Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление главы Администрации с Международным днем защиты детей

1 Июня 2016
10
0

 

Ҡәҙерле балалар! Хөрмәтле райондаштар!

 

Һеҙҙе балаларҙың шат тауыштары, күтәренке кәйеф менән һуғарылған байрамдарҙың береһе – Халыҡ-ара  балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

 

Был көн балаларҙың хоҡуҡтарын ихтирам итеү һәм яҡлау иң мөһим шарттарҙың береһе булыуын иҫтә тотоу өсөн булдырылған. Беҙҙең районда балаларҙы, уларҙың ғүмерен һәм һаулығын яҡлауға етди иғтибар бүленә, үҫеп килгән быуынға сифатлы белем биреп, уларҙы төрлө яҡтан үҫтереүгә, теләктәрен тормошҡа ашырыуға тейешле шарттар булдырыла.

 

Районыбыҙҙа белемле, талантлы балалар күп. Улар зона, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған олимпиада, конкурс һәм бәйгеләрҙә ҡатнашып, райондың намыҫын яҡлап лайыҡлы урындар яулайҙар. Балаларға тәрбиә биреү, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау – беҙҙең төп бурыстарыбыҙҙың береһе.

 

Барығыҙға ла матур йәйге ял, ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар теләйем! Балаларыбыҙ һау һәм бәхетле булып үҫһен!

 

 

 

Бөрйән районы муниципаль район

 

Хакимиәте башлығы                                                                     Р.Д. Шәрипов