Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Отчетный доклад главы Администрации муниципального района Бурзянский район за 2015 год

3 Февраля 2016
29
0

 

Хөрмәтле Президиум, депутаттар һәм район ойошмалары етәкселәре!

 

Бөрйән районы муниципаль районы Уставына ярашлы Һеҙҙең иғтибарға район Хакимиәтенең һәм район ойошмаларының 2015 йылдағы эшмәкәрлеге тураһындағы отчетын тәҡдим итәм.

2015 йыл Рәсәй халҡы, республикабыҙ һәм Бөрйән районы өсөн дә тарихи һәм социаль-иҡтисади ваҡиғаларға бай йыл булды. Йылдың төп ваҡиғалар теҙмәһенә Еңеүҙең 70 йыллығы, Әҙәбиәт йылы сиктәрендә уҙғарылған саралар, районыбыҙҙың 85 йыллыҡ Юбилейы, ауыл Советтарына депуттар һайлау инде.  Был эштәрҙе атҡарып сығыуҙа район халҡы берҙәм көс булып тупланып, юғары ойошҡанлыҡ күрһәтте.

Район Хакимиәте һәм ул етәкләгән ойошмалар, идаралыҡтар үҙ эштәрен ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы һәм бөтә төр организацион-хоҡуҡи формалағы ойошмаларҙың үҙ функцияларын үтәүенә таянып башҡарҙылар.

ИҠТИСАД ҺӘМ ЭШҠЫУАРЛЫҠ

2015 йылда  Бөрйән районының иҡтисади күрһәткестәре тотороҡло булды. Район иҡтисадының төп нигеҙен бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, бюджет өлкәһе ойошмалары һәм бюджет ярҙамы тәшкил итә.  

2015 йылдың һөҙөмтәләре буйынса урында етештерелгән тауарҙар һәм хеҙмәтләндереү күләме 647 млн. һум булды. Был күрһәткес былтырғы йыл менән сағыштырғанда 13,1 процентҡа күберәк.

Районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә шөғөлләнеүсе 411 субъект иҫәпләнә. Улар араһында сауҙа, хеҙмәтләндереү һәм  ағас эшкәртеү йүнәлештәре өҫтөнлөк итә. Отчет йылында райондың йыйылма бюджетына кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтан 11 млн. һум килем инде. 2014 йыл менән сағыштырғанда сумма 13,5 процентҡа артҡан.

Бөтә төр предприятиеларҙа түләнелгән  уртаса айлыҡ эш хаҡы 2016 йылдың 1 ғинуарына  ҡарата 17443, 93 һум тәшкил итте. Республикала был күрһәткес 23543,8 һум. 2015 йылда иҡтисад өлкәһендә мәшғүл булыусы 2125 кеше иҫәпләнә.  

2015 йылда бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә төп капиталға инвестициялар күләме 282,86 млн. һум тәшкил иткән, 2014 йыл менән сағыштырғанда, был 100,45 процентҡа тура килә. 

Районда 175 сауҙа субъекты иҫәпләнә. Улар биләгән дөйөм майҙан  9061 кв.м, шул иҫәптән сауҙа майҙаны  3639 квадрат метр. Дөйөм алғанда 2015 йылда ваҡлап һатыу күләме 2014 йыл менән сағыштырғанда 2,1 % - ҡа артып 639 млн. һум тәшкил итте. Хаҡтарҙың ҡулланыу индексы 114, 2 % булды.

Бөгөнгө көндә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуы күҙәтелә. Ай һайын үткәрелгән мониторингҡа күҙ һалғанда төп ҡулланыусылар кәрзинендәге тауарҙарға  хаҡтар 8,5 –тән 12,5 процентҡа тиклем күтәрелгән. Айырым төркөм тауарҙарға 30 % -ҡа тиклем артыуы күҙәтелде.

Районда бөгөнгө көндә 4 йәмәғәт туҡланыу ойошмаһы бар: «Диана» (50 урын), «Мәсем» (30 урын), «Хазина» (80 урын) кафелары һәм «Шүлгән» ашханаһы (80 урын). Йәйге осорҙа Кейекбай ауылы янында юл кафеһы эшләне. Туҡланыу ойошмаларынын йыллыҡ тауар әйләнеше 12 млн. һум булып, 2014 йыл менән сағыштырғанда 100,4 % тәшкил итте.

Хакимиәт тарафынан был өлкәгә яңы импульс биреү өсөн муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу,  консультатив аңлатыу эштәре алып барыла, кредит алыуҙа ярҙам күрһәтелә, кәңәшмәләр һәм төрлө саралар үткәрелә. Өҫтөнлөклө тип табылған ошо йүнәлештәрҙе заман талаптарына яуап бирерлек кимәлгә еткереү – беҙҙең төп бурыс.

