Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление главы Администрации с Днем Победы

6 Мая 2016
13
0

 

Хөрмәтле  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Хөрмәтле райондаштар!

 

Бөйөк һәм изге байрам – Еңеүгә 71 йыл тулыу айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы  ҡабул итегеҙ!  

 

       9 май – ауыр һынауҙарҙы үткәргән илебеҙҙең лайыҡлы киләсәгенә яҡты өмөттәр уятыусы көн ул. Еңеүҙең оло шатлығы, бар Совет халҡының үлемесле көрәштә еңеп сығыуы, илдә ҡабынған һуғыш утын һүндерә алыуы менән ғорурланыу тойғолары беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.

 

      Беҙ ҡанлы һуғыш яландарында Тыуған илебеҙ азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап алып ҡалыусы, донъяны фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарыусы ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙы ҙур ихтирам тойғолары һәм рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ.

 

      Фронт, еңеү өсөн тылда ал-ял белмәй эшләүселәр алдында беҙ  һәр саҡ бурыслы. Улар емерелгән илде аяҡҡа баҫтырҙы, тыуған еребеҙҙең иҡтисад, сәнәғәт, төҙөлөш һәм социаль-мәҙәни өлкәләренең артабанғы үҫешен тәьмин итте.

 

Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, аяҙ күк йөҙө теләйем! Донъяларыбы4 тыныс бул3ын, халҡыбыҙ ду1лы6та 38м татыулы6та, мул тормошта й8ш83ен! Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, тыл хеҙмәтсәндәренә, ветерандарыбыҙға мәңгелек дан һәм хөрмәт!

 

 

 

Бөрйән районы муниципаль

 

район Хакимиәте башлығы                                                        Р.Д. Шәрипов