Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление главы Администрации с Международным женским днем

10 Марта 2016
15
0

 

                                       Ҡәҙерле һәм һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙҙе ысын күңелдән яҙҙың һоҡланғыс байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!

Халҡыбыҙ йәмғиәттә һәм ғаиләлә ҡатын-ҡыҙҙың әһәмиәтен “ҡатын-ҡыҙ – донъя тотҡаһы”, тип ҡыҫҡа, әммә бик тапҡыр баһалаған. Ысынлап та, тормоштоң ни тиклем камил, матур һәм етеш булыуында иң тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙың ролен танырға кәрәк: ул ғаиләлә лә, эштә лә, йәмғиәттә лә тотороҡлолоҡ, татыулыҡ, бөхтәлек булдырыуы менән абруйлы һәм ҡәҙерле.

Ошо яҡты, ҡыуаныслы мәлдә беҙ – ир-егеттәр  ғаилә усағын һаҡлаған әсәй-өләсәйҙәргә, тормош юлдаштарыбыҙға, апай-һеңлеләргә, ҡыҙҙарыбыҙға, ғөмүмән, бар гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ һөйөүебеҙҙе белдерәбеҙ.

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Изгелекле һәм оло йөрәкле булыуығыҙ, сабырлығығыҙ, тормошто матур һәм һоҡланғыс итә белеүегеҙ өсөн рәхмәт Һеҙгә!

Матур яҙғы байрам көнөндә Һеҙгә ҡарата иң изге теләктәр яңғыраһын, һәр ваҡыт яҡындарығыҙҙың йылыһы һәм һөйөүе солғанышында йәшәргә яҙһын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм именлек теләйем!

 

Бөрйән районы муниципаль

район Хакимиәте башлығы                                                     Р.Д. Шәрипов