Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Поздравление главы Администрации С Новым годом

31 Декабря 2015
9
0

 

Хөрмәтле райондаштар!

 

Һеҙҙе Яңы 2016 йыл менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!

 

Тағы ла бер йылыбыҙҙы тарихҡа оҙаттыҡ һәм иң яратҡан, күңел йылыһы өләшкән ғаилә байрамын – Яңы 2016 йылды ҡаршылайбыҙ. Ул һәр кем өсөн оло өмөттәр бағлап, киләсәккә ышаныс биргән тылсымлы тантана. Байрам алдынан үткән йылға йомғаҡ яһала, алдағы көндәргә яңы маҡсаттар ҡуйыла.        

 

Үтеп барған йыл ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта бер ни тиклем уңышлы ла булды. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, республикабыҙ башлығы һәм Хөкүмәте ярҙамы менән 2015 йылда районыбыҙҙың үҫеше өсөн бихисап эштәр башҡарылды. Районыбыҙҙағы һәр бер ойошма һәм хужалыҡ, һәр ғаилә лайыҡлы йәшәргә, замандың ҡатмарлы һынауҙарына бирешмәҫкә, киләһе йылдарға өмөт һәм ышаныс менән ҡарарға тағы бер һынау этабын үтте.

 

Яңы йыл һеҙгә яңы шатлыҡтар, яңы ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр алып килһен.  Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм ҙур уңыштар теләйем!

 

 

 

Бөрйән районы муниципаль район

 

Хакимиәте башлығы                                                      Р.Д. Шәрипов