Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление главы Администрации с Днем защитника Отечества

25 Февраля 2016
26
0

 

Хөрмәтле Рәсәй Ҡораллы көстәре яугирҙәре,  ветерандар, райондаштар!

 

Һеҙҙе ысын күңелдән ир-егеттәр байрамы – Ватанды  һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!

 

23 февраль һәр ваҡыт тыныслыҡ, ғәҙеллек һәм тыуған ергә һөйөү символы булып ҡаласаҡ.

 

Был байрам көнөндә беҙ Тыуған илгә тоғро хеҙмәт иткән, уның азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәрҙең барыһын да хөрмәтләйбеҙ.

 

Тыуған илде һаҡлау – һәр граждандың изге бурысы ул.   Һәр ҡайһыбыҙ, үҙ эшен намыҫлы, яуаплы үтәп, ошо изге ғәмәлгә үҙ өлөшөн инде­рә ала.
Беҙ Рәсәй именлеге, тыныслығы һа­ғында тороусы данлыҡлы Ватанды һаҡлаусылар менән хаҡлы ғорурланабыҙ! Тап уларҙың Тыуған илгә хеҙмәт итеү өлгө­һөндә хәҙерге йәш быуын тәрбиәләнә һәм тәрбиәләнәсәк.

 

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рухи көс, күтәренке кәйеф, бәхет һәм изгелектәр теләйем!  Ватаныбыҙҙың ҡеүәтен арттырыуға булышлыҡ иткән хеҙмәтегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын!

 

 

 

Бөрйән районы муниципаль

 

район Хакимиәте башлығы                                                       Р.Д. Шәрипов