«2013-2018 йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» муниципаль программаһы сиктәрендә уҙған йылда конкурс үткәреү юлы менән 11 субъектҡа 3,7 млн. һум субсидия бүленде. Был аҡсалар малсылыҡ, төҙөлөш техникаһын һатып алыуға,  икмәк бешереү, ағас эшкәртеү өлкәләрендә, парикмахер эше кеүек өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙә үҙ эштәрен башлаған, йә иһә дауам иткән эшҡыуарҙарға тейешле комиссия ҡарарына ярашлы бүленде.

Киләсәктә эшҡыуарҙар заман ҡуйған яңы талаптарҙан ҡурҡмай, баҙар иҡтисады алып килгән шарттарҙы инҡар итмәй, илдәге иҡтисади хәлде тик үҙҙәренең файҙаһына, үҫешенә, камиллашыуына йүнәлтергә бурыслы. Барыбыҙға ла бергәләшеп район иҡтисадының әһәмиәтле тармағы булып торған эшҡыуарлыҡ өлкәһенә иғтибарҙы арттырырға кәрәк.

ХАЛЫҠ ҺАНЫ

2016 йылдың 1 ғинуарына районда 16465 кеше иҫәпләнә.

Халыҡтың тәбиғи үҫеше буйынса Бөрйән районы республикала 1 урында килә. 2015 йылда 311  сабый донъяға килгән (171  малай, 140 ҡыҙ), 2014 йыл менән сағыштырғанда, тыуым - 31, үлем 9 кешегә кәмегән. Яҡты донъя менән хушлашыусы 168 кеше иҫәпләнә. 2015 йылда 8 кеше үҙ-үҙенә ҡул һалған (2014 йылда – 10), улар уртаса 37 йәштәге кешеләр. 1 йәшкә тиклем 1 сабыйҙың үлем осрағы теркәлгән. Район буйынса уртаса йәшәү кимәле ирҙәрҙең – 58, ҡатын-ҡыҙҙарҙың – 67 йәш.

Ләкин һуңғы йылдарҙа районда миграция күрһәткестәре кире яҡҡа үҫешә, 2015 йылда халыҡ һаны 101 кешегә кәмене. Был тәү осраҡта эшһеҙлеккә һәм хеҙмәт хаҡының түбән булыуына бәйле.

Отчет йылында 130  пар ғаилә ҡорған (2014 йылда – 168). Республика күрһәткестәре буйынса никахҡа тороусыларҙың уртаса йәше 21-23 йәш. 2014 йыл менән сағыштырғанда 34-кә кәмеп, 40 ғаилә айырылышҡан.

Йәш ғаиләләрҙең тәүге биш йыллыҡта 56 проценты социаль ауырлыҡтарға әҙер булмау сәбәпле тарҡалалар.  Шуның өсөн дә тәү сиратта ата-әсә, йәмғиәт һәм социаль ойошмалар тарафынан йәмғиәтебеҙҙең нигеҙен тәшкил иткән ғаилә усаҡтарына ваҡытында тейешле кәңәш һәм ярҙам күрһәтеү мөһим. Бөгөнгө көндә ғаилә статусын күтәреү дөйөм бурыстарыбыҙҙың береһе. 

БЮДЖЕТ ҮТӘЛЕШЕ

Райондың социаль – иҡтисади үҫеш кимәлен билдәләүсе төп күрһәткестәрҙең береһе булып уның йыйылма бюджеты иҫәпләнә.

2015 йылда йыйылма бюджетҡа 750,8 млн. һум килем инде. 2014 йыл менән сағыштырғанда был һан 168,4 млн. һумға йәғни 28,9 процентҡа күберәк булды.

 Ошо суммаға Иҫке Собханғол ауылында төҙөлгән мәктәп һәм интернатты реконструкциялауға тотонолған 168 млн. һум инеп китә. Йыйылма бюджетта райондың үҙ өлөшө 102,9 млн. һум булды, был дөйөм килемдең 13,7 % тәшкил итә.

Райондың үҙ килеменең 61,1 %-ы физик шәхестәр килеменә тәғәйен булған һалымдан (НДФЛ), 8,7 %-ы нефть продукттарын һатыуҙан килгән акциздан, 4,5 %-ы  айырым эшмәкәрлек төрҙәренә һалынған һалымдан, 5,5  %-ы ер өсөн һалымдан,  2,6 %-ы  мөлкәтте һатыуҙан, 1,6 % -ы дәүләт пошлинаһынан,  6,1 % -ты ҡуртымға биреүҙән, 6,3 % -ты  ябайлаштырылған һалым системаһынан йыйылды.

Йыйылма бюджеттың сығым өлөшө 737,4 млн. һум тәшкил итте, шул иҫәптән  54,6 млн. – дәүләт идараһына; 46,5 млн. - милли иҡтисад мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелде;  42,5 миллион – торлаҡ-коммуналь хужалыҡты; 458,1 млн. – мәғарифты;  45 млн. һум – мәҙәниәтте; 36  млн. социаль түләүҙәрҙе һәм 6 млн. спортты финанслауға тотонолдо.

Муниципаль бюджетты тулыландырыу, эш биреүселәрҙең ваҡытында бюджетҡа түләүҙәрен тәъмин итеү,  халыҡтың ер һәм мөлкәтен иҫәпкә алдырыу маҡсатында 10 ведомство-ара комиссия ултырыштары үтте. Унда 215 шәхси эшҡыуар һәм етәксенең эшмәкәрлеге тикшерелеп, килеп сыҡҡан етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмәләр бирелде.  

2016 йылда ла райондың үҙ килемен арттырыу маҡсатында, өҫтөнлөклө йүнәлеш тип иҫәпләнгән туризм өлкәһендә эшләүселәрҙең бюджетҡа килем индереүен, ауыл хужалығы предприятиеларының ауыл эсендәге иҫәпкә алмай ҡулланған ерҙәрен, халыҡтың иҫәпкә алынмаған ер һәм мөлкәтен асыҡлау, бюджетҡа һалымдарын, ҡуртым хаҡын ваҡытында түләтеүҙе, аҡсаны маҡсатҡа ярашлы һәм файҙалы тотоноуҙы, предприятие һәм учреждениеларҙың тотороҡло эшләүен тәъмин итеү бурысы тора.

МӘШҒҮЛЛЕК

Бөрйән районы Башҡортостан Республикаһында эшһеҙлек кимәле буйынса юғары урында тора.  Районда ҙур сәнәғәт ойошмаларының булмауы, тәбиғи үҙенсәлектәр һәм күпселек шәхси эшҡыуарҙарҙың  эшселәрҙе рәсми рәүештә теркәмәүе эшһеҙлектең ҙур  булыуына булышлыҡ итә.  2015 йылдың башында районда рәсми эшһеҙлек кимәле 2,29% булһа, йыл аҙағында был күрһәткес 2,52 % тәшкил итте. Районда эш юҡ тип зарланһаҡ та, күп кенә урындарҙа - эске эштәр бүлегенә,  һаулыҡ һаҡлау туризм һәм төҙөлөш өлкәләрендә кадрҙар етмәй.

2015 йылда мәшғүллек үҙәгенә 604  кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың  96-һы – 29 йәшкә тиклемге йәштәр. Дөйөм 114 кешегә эш табылды, 23 кеше төрлө һөнәр буйынса профессиональ әҙерлек үтте, 48 кеше түләүле йәмғиәт эштәренә йәлеп ителде, бәлиғ булмаған 107 үҫмер ваҡытлыса эшкә урынлаштырылды.

Һөнәр һайлау һәм социаль яраҡлашыу буйынса үҙәк тарафынан даими консультациялар ойошторола. Отчет йылында 1 граждан халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә үҙ эшен асты.

Бөгөнгө көндә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү һәм уны социаль яҡлау факторы булып сығыш яһаған үҙ аллы мәшғүллеккә тейешле иғтибар биреү мөһим. Эш урындарының булмауы, райондың етештереү ҡеүәтенең түбән булыуы, предприятиеларҙың ябылыуы халыҡҡа шәхсән мәшғүллек менән шөғөлләнергә этәргес булды. Халыҡтың күпселеге мал, ҡош-ҡорт аҫрап һәм емеш-еләк үҫтереп табыш ала. Айырыуса ҡортсолоҡ һәм шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала.

Хәҙерге заманда эшһеҙлек менән көрәшеү бар төбәктең приоритетлы маҡсаттарының береһе булып тора, шуның өсөн дә дәүләт тарафынан был юҫыҡта тейешле эштәр башҡарыла.

Киләсәктә аҡса, эш юҡтип зарланып, заман ауырлыҡтары алдында юғалып ҡалмай, маҡсатлы программаларға таянып, бар мөмкинселектәрҙе ҡулдан ысҡындырмай үҙ эшеңде асып, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү ҙә табыш килтерер ине.

ТӨҘӨЛӨШ

2011-2015 йылдарға иҫәпләнгән муниципаль райондың социаль-иҡтисади үҫеше комплекслы программаһына ярашлы, 2015 йылда төҙөлөш,төҙөкләндереү эштәре ҡыҙыу барҙы.

Отчет йылында  Иҫке Собханғолда 550 урынлыҡ мәктәп төҙөү һәм 120 урынға иҫәпләнгән интернатты реконструкциялау эштәре башланып китте, Нәби ауылында күпер төҙөлә башланы. Яңы Собханғол ауылында 108 урынлыҡ мәктәпте,  80 сабыйға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын һыйҙырырлыҡ бинаны төҙөүгә проект эштәре ыңғай яҡтан дәүләт экспертизаһы үтеп, объект 2016 йылдың Республика адреслы инвестицион программаһына индерелде.   Ағымдағы йылда бүленгән 65 млн. һум аҡсаға төҙөлөш эштәрен башлау планлаштырыла.

