Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Бурзянский район Республики Башкортостан

Выборы - 2019

Хөрмәтле һайлаусылар! Белеүегеҙсә, 2019 йылдың 8 сентябренә Башҡортостан Республикаһының Дәуләт Йыйлышы Ҡоролтайы, 2019 йылдың 30 майындағы ГС-478 һанлы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы һайлауын үткәреүҙе иғлан итте. Шулай уҡ Бөрйән районы территорияһында ауыл биләмәләрендә ауыл Советтары ҡарарҙары нигеҙендә 92 депутат һәм территориаль һайлау комиссияһының ҡарары нигеҙендә район Советына өҫтәлмә һайлауҙарҙа  1 депутат һайланасаҡ.

Был һайлау кампанияһын үткәреү менән бәйле, территориаль һайлау комиссияһы түбәндәге адрес буйынса эшләй: Башҡортостан Республикаһы, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 61 – се йорт, 28-се, 29-сы бүлмәләр, тел. 3-52-18, 3-52-29.

Депутатлыҡҡа кандидаттар тәҡдим итеү һәм уларҙы теркәү буйынса документтар территориаль һайлау комиссияһында һәм ауыл биләмәләре Советтарында ҡабул ителә. Территориаль һайлау комиссияһында документтарҙы ҡабул итеү ваҡыттары: эш көндәрендә сәғәт 10.00 алып 17.00 тиклем, ял һәм байрам көндәрендә сәғәт 10.00 дан алып 14.00 тиклем, 12 июль 10.00 алып 18.00 тиклем.

Ҡабул ителә торған документтарҙың формалары һәм исемлеген Бөрйән районы муниципаль районының территориаль һайлау комиссияһынан, йәки Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан ”Һайлау 2019” бүлегенән (www.cikrb.ru) алырға була.

 

Бөрйән районы

территориаль һайлау комиссияһы

 


  • Документы
  • Новости
  • События
  • Проекты
  • Доклады и выступления
  • Вопросы и ответы
  • Фотогалерея
  • Видеогалерея