Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление главы Администрации с Праздником весны и Труда

29 Апреля 2016
11
0

 

                                      Хөрмәтле райондаштар!

Һеҙҙе йәмле Яҙ һәм Хеҙмәт  байрамы менән ҡайнар ҡотлайым!

1 Май беҙҙең күңелдәрҙә һәр ваҡыт берҙәмлек һәм теләктәшлек яңырыуы, яҡты өмөттәр һәм емешле хеҙмәт кәүҙәләнешендә һаҡлана.

Хеҙмәт байрамын юҡҡа ғына яҙ миҙгеле менән бәйләмәйҙәр. Тәбиғәттең яңырыу, йәшәреү осоронда хеҙмәткә, яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыш арта. Хеҙмәт – кешене дәртләндергән, өмөтләндергән, уға йәшәү көсө биргән байлыҡ.

Шулай уҡ был көн – оло быуындың хеҙмәт ҡаҙаныштарын тәрән ихтирам менән иҫкә алыу мөмкинлеге  менән бер рәттән күңелгә күтәренке кәйеф һәм яҡты ышаныс өҫтәгән ғаилә байрамы.

Байрам көнөндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ , яҡшы  кәйеф, уңыштар, бәхет һәм именлек теләйем!

 

Бөрйән районы муниципаль

район Хакимиәте башлығы                                                   Р.Д. Шәрипов