Шулай уҡ уҙған  йылда Ағиҙел биҫтәһендә уртаҡ 108 урынлыҡ мәктәп менән 80 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөүгә, Ҡотан ауылында балалар баҡсаһын реконструкциялауға проект эштәре башланды.

Иҫке Монасип ауылында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөүгә, Иҫке Собханғол ауылында йылылыҡ селтәрҙәрен реконструкциялауға һәм Баҙал микрорайонында урамдарҙы төҙөкләндереүгә проект эштәре тамамланып, дәүләт экспертизаһына тапшырылды.   

Баҙал биҫтәһендә  22,5 км. газ линияһы һалынды, ундағы  халыҡ тулыһынса тәбиғи газ ҡулланыу мөмкинселегенә эйә булды.  Шулай уҡ Ағиҙел ҡасабаһының Муса Гәрәй, Урман һәм Тау урамдары зәңгәр яғыулыҡҡа күсте. Шулай уҡ Тимер ауылында 1,6 км. газ линияһын төҙөүгә аукцион үткәрелеп, “Сибайгазспецстрой” йәмғиәте менән килешеү төҙөлдө. Селтәр проект буйынса 2016 йылда төҙөлөп сафҡа индереләсәк.

 «Водолей» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Иҫке Собханғолда 20 саҡрым  яңы һыу торбаларын  һалыу эшен тамамланы.   Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн дөйөм 44 млн. һум аҡса бүленде, отчет йылында был сумманың 19 млн. һумы үҙләштерелеп, һыу селтәрҙәре сафҡа инде.

        Бөрйән юл ремонтлау-төҙөү идаралығы  273,8 км оҙонлоғондағы региональ юлдарҙы ҡарай, уларҙың  57,4 саҡрымына асфальт түшәлгән, 224,2 саҡрым күсмә ҡаплаулы һәм ҡалған 16 -һы – грунтлы юлдар.  2015 йылда идаралыҡ тарафынан Йылайыр-Кананикольск-Иҫке Собханғол йүнәлешендәге юлды төҙөкләндереү эше башланды. «Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бойороғо буйынса идаралыҡ Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск йүнәлешендәге юлдың 134-138-се км. участкаһы булып торған Үрге Әүжән ҡасабаһы аша үткән юлдың  асфальт ҡаплауын яңыртты. Район Хакимиәте менән 8 объектка төҙөлгән контракт нигеҙендә Яңы Собханғол ауылының Йәштәр урамына, Баҙал микрорайонының Ҡадыров, Ш. Бабич, Мәктәп урамдарында асфальт түшәлде. Тышҡы заказдар буйынса Байназар, Аҫҡар, Ҡолғана, Иҫке Собханғол, Байғаҙы һәм Үрге Әүжән ауыл биләмәләрендә, «Шүлгән-таш» ҡурсаулығында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.

Отчет осоронда  урындағы, региональ һәм муниципаль-ара  юлдарҙы ҡарау өсөн 28 млн 464 мең һум аҡса үҙләштерелде.

2015 йылда урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән проектта, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектында  ҡатнашыу күп кенә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә ярҙам итте. Отчет йылында урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу программаһына10 ауыл биләмәһе заявка биреп, барыһының да теләктәре бойомға ашты.  Урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу һәм “Реаль эштәр” проектары сиктәрендә Брәтәк ауылында яңы клуб төҙөлдө. Ғәлиәкбәрҙә янғын һүндереү өсөн комплекс алынды, Ҡотан ауылында “Муса Ғәле” шишмәһенең тирә-яғы төҙөкләндерелде. Ағымдағы йылда Әтек, Кейекбай һәм Һарғая ауылдарында балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөү, Байғаҙыла Һәүәнәк йылғаһы аша күпер, Килдеғол ауылында юл һалыу планлаштырылған, Тимерҙә ябыҡ спорт майҙансығының икенсе төҙөлөш этабы эшләнәсәк.

“Реаль эштәр” проекты сиктәрендә Байназар ауыл мәҙәниәт усағының тәҙрәләре алмаштырылды, Кейекбай мәҙәниәт йортона бильярд өҫтәле һәм спорт кәрәк-яраҡтары алынды, Тимерҙә ял итеү урыны төҙөлдө, Һарғая ауылында спорт майҙансығы кәртәләнде, Әтек, Ғәлиәкбәр, Ырғыҙлы һәм Иҫке Монасип ауылдарында янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы ҡорамалдар алынды, Иҫке Собханғолдың яңы зыяратында дренаж  йырындары ҡаҙылды. Шулай уҡ Әбделмәмбәт ауылында баскетбол майҙансығын төҙөү планлаштырыла.

Ра­йонда «Йорт комплекты» проекты уңышлы эшләп килә. Уның төп маҡсаты – аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға ярҙам итеү. Проект сиктәрендә 2012 йылда 1 ғаилә, 2013- тә – 8, 2014 йылда 20 кеше, отчет йылында исемлеккә алынған 10 граждандың бары 2-әүһе  генә ошо мөмкинлектән файҙаланды. Ағымдағы йылдың 1-се кварталына ҡарата программа иҫәбендә 8 кеше тора.

