етте.

Интернет селтәренең  АDSL технологияһы буйынса йыйылған һыйҙырышы 100 абонент портына артты. Баҙал һәм Ағиҙел микрорайондарында телефон бәйләнештәре реконструкцияланды. Корпоратив абоненттарға оптик-сүс кабелдәрен төҙөү буйынса, шулай уҡ Мультирум (2 һәм унан күберәк телевизорҙарҙы бер линияға тоташтырыу) һәм Метрофон (виртуаль АТС) кеүек хеҙмәттәрҙе күрһәтеү йәһәтенән эштәр башҡарылды.

Иҫке Собханғол урта мәктәбе территорияһынан, Мәндәғол ауылында яңы төҙөлгән йорттоң ер участкаһынан станция-ара бәйләнешенең оптик-сүс һуҙымдары планлы рәүештә сығарылды, Һаҡлыҡ банкы, һалым хеҙмәте, газ сәнәғәте ойошмаһының 2 объекты, “Магнит” магазины, Әбделмәмбәт урта мәктәбе, Аҫҡар ауылындағы почта бүлексәһе кеүек корпоратив абоненттарға оптик-сүс һуҙымы һалынды. Әлеге ваҡытта районда 23 абонент “Эҙернет” технологияһы буйынса Интернет селтәренә тоташтырылған.

Оптик-сүс бәйләнеш линиялары булмаған ауылдарҙа автомат телефон станцияһы һыйҙырышын йә булмаһа кабель бәйләнеш линияларын үҫтереү мөмкинселеге әлегә юҡ. Ғәлиәкбәр ауылында -70, Ҡотанда – 35, Ырғыҙлыла – 44, Мәҡсүттә – 9 абонент тиҙлеге секундына 100 килобиттан түбән булған Интернет менән ҡулланырға мәжбүр. Киләсәктә был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн “Цифрлы тигеҙһеҙлекте туҡтатыу” федераль программаһына ярашлы маҡсатлы эштәрҙе алып барыуҙы дауам итер кәрәк. 

Бөрйән районы электр селтәрҙәре ҡулланыусыларҙы сифатлы электр энергияһы менән туҡтауһыҙ тәьмин итеү буйынса үҙ бурыстарын теүәл үтәй. Отчет йылында 184 йорт һәм яңы етештереү объекты электр селтәрҙәренә тоташтырылды.  Яңы Собханғол һәм Ҡотан  ауылдарында 2 мачта  (мачтовый) трансформатор подстанциялары төҙөкләндерелде.  Байназар, Нәби һәм Байғаҙыла 4,2 км. линияларҙа капиталь ремонт үтте.

Ойошма тарафынан Яуымбай-Әбделмәмбәт, Яуымбай-Мораҙым, Байназар-Яңы Монасип, Ғәҙелгәрәй-Мәҡсүт, Ғәҙелгәрәй-Ырғыҙлы, Иҫке-Собханғол-Ҡотан йүнәлешендәге  трассалар үҫентеләр һәм ағастарҙан таҙартылды. Ҡурғашлы һәм Нәби ауылы ҡулланыусыларының 247 иҫәпләү приборы алмаштырылды. Ғәҙелгәрәй, Яңы Собханғол, Нәби, Ҡурғашлы, Ырғыҙлы, Тимер һәм Иҫке Мөсәт ауылдарында электр линияһын иҫәпләү приборҙары монтажланды.

«КомЭнергоСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күп тармаҡлы эшмәкәрлек алып бара.  Ойошма Иҫке Собханғол һәм Ишдәүләт ауылдарындағы, шулай уҡ Яңы Собханғол ауылының Йәштәр урамындағы электр линияларын хеҙмәтләндерә, 2176 хужалыҡтың һәм 120 юридик шәхестең электр энергияһы менән ҡулланыуын тәъмин итә. 