Киләсәктә лә халыҡты программаларҙы бойомға ашырғанда үҙ өлөшөн индерергә һәм үтәлгән эштәрҙең ҡәҙерен белеп, булдырылған уңайлыҡтарҙан файҙаланып ҡалырға саҡырабыҙ.  

ТОРЛАҠ-КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ

Һәр кем үҙе йәшәгән йорт, урам, ауыл йәки ҡала күркәм, матур һәм тәрбиәле булыуын, йорттарҙа йылылыҡ һәм һыуҙың, электр уты һәм газдың өҙөлмәүен теләй. Беҙҙең йорттарҙағы таҙалыҡ һәм урамдарҙағы тәртип, кешеләрҙең йәшәү сифаты һәм яҡшы кәйефе башлыса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының тотороҡло эшләүенә бәйле.

2015  йылда «Алағуян» муниципаль унитар предприятиеһы Иҫке Собханғол ауылында 19 учреждение һәм ойошманы, 96 фатирҙы йылылыҡ менән тәъмин итте. Предприятие  тарафынан Иҫке Собханғол ҡулланыусыларына 4137 гигакалорий йылылыҡ тапшырылды, шул иҫәптән ауыл халҡына 1088 Гкал. Күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәрҙән предприятиеның сығымдары 94% -ҡа ҡапланды.  Ойошманың халыҡтан 2015 йыл аҙағына 300 мең һум аласағы ҡалды.

Элемтә узелы бәйләнеш сараларын үҫтереү маҡсатында Килдеғол, Һарғая, Исламбай, Аҫҡар, Брәтәк, Байғаҙы, Байназар, Иҫке Монасип, Кейекбай һәм Тимер ауылдарында оптик-сүс кабелдәрен тоташтырыу, район буйынса элемтә линияларын реконструкциялау һәм ремонтлау эштәре башҡарҙы. Күпселек халыҡ һорауы буйынса Аҫҡар, Исламбай, Брәтәк, Әтек һәм Байғаҙы ауылдарында “Сотел” операторы бәйләнеше булдырылды. Был төр хеҙмәтләндереү халыҡҡа үҙ-ара аралашыу уңайлығын тыуҙырҙы. Отчет йылында интернет абоненттары – 2772, IP-телевидение  ҡулланыусылар – 2068, телефон бәйләнешенә эйә булыусылар һаны 3783-кә етте.

Бөрйән районы электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре 2015 йылда Аҫҡар -Брәтәк йүнәлешендәге  19,8 км линияларҙа капиталь ремонт үткәрҙе.  Ғәлиәкбәр, Брәтәк, Байғаҙы, Үрге Нөгөш йүнәлешендәге селтәр трассаларын үҫентеләр һәм ағастарҙан таҙартты, Байназар ауылында  трансформаторҙың конденсаторын алмаштырҙы.  Ошо әһәмиәтле  эштәрҙе атҡарыу  өсөн дөйөм 3 млн. һумлыҡ сығымдар талап ителде. Шулай уҡ Байназар участкаһының административ зданиеһында капиталь ремонт үткәрелеп заманса уңайлыҡтар булдырылды.  

Отчет йылында 197 йорт һәм яңы етештереү объекты электр селтәрҙәренә тоташтырылған, был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн Аҫҡар ауылында бер трансформатор ҡеүәтлерәккә алмаштырылды, Мораҙым, Әбделмәмбәт, Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр, Мәндәғол һәм Яңы Собханғол ауылдарында 6 мачта  (мачтовый) трансформатор подстанцияһы төҙөкләндерелде.  Халыҡ төҙөгән яңы объекттарҙы электр селтәрҙәренә тоташтырыу  маҡсатында, ауылдарҙа линиялар төҙөлдө.

«КомЭнергоСервис» яуаплылығы сикләнгән ойошма күп тармаҡлы эшмәкәрлек алып бара.  2015 йылда ул электр энергияһын селтәрҙәре буйлап тапшырыуҙан  2,1  млн. һум, халыҡты һәм ойошмаларҙы һалҡын һыу менән тәьмин итеүҙән  1,8 млн. һум, ҡаты һәм шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын урынлаштырыуҙан 1,4 млн.  һум килем алған.

2015 йылда Иҫке Собханғол, Кейекбай, Иҫке Монасип, Тимер һәм Ғәлиәкбәр ауыл биләмәләрендә  250 мең һумлыҡ урам яҡтыртыу нөктәләре сафҡа инде, Байназар ауылында яҡтыртҡыстарҙың сарыф иткән энергияһын иҫәпләү маҡсатында счетчиктар ҡуйылды. Киләсәктә лә ҡараңғы  урамдарҙы  барлап, был эште ауыл хакимиәте башлыҡтары, депутаттар менән берлектә эшләү мөһим. 

Отчет йылында инвестицион программа буйынса Ҡайын-түш урамында юғары вольтлы линияларҙы төҙөкләндереү, шулай уҡ Баҙал биҫтәһендә 3,44 км. оҙонлоғондағы юғары вольтлы линия төҙөү эштәре башҡарылды. Киләсәктә етештереү программаһына ярашлы Баҙал микрорайонының Йүкәле, Наурыз, Ш. Бабич урамдарында, Ишдәүләт ауылында ҡулланыусыларҙы юғары вольтлы линияға тоташтырыу,Иҫке Собханғолдоң  Совхоз, Йылға аръяғы, Урал һәм Ерекле урамдарында төҙөкләндереү эштәре ҡаралған.

АРХИТЕКТУРА

Район Хакимиәтенең баш архитекторы ер бүлеменең планын төҙөү, капиталь объекттарҙы төҙөүгә һәм сафҡа инеүенә рөхсәт биреү кеүек эштәр башҡара. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш документтарын  контролдә тотоп, уларҙың дөрөҫ ҡулланылышын тикшерә.

2015 йылда район Хакимиәтенең баш архитекторы 310 капиталь төҙөлөшкә, 308 ер участкаһының төҙөлөш  планына  рөхсәт бирҙе, әсәлек капиталына таянып торлаҡ төҙөүҙе раҫлау өсөн 14 акт төҙөнө.

 Отчет осоронда 9018 кв.м. капиталь төҙөлөш һәм 7461,3  кв.м. дөйөм майҙандағы  шәхси объекттар сафҡа инде.

Ауылдарҙың генераль пландарын төҙөү эштәре дауам итә. Отчет осоронда Байназар ауыл биләмәһенең генераль планы төҙөлдө. 10 генераль план Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына тапшырылған, 12 план БР Иҡтисади үҫеш, Ауыл хужалығы министрлыҡтары тарафынан раҫланды, ә ҡалған 8-ҙе федераль органдарҙың иҫкәрмәләрен төҙәтеп эшләү стадияһында. 2015 йылда 1 ауыл биләмәһенең ерҙе ҡулланыу һәм төҙөлөш эше ҡағиҙәһе төҙөлдө, ә ҡалған 11-неке раҫланды.  2016 йылда  ауыл биләмәләренең генераль пландарын раҫлау эштәрен тамамларға,  шулай уҡ Иҫке Собханғол ауылының территорияһы сикле булыу сәбәпле, урман фонды ерҙәрен ауыл биләмәһенә күсереү буйынса эште башларға кәрәк.

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ

      Бөрйән районы иҡтисадының төп үҫеш векторҙары булып ауыл һәм  урман хужалыҡтары, туризм тармаҡтары тора. Ауыл хужалығы һәм шәхси хужалыҡтарҙын үҫеше –халыҡ йәшәйешенең яҡшырыу күрһәткесе булып тора. Шуға күрә лә был тармаҡты ҡарау, уға иғтибарҙы һәм һалынған көстө арттырыу – туранан-тура ауыл кешеһенең йәшәү кимәлен күтәреүгә тиң. 

Район халҡы өсөн иҡтисади яҡтан отошло йүнәлештең береһе булып ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡ, эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдарҙы үрсетеү тора.

2015 йылдың аҙағына ҡарата районда 3 ауыл хужалығы предприятияһы, 70-тән ашыу крәҫтиән фермер хужалығы, 6000 –гә яҡын шәхси хужалыҡ иҫәпләнә.

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата бөтә төр хужалыҡтарҙа 6277 баш бал ҡорто, 3332 йылҡы малы, 16864 ваҡ, 15182 эре мөгөҙлө мал иҫәпләнә. 5860 һауын һыйырҙары бар.

Ауыл хужалығы продукттарының үҙ ҡиммәте ҙур һәм хаҡтары түбән булыуы, яҡында һатыу нөктәләре булмауы төп проблемаларҙың береһе. Был мәсьәләнән сығыу юлдарын эҙләү маҡсатында  Хакимиәт тарафынан ауыл хужалығы тауарҙарын һатыуға сығарған йәрминкәләр ойошторолдо, уларҙа алынған килем күләме 3 млн. һумға яҡын.

Коллектив хужалыҡтар биргән мәғлүмәттәргә таянып, 2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 401 баш эре мөгөҙлө мал, шул иҫәптән 202 баш һыйыр иҫәпләнә.

 2015 йылда хужалыҡтар тарафынан 3013 ц һөт етештерелгән, уның 1883 ц һатыуға сығарылған. Һөттөң уртаса хаҡы йыл башынан 14 һум 50 тин. Әгәр республикала һәр һыйырҙан йылына  4296 кг һөт һауып алынһа. Беҙҙең районда һәр һыйырҙан алынған һөт кимәле 1883 кг тәшкил итә. Был республикала иң түбән күрһәткес. Киләсәктә бер һыйырҙан һауылған һөт күләмен  арттырырға,   малдың  продуктлылығын яҡшыртыу өҫтөндә эшләр кәрәк. 

 Район буйынса хужалыҡтарҙа 347 центнер ит етештерелгән, шул иҫәптән 266 – һыйыр, 81 ц - йылҡы ите. Һатыуға 551 центнер ит сығарылған. Мал һанын кәметеү  иҫәбенә етештергәндән күберәк тотонғанбыҙ.

2015 йылда быҙау алыу һаны 145 баш (2014  йылға ҡарағанда 45% кәмегән). Һәр 100 һыйырҙың 53-ө генә быҙаулаған.

Был юҫыҡта эште яйға һалыу маҡсатында, тоҡом яҡшыртыу һәм мал һанын арттырыу буйынса ветеринар станцияла һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыу пункты эшләп килә. Отчет осоронда 235 баш шәхси сектор, 30 баш йәмәғәт сектор малдары яһалма ҡасырылды. Киләсәктә халыҡ яғынан тоҡомсолоҡто үҫтереү, яһалма ҡасырыуҙы йәйелдереү эшендә әүҙемлек күрһәтелһә яҡшыраҡ булыр ине.

Ҡымыҙ бешеү һәм ҡортсолоҡ районыбыҙҙың үҙенсәлекле етештереү тармағы булып тора.  Отчет йылында 5 урында крәҫтиән фермер хужалыктары тарафынан бөтәһе 221 центнер  ҡымыҙ етештерелеп һатылды.

Йылдан-йыл хужалыҡтарға көн итеү ауырлашыуы, баҙар шарттарында хаҡтар артһа ла, ауыл хужалығы тауарҙарының хаҡы шул килеш ҡалыуы отчет осоронда «Брәтәк» кооперативы эшмәкәрлеген туҡтатыуға, шулай уҡ «Ағиҙел», «Ҡана», «Тимер», «Бөрйән» хужалыҡтарының ябылыуына булышлыҡ итте.

Халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән кәсебе – ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны арта. Районыбыҙҙың ғына түгел, республиканың бренды  булған бөрйән  балы менән  килем алыусыларҙың күбәйеүе - яҡшы күренеш. 2015 йылда 6277 ҡорт күсе иҫәпләнә, улар тарафынан бөтәһе 1579 центнер бал етештерелгән. Йыл һайын республика кимәлендә ойошторолған көҙгө йәрминкәлә беҙҙең ҡортсолар әүзем ҡатнашып, үткән йылда 12 тоннаға яҡын бал  һатты 

2012 йылдан башлап 6 белем биреү учреждениеһында һәм уларҙың 2 филиалында ҡортсолоҡ фәне тергеҙелде. Бөгөнгө көндә уҡыусылар тәжрибәле уҡытыусылар менән берлектә белем биреү усаҡтарында дөйөм 50 күстән торған умарталыҡтар тота.

Районыбыҙҙа ҡортсолоҡто үҫтереүҙе йәйелдереү маҡсатында урман кодексына ярашлы бушлай  урман биләмәләрен ҡуртымға алып, умарталыҡтар ойоштороу мөмкинлеген файҙаланып ҡалырға, ҡортсолоҡто киләсәктә табышлыраҡ тармаҡ итергә бурыслыбыҙ.

 Район хужалыҡтарында 2016 йыл уңышы өсөн  2533 гектар һөрөнтө ер иҫәпләнә, шәхси хужалыҡтарҙағы 570 гектар картуф һәм йәшелсә ерҙәрен иҫәпкә алғанда дөйөм ошо тәғәйенләштәге ерҙәр 3103 гектар тәшкил итә.

2016 йылда 360 гектар майҙанда иген, 187 гектарҙа бер йыллыҡ культуралар, 570 гектар майҙанда картуф һәм йәшелсә сәсеү планлаштырылған.  Ағымдағы йыл уңышы өсөн хужалыҡтарҙа дөйөм 65 тонна орлоҡ тупланған.

Отчет йылында ауыл хужалығы предприятиелары 280  гектар майҙанда иген культуралары йыйып алыуға өлгәште, уртаса гектар ҡеүәте – 23,3  центнер.

Ҡышҡылыҡҡа 21,7 центнер аҙыҡ берәмеге,  шул иҫәптән 6351 тонна бесән, 1210 тонна сенаж, 451 тонна һалам әҙерләнгән.

Әлеге ваҡытта бөтә төр хужалыҡтарҙа 835 үҙ йөрөшлө техника һәм 57 прицеп иҫәпләнә. Ауыл хужалығы кооперативтарында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарҙа 49 трактор, 3 комбайн һәм 17 йөк машинаһы иҫәпләнә, уларҙың уртаса тотонолоу ваҡыты 15 йыл.

«2013-2015 йылдарҙа башланғыс фермерҙарға ярҙам күрһәтеү», «2013-2015 йылдарҙа ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» ведомство программаларына ярашлы 8 крәҫтиән-фермер хужалығы 9 млн. 931,8 мең  һумлыҡ грант алды.