Отчет йылында ҡабул ителгән 9,3 млн. кВт электр энергияһының, 6,9 млн. кВт-ы абоненттарға тапшырылып, селтәрҙә 25 % энергия юғалтылған. Ойошма был төр хеҙмәтләндереүҙән 2,2  млн., халыҡты һәм ойошмаларҙы һалҡын һыу менән тәьмин итеүҙән  1,5 млн., ҡаты һәм шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын полигонға урынлаштырыуҙан 1,9 млн.  һум килем алған.

2016 йылда «КомЭнергоСервис» тарафынан ҡабул ителгән инвестицион программаға ярашлы район үҙәгенең Йылға аръяғы, Ҡояшлы һәм Күл урамдарында 1,99 км. оҙонлоғондағы юғары вольтлы линиялар төҙөкләндерелде, Иҫке Монасип ауылының “Кепес” тип йөрөтөлгән яғына 0,76 км. оҙонлоғондағы юғары вольтлы линия төҙөү эштәре башҡарылды. Иҫке Собханғол урта мәктәбенә 230 метрлы ер аҫты электр һуҙымы һалынды. Киләсәктә инвестиция программаһына ярашлы Салауат, Ленин урамдарында төҙөкләндереү, Самат Ғәбиҙуллин һәм Алдар Иҫәкәев урамы ҡулланыусыларын юғары вольтлы линияға тоташтырыу һәм трансформатор станцияһын төҙөү эштәре ҡаралған.

«Газпром газораспределение Уфа» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет ҡалаһындағы филиалының Бөрйән комплекслы хеҙмәте газ селтәрҙәренең техник яҡтан төҙөк булыуын һәм ҡулланыусыларҙы зәңгәр яғыулыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә.  Бөрйән комплекслы хеҙмәте 140 саҡрым оҙонлоғондағы газ селтәрҙәрен ҡарай.Райондың 9 ауылында  1276 йортҡа  тәбиғи газ  индерелгән. 402 йорт газ баллоны ҡулайламаһы  менән файҙалана.

2016 йылда Бөрйән комплекслы хеҙмәте тарафынан 832 тәбиғи газ үткән, 101 газ баллоны ҡулайламаһы менән ҡулланыусы йорттарҙа төҙөкләндереү һәм техник хеҙмәтләндереү эштәре башҡарылды. 88 йорт һәм 3 коммуналь-көнкүреш объекты тәбиғи яғыулыҡ төрөнә тоташтырылды. Иҫке Собханғолда 76 метр оҙонлоғондағы газ селтәрҙәре яңыртылды, резерв линияның ҡоролмаһы урынлаштырылып, газ редукциялау пункттарының  көйләгесе, келәһе алмаштырылды, шулай уҡ поселок-ара, урамдарҙағы билдәләр яңыртылды.

Ойошманың капитал һалыуҙар иҫәбенә  Ленин, Һ.Ишкилдин һәм Ағиҙел урамдарында 410, 7 м. оҙонлоғондағы газ селтәрҙәренең әйләнеше (“закольцовка”) төҙөлдө, Кыҙыл-Таш урамында газ көйләгес пункты урынлаштырылды.

Районыбыҙҙа газ  селтәрҙәре лә киңәйә, ошо яғыулыҡ төрөнә тоташыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Киләсәктә Газпром йәмғиәте менән берлектә «2020 йылға тиклем районды газификациялау программаһына» ярашлы Иҫке Собханғол – Ырғыҙлы йүнәлешендәге газ селтәрҙәрен проектлау һәм төҙөү планлаштырыла.

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ

           Ауыл хужалығында район халҡы өсөн иҡтисади яҡтан отошло йүнәлештәр булып  ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡ, эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдарҙы үрсетеү тора.

2016 йылдың аҙағына ҡарата районда “Салауат” һәм “Урал” ауыл хужалығы кооперативтары, 78 крәҫтиән фермер хужалығы иҫәпләнә.

2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата бөтә төр хужалыҡтарҙа 15107 баш эре, 17056 ваҡ мөгөҙлө мал,