Дәүләт ярҙамы менән техника һәм кәрәкле ҡорамалдар алыуға ҡарамаҫтан хужалыҡтарҙа мал аҙығы әҙерләү әле булһа проблема булып ҡала. Күп пай хужаларының техникалары һәм ҡоролмалары булыуға ҡарамаҫтан, ерҙе дөрөҫ ҡулланып эшкәртә белмәйбеҙ.

Районда хосусилаштырылып та күпләп эшкәртелмәгән ерҙәрҙең майҙандары ҙур. Физик шәхестәр  тарафынан бүленеп алынған ауыл хужалығы ерҙәренең рациональ ҡулланылмауы, уларға һөрөнтө ерҙәрҙең иң яҡшы өлөшө бүленеү сәбәпле, күп майҙандарҙың тотонолмауы һөҙөмтәһендә  урындарҙа сабынлыҡтар етмәй. Пайсылар тарафынан эре хужалыҡтарға ер биләмәләрен ҡуртымға биреү, уларҙан табыш алыу йүнәлеше беҙҙең районда тейешле кимәлдә ойошторолмаған.

Хөкүмәттән ярҙам алған фермерҙарға техника һәм эшкәртеп сәсерлек ер алыуҙарын алдан күҙалларға кәрәк. Әгәр теләк булһа, бөгөндән һәр ауылда тиерлек берләшеп, ер эшкәртеп сәсеүгә мөмкинселек бар.

Район ветеринария станцияһы тарафынан районда эпизоотик һәм ветеринар санитария торошон күҙәтеү, яйға һалыу эше планға ярашлы үтәлде. Туберкулез, тороғоу һәм ҡотороу ауырыуҙары, себер түләмәһе һәм башҡа ауыл хужалығы малдарының, ҡоштарҙың ауырыуҙары районда үткән йылда теркәлмәгән. Районыбыҙ территорияһында 32 йоғошло сиргә ҡаршы, шул иҫәптән 5 үтә ҡурҡыныс, кеше һәм хайуандарға йоға торған 14 дөйөм төр ауырыуҙарҙы профилактикалау маҡсатында ветеринар саралар ойошторолдо. Шулай уҡ 22 ауырыу төрө буйынса диагностик тикшереүҙәр үтте. Малдарҙың ҡотороу осраҡтарын булдырмау маҡсатында 14 мең 870 мал вакцинацияланды.

Эхинококкоз ауырыуын профилактикалау йәһәтенән эт һәм бесәйҙәргә  төрлө тикшереүҙәр үткәрелде. Халыҡты төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡалыу һәм ауыл хужалығы продукттарының кеше организмына зыян килтереүенә юл ҡуймау йәһәтенән ветеринар-санитар лаборатория отчет йылында 3105 тикшереү үткәрҙе. Улар һөҙөмтәһендә 280 кг малсылыҡ продукты яраҡһыҙ тип табылды һәм үтилләштерелде.

2015 йылда райондың ветеринар станцияһында ситтән ингән һәм урындағы ҡорттарҙың тоҡомон асыҡлау, балдың сифатын билдәләү өсөн лаборатория үҙ эшен башланы.

Тәбиғәткә генә түгел, кеше һаулығына ла зарарлы булған йоғошло сирҙәрҙе профилактикалау маҡсатында хужалыҡтарҙың мал ҡураларында, хоҡуҡ талаптарына яуап биргән 16 мал зыяраттарында дезинфекциялау, дезинсекциялау һәм дератизациялау кеүек ветеринар-санитар эштәр башҡарылды. 

Баҙар иҡтисады, райондың ҡаты тәбиғи шарттарҙа көнкүреш итеүе ауыл хужалығында уңышлы эшмәкәрлек алып барыуға ҡамасаулай. Бөгөнгө көндә күп хужалыҡтарҙа эште ойоштороуы, эшселәрҙең дөйөм эшкә ҡарашы ауыр. Районда аҙ булһалар ҙа ҡырсылыҡ, малсылыҡ өлкәһендә күренерлек һөҙөмтәләргә ирешкән фермерҙарҙың булыуы ҡыуандыра. Киләсәктә дәүләт ярҙамы алған фермер хужалыҡтарынан эш һөҙөмтәһе көтәбеҙ, уларға талаптар ҙа артасаҡ.

Әлеге мәлдә райондың ауыл хужалығы тармағы еңел булмаған осор кисерә. Ерҙәрҙе рациональ файҙаланыу буйынса эштәр етәрлек. Сәсеүлек ерҙәрен малдан тапатыуға юл ҡуймай, ныҡлы аҙыҡ базаһы булдырыу зарур. Заман менән бергә атлап, тоҡомсолоҡҡа, малдарҙы яһалма ҡасырыуға иғтибарҙы арттырһаҡ, ауыл хужалығында ла һынылыш булыр, тигән өмөт